Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 220


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭТЕҮ-ТӨРТӨҮ
айғыр егеүе-ние менән текә ярҙан күл ситенә төшөп тә етте. Кырандас уны түбәнгә табан үҙе үк этеп алып килә. Ф. Иҫәнғолов. Шул арала ҡыҙ [Ғәйникамал], үҙендә ниндәйҙер ҡөҙрәт табып, бер ҡулын хужаның һаҡаллы эйәгенә терәп, икенсеһе менән ҡултыҡ аҫтынан эләктереп, йән көсөнә этеп ебәрҙе. 3. Ураҡсин.
2. күсм. Кешене ниндәйҙер бер эшкә ыңғайлатыу, уның эшенә сәбәпсе булыу. □ Толкать, побуждать. Енәйәткә әтеү. Уғрылыҡ юлына әтеү.
3. диал. Көсләп биреү, тағыу. □ Навязывать. Уйламаған аҙымға әтеү. Үҙ фекереңде әтеү. ■ [Ҡатыны — Усманға:] Әллә ҡайҙа барып йөрөгәнсе, алайыҡ та бирәйек шул Фатиманы. Әхмәди менән Факиһа этеп бирергә торалар ҙаһа. Ж. Кейекбаев.
4. диал. Ҡыйырһытыу, кәмһетеү. □ Обижать. Этеп йөрөтөү. Һәр саҡ этеп тороу. Ситкә әтеү.
5. диал. Нимәлер эшләргә ҡыҫтау. □ Уговаривать. Сәй әтеү. Аш-Һыу өҫтәленә ыңғайлатып әтеү. Бәхәскә керергә әтеү.
ЭТЕҮ-ТӨРТӨҮ (эт- - төрт ) (Р.: толкать; И.: elbow out; T.: itmek, dürtmek) ҡ.
1. Аяп, ҡарап тормай әтеү, төртөү; эткеләү, ҡыҫырыҡлау. □ Толкать, выталкивая. Этеп-төртөп сығарыу. Этеп-төртә башлау. Этеп-төртөп алғараҡ күсеү. ■ Кешеләрҙе этеп-төртөп, эргәлә генә бер нисә һалдат йөрөй ине. Ғ. Ибраһимов. Һандыҡ күтәргән кешеләр, бер-береһен этеп-төртөп, ҡысҡырышып, оло ҡапҡанан ағыла. Б. Бикбай. Хәләф ағай кәрзинкәһен йәһәт кенә эләктереп алды ла, пассажирҙарҙы этеп-төртөп, артҡы ишеккә йүнәлде. В. Исхаҡов.
2. күсм. Рәнйетеү, ҡағыу, кәмһетеү, йәберләү. □ Обижать, притеснять. Теле менән этеп-төртөп тора. М Еңгәһе лә бик уҫал нәмә, Хәлкәйҙе күрә алмай, һәр ваҡыт этеп-төртөп кенә тора. Д. Юлтый. Ағаһы уға [Люсяға] йоҙроҡ күрһәтте. .. Әллә ни эшләп һеңлеһен этеп-төртөп бара. Р. Низамов.
3. күсм. Бик ауырлыҡ, көс-хәл менән башҡарыу. □ Делать с большим трудом, через силу. Этеп-төртөп ризалатыу. ■
Тәҡиә апай этеп-төртөп етенсене осланы ла мәктәп юлын бөтөнләйгә онотто. Р. Ғабдрахманов. Ул [Ныязғол] ҡыйынлыҡ менән, этеп-төртөп, тағы әллә ниҙәр уҡып китте. һ. Дәүләтшина.
4. күсм. Теләр-теләмәҫ, еңелсә генә берәй эште башҡарыу. □ Делать что-л. кое-как, как попало. Этеп-төртөп эшләү. Этеп-төртөп уҡыу. Этеп-төртөп донъя көтөү.
■ [Зифа] иренә этеп-төртөп яуап бирҙе, күбеһенсә тумһайып ултырҙы. М. Ҡаһарманова.
5. диал. Шаяртыу, уйнап һөйләшеү. □ Игриво разговаривать, шутить. Этеп-төртөп һөйләшеү.
ЭТЕШ (Р.: ёрш; И.: ruff; T.: hani balığı) и. зоол.
Алабуғалар ғаиләһенә ҡараған, шырт ҡанатлы, ныҡ ҡылсыҡлы ваҡ йылға балығы. □ Ёрш (лат. Gymnocephalus cemuus). Этеш тотоу. Этеш һурпаһы. ■ [Ҡәнзәфәр — ҡыҙына:] Кушбаш - көслө балыҡ. Кармаҡҡа ҡапһа, һөйрәп сығарыуы ауыр, тиҙәр. Иң бәләкәйе — этеш. М. Ғиләжев.
ЭТЕШЕП-ТӨРТӨШӨП р. ҡар. этенә-төртөнә. Этешеп-төртөшөп килеп инеү. М Нур, этешеп-төртөшөп булһа ла, түңәрәк эсенә инә, мөмкин саҡлы гармунсыға яҡыныраҡ торорға тырыша. И. Абдуллин. Зәғферәнә апай Вәсиләне ҡултыҡлап алып киткәс, бөтә бала-саға, этешеп-төртөшөп, уның артынан эйәрҙе. Р. Ғабдрахманов.
ЭТЕШЕҮ (этеш ) ҡ.
1. урт. ҡар. әтеү 1. взаимн. от әтеү 1. ■ Бер алға, бер артҡа ынтылып, тәгәрмәстәре менән ҡарҙы көрпәкләндереп бөткән машинаны этешеп, миңә лә ярайһы ғына ширләргә тура килде. Ш. Янбаев. Тракторға ултырып алырға ла, юл төҙөүселәр янында, мазутҡа буялып, катокты этешергә лә ваҡыт таба ине ул [Нурия]. Ә. Байрамов.
2. Бер-береһен әтеү, төртөү. □ Толкаться.
■ Йөҙләгән бала-саға бер-береһен этешеп, шаулашып, көлөшөп коридорға, тышҡа ынтыла. И. Абдуллин. Ҡыҙылармеецтар ни эшләргә лә белмәнеләр, этештеләр, төртөштөләр, үҙ урындарын ала алмай йөҙәнеләр. И. Ғиззәтуллин.
220