БАЛА ҮЛТЕРЕҮСЕ
БАЛАУЫҘҒАРЫН и. диал. ҡар. таҙға-рын.
БАЛАУЫҘ ИРЕТКЕС (Р.: приспособление для растапливания воска; И.: appliance for making wax; T.: balmumunu eritmek için kullanılan cihaz) и.
Балауыҙҙы иретеү, һарҡытыу ҡулайламаһы. □ Приспособление для растапливания воска.
БАЛАУЫҘ КӨЙӘҺЕ (Р: моль восковая; И.: moth species; T.: bal mumu güvesi) u. 300Л.
Бөтә ер йөҙөндә йәшәй торған, умартасылыҡ ҡоротҡосо булған ваҡ күбәләк. □ Моль восковая, моль пчелиная (лат. Galleria melonella).
БАЛАУЫҘ ҠАБАРТЫУ (балауыҙ ҡабарт-) (Р: подстраивать соты; И.: adjust the cell; T.: hücre ayarlamak) ҡ.
Кәрәҙ үреү. □ Подстраивать соты.
БАЛАУЫҘ ҠОЙОУ (балауыҙ ҡой-) (Р: литьё воска; И.: kind of magic ceremony; T.: balmumu dökme) ҡ. миф.
Ҡурҡҡан кешене имләр өсөн балауыҙ менән ҡот ҡойоу ырымы. □ Литьё воска, магический способ лечения испуга. ■ Кеше ҡурҡһа, балауыҙ ҡоялар, шуны янсыҡҡа һалып йөрәк янына тағып ҡуялар. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛАУЫҘЛАНЫУ ( балауыҙлан-)
(Р: вощиться; И.: be waxed; T.: mumlanmak) ҡ.
1. Балауыҙға буялыу. □ Вощиться, быть вощённым.
2. Бешә, ҡата башлау (ашлыҡҡа ҡарата). □ Поспевать, достигать восковой спелости (о злаковых). Арыш балауыҙлана башлаған.
БАЛАУЫҘЛАУ (балауыҙла-) (Р: вощить; И.: wax; T.: mumlamak) ҡ.
Балауыҙлы итеү, балауыҙ һөртөү. □ Вощить. Ҡағыҙҙы балауыҙлау.
БАЛАУЫҘ ҺАРЫ (Р: масть лошади; И.: roan; T.: sarı) с.
Йылҡы малының төҫө; тоноҡ һары. □ Палевый, жёлтый как воск (масть лошади). Балауыҙ һары бейәһе бар. ■ Ҡарлуғас
төҫлө ҡара ат юҡ, ти, балауыҙ төҫлө һары ат юҡ. Халыҡ ижадынан.
БАЛАУЫҘ ҺУҘЫУ (балауыҙ һуҙ ) (Р: адаптироваться; И.: adapt (to); T.: alışmak) ҡ.
Бер урында төпләнеп китеү, ныҡлап урынлашып алыу □ Обосноваться, адаптироваться. ■ Кинйәбикә етенсене бөткән Фәниәһен Дәүләкән педучилищеһына алып барҙы. Тик Фәниә бында балауыҙ һуҙа алманы: бөтә фәндәрҙән яҡшы уҡый, ә рус телен тарта алмай. Н. Мусин. Ситтә лә балауыҙ һуҙып китә алманы, ахырыһы, был малай. Ней үҙе ҡайтмай, ней киленде ҡайтып алып китмәй. Ш. Янбаев.
БАЛАУЫҘ ҺЫҒЫУ (балауыҙ һыҡ-) (Р: беззвучно плакать; И.: weep silently; T.: sessiz ağlamak) ҡ.
Йәш түгеү, илау. □ Беззвучно плакать. ■ Аҙаҡтан ул, тамағыма аш бармай, тип барыһын да бер генә һүҙгә йомғаҡланы, хатта әҙ генә һүҙгә балауыҙ һығып та алды. И. Аҡъюлов. Шулай ҙа төндәрен ҡыҙҙарға белдермәй генә балауыҙ һығып алған саҡтар булғылай әле. 3. Биишева. Әйҙә, идараға керәйек. Беҙ һалдаттар бит, уйлашайыҡ. Ниңә балауыҙ һығырға? X. Ғиләжев. Ҡыҙыҡай иларға етешкән. Әгәр тартынмаһа, туйғансы балауыҙ һығыр ине. Яр. Вәлиев.
БАЛАУЫҘ ҺЫҠҠЫС (Р: механизм для получения воска из отходов сот; И.: press for making wax; T.: balmumu yapımında kullanılan cihaz) u.
Ҙур умарталыҡта күп булып тупланған кәрәҙ ташландыҡтарын һығып, умарта балауыҙы алыу машинаһы. □ Механизм для получения воска из отходов сот.
БАЛА ҮЛТЕРЕҮ (бала үлтер ) (Р. : детоубийство; И.: infanticide; T.: çocuk öldürme) ҡ. юр.
Бала йәки балаларҙы үлтереү. □ Детоубийство (убийство детей или ребёнка).
БАЛА ҮЛТЕРЕҮСЕ (Р: детоубийца; И.: filicide; T.: çocuk katili) и. юр.
1. Үҙ балаһын үлтереүсе кеше. □ Детоубийца.
Ill