ЭТ ИМСӘГЕ
И.: etymology; pedigree; T.: etimoloji, köken-bilim) и. лингв.
1. Һүҙҙәрҙең килеп сығышын, тәүге төҙөлөшөн һәм мәғәнә яғынан бәйләнешен өйрәнгән тел ғилеменең бүлеге. □ Этимология. ■ [Ә. Үтәбай:] Этимология буйынса махсус рәуештә шөғөлләнмәһәм дә, ҡайһы бер уҙем белгәндәрҙе теркәй барам. «Киске Өфө», №6, 2011.
2. Һүҙҙәрҙең килеп сығышы һәм һүҙҙең башҡа телдәрҙәге һүҙҙәргә мөнәсәбәте. □ Этимология. Этимологияһы асыҡ булмаған һуҙ. ■ Башҡорт һуҙенең этимологияһы. ■ Фасмерға килгәндә инде, ул «молоко» һуҙенең этимологияһын иҫке славян, литва телдәренән, ә «творог»тыҡын чех, болгар, грек телдәренән юллай. М. Ямалетдинов.
ЭТ ИМСӘГЕ (Р.: карбункул подмышечный; И.: underarm boil, carbuncle; T.: koltuk altı kan çıbanı) и. диал.
Ҡултык аҫтына сыға торған ҙур шеш. □ Карбункул подмышечный. ■ Эт имсәге сыҡһа, бер телем икмәкте шешеккә тейҙерә-тейҙерә әпсен менән имләйҙәр. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан. Ҡултыҡ аҫтына шешек сыҡһа, шуны эт имсәге, тиҙәр. Был ауырыуҙы имләгәндә, ҡырҡ һалма менән ишеккә төртә-төртә: «Эттән килдең, эткә кит. Ҡайҙан килдец, шунда кит», — тип әйтәләр ҙә шул һалмаларҙы эткә ашаталар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЭТ ИСЕМЕ (Р.: обережное имя; И.: guarding name; T.: koruyucu isim) и. йола.
Башҡорттарҙа баланы яман көстәрҙән, зыяндан һаҡлап ҡалыр өсөн ҡушылған эткә бәйле исем (мәҫәлән, Эткөсөк, Этҡол, Ҡаш-ҡарбай). □ Обережное имя, включающее элементы в значении ‘собака’ (эт, көсөк, ҡашҡар и др.). Эт исеме ҡушыу йолаһы. Балаға Этҡол тигән эт исемен ҡуштылар.
ЭТЙОТОШ и. диал. ҡар. этеш. Этйотош тотоу. Этйотош һурпаһы. Этйотош таҙартыу.
ЭТЙЫҒЫШ (Р.: своевольный; И.: headstrong, self-willed; T.: keyfince davranan) c. диал. ҡар. ныҡыш.
1. Ныҡышып, тырышып үҙенсә эшләү-сән. □ Своевольный, настырный, упрямый.
Этйығыш әҙәм. М [Зәйтунә:] Мин һаман ныҡышҡас, әсәйем, ошо бер әллә ниткән этйығыш бала булды, тип әрләһә лә, һөйләп бирҙе. «Йәшлек», 18 ғинуар 2013.
2. Бөтә күңелен биреп ихлас эшләй торған, тырыш. □ Усердный, старательный. Этйығыш кеше лә инде, тәки эшләп ҡуйған.
3. Ризаһыҙлыҡ белдереп һөйләнеүсән, мыжыҡ. □ Ворчливый, капризный. Этйығыш бала. Этйығыш кеше.
4. Оялыуҙы, тартыныуҙы белмәгән, әрһеҙ. □ Беззастенчивый, бесцеремонный, беспардонный. Этйығыш, оялыуҙы белмәй!
ЭТ ЙЫЛЫ (Р.: год собаки; И.: year of the Dog; T.: Köpek yılı) и.
Көнсығыш календарында ун ике йыллыҡ мөсәлдең ун беренсе йылы. □ Год собаки. Эт йылында тыуыу. ■ Эт йылында мал урсер. Эт йылы буран була. Һынамыш.
ЭТ ЙӘНЕ (Р.: собачья душа; evil spirit, И.: dog’s soul; T.: kötü ruh) и. миф.
Башҡорттарҙың ышаныуы буйынса, балаларҙа өсйән ауырыуын булдырыусы яман йән (уҙ йәненән башҡа ике эт йәне була). □ Собачья душа (по представлениям башкир, у больных болезнью өсйән, кроме человеческой, есть две собачьи души, которые вызывают у ребёнка боль). ■ Был баланың эт йәнен ултерергә кәрәк, — тине имсе әбей. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЭТКЕ (Р.: приспособление для чистки навоза; И.: appliance for cleaning manure; T.: gübre sıyırıcı) и. диал.
Тиреҫ таҙартыу ҡорамалы. □ Приспособление для чистки навоза. Этке менән таҙартыу.
ЭТКЕЛӘҮ (эткелә-) (Р.: расталкивать; И.: push aside; T.: itmek) ҡ.
Тегеләй-былай ян-яҡҡа әтеү. □ Расталкивать, отталкивать. Эткеләй башлау. Эткеләп сығыу. Ныҡ итеп эткеләу. ■ Мороно менән эткеләп, һарбай Әхмәтте йөҙ тубән әйләндерҙе, яраның арҡала икәнлеген белде. Ғ. Хисамов. Халыҡ, тамам ҡыҙыша башлап, ишектән ҡамап торған урядник, стражниктарҙы эткеләп, правление эсенә инә башланы. Т. Хәйбуллин.
222