Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 184


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАШ БЕТЕҮЕ
Ниҙеңдер ике яҡ осо. □ Два конца у чего-л. Баш-башы сигелгән таҫтамал. Баш-башын бергә бәйләу. ■ [Бакуйҙарҙың] яландың урта ерендәгеләре кипһә лә, уларҙың урман ситендәге баш-баштарының аҫты шәмәреп, йәшел ята ине әле. Н. Мусин.
БАШ БЕТЕҮЕ (Р.: оберег; И.: amulet; Т.: muska) и. миф.
Башты һаҡлау өсөн йөрөтөлгән бетеү. □ Оберег, амулет для головы. ■ Баш ауырыһа, урмескә баш бетеуе тағалар. Башҡорт мифологияһынан.
БАШБҮРЕ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun adi) и. этн.
Үҫәргән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-усерган.
БАШБӘЙҘӘМЕС (Р: повязка под платок; И.: band; T.: çatkı) и. диал.
Яулыҡ эсенән бәйләй торған туҡыма киҫәге. □ Повязка под платок. Биҙәкле башбәйҙәмес. Башбәйҙәмес тегеу.
БАШБӘЙРӘМ и. диал. ҡар. башҡа саҡырыу.
БАШВАТКЫС I (Р: головоломный; И.: puzzling; T.: çözümü güç) с.
Ҡатмарлы. □ Головоломный. Башватҡыс мәсьәлә. Башватҡыс хәл.
БАШВАТКЫС II (Р: головоломка; И.: puzzle; T.: bilmece) и.
Зирәклекте талап итеүсе, еңел булмаған мәсьәлә. □ Головоломка; ребус, шарада и т. п. Башватҡыс сисеу.
БАШ ЕП I (ебе) и. диал. ҡар. башбау.
БАШ ЕП II (ебе) (Р: тряпка, прикреплённая к пришве; И.: rag; T.: bez) и. туҡ.
Башландырыҡ йәнәшенә ҡуйылған сепрәк. □ Тряпка, поставленная рядом с палочкой, при помощи которой основа прикрепляется к пришве (в домашнем ткачестве).
БАШ ИМЛӘҮ (баш имлә-) (Р: заговаривание головной боли; И.: exorcism; T.: baş ağrısını büyü ile iyi etmek) ҡ. миф.
Баш ауыртһа, башты йүкә менән бәйләп ҡолаҡ тураһынан һыҙып имләү. □ Заговаривать головную боль. ■ Баш ауыртһа, әпсен әйтеп баш имләйҙәр. Экспедиция материалдарынан.
БАШ ИТЕНӘ САҠЫРЫУ (баш итенә саҡыр-) (Р: обряд коллективного угощения блюдом из мяса головы; И.: one of Bashkir ethnographic rites; T.: âdet türü) и. этн.
Икенсе йылда яҡшы үрсем булһын өсөн һуйылған малдың баш итен бешереп, күрше-күлән, туған-тыумаса менән бергәләп һыйланыу йолаһы. □ Обряд коллективного угощения блюдом из мяса головы, направленный на проецирование хорошего приплода на следующий год. ■ Көҙ мал һуйғас, баш итенә саҡырышабыҙ. Экспедиция материалдарынан.
БАШ КЕЙЕМЕ (Р: головной убор; И.: headgear; T.: başlık) и.
1. Башҡа кейеп йөрөй торған әйбер. □ Головной убор. Баш кейемен һалып инеу. Баш кейемһеҙ йөрөу.
2. Сакраль, һаҡлау көсөнә эйә предмет. □ Головной убор (имеет сокральное значение).
БАШКИҘЕҮ (Р: женское нагрудное украшение из монет; И.: female coin decoration; T: kadınların süs eşyası) и. диал.
Хәситә. □ Женское нагрудное украшение из монет. Башкиҙеу кейеу. Башкиҙеу берике килограмм була.
БАШКИҪӘР (Р: палач; И.: hangman; T: cellat) и.
1. тар. Язалаусы, палач. □ Палач. Башкиҫәрҙәр башлыҡ хөкөмөн тормошҡа ашырғандар.
2. Талап, үлтереп йөрөгән кеше. □ Бандит, грабитель, разбойник; головорез. ■ Тик, яҫҡынышып, тура килгән бер ерҙә тамаҡ хәстәрләргә кунеккән башкиҫәр ярандарын еңә алманы. Ә. Хәкимов. Әммә иренә хыянат иткәнде ғорур Александр ҙа ярлыҡамаған — куңеле ытырғанып, башкиҫәр-бикәне, йыртҡыстарға улъя итеп, ҡола далаға олаҡтырт-ҡан. Й. Солтанов.
184