БАҒЫНЫУ
3. Ҡулдарҙы күтәрттереп, буйһондороу.
□ Заставлять поднять руки вверх. Әсирҙе бағындырыу.
4. кусм. Бөтә булмышты биләү; әсир итеү. □ Обвораживать, очаровывать, пленить. ■ Егеттән ишеткән был йыр мине уҙенә бағындырҙы. Экспедиция материалдарынан.
БАҒЫНЫУ I (бағын-) (Р.: оглядываться; И.: glance back; T.: bakınmak) ҡ.
1. Тирә-яҡҡа ҡарау; ҡараныу. □ Оглядываться, озираться, осматриваться. // Оглядка, осмотр. Тирә-яҡҡа бағыныу.
2. диал. Дауаланыу. □ Лечиться. Мин бағынып йөрөйөм. Дауаханала бағынып ятам. ■ Бағымсыға барып бағынып аяҡҡа баҫтым. Башҡорт мифологияһынан.
3. диал. һаулыҡты тикшертеү, ҡаралыу; күренеү (табипҡа). □ Обследоваться (у врача). Табипҡа бағынырға барыу. Бер аҙна булһа ла ятып табиптан бағынып ҡайтырмын тигәйнем.
4. диал. Бағымсылыҡ менән шөғөлләнеү.
□ Знахарствовать. Ул әбей бағына ла, шикелле.
5. диал. Хәйләләү. □ Хитрить. Бағынмай ғына һөйләш.
БАҒЫНЫУ II (бағын-) (Р.: подчиняться; И.: submit (to); T: uymak) ҡ.
1. Баш һалыу, буйһоноу. □ Подчиняться, покоряться. // Подчинение, покорение. Батшаға бағынған ғәскәр. ■ Барыбер еңеп ҡайтырһың, бағынһаң да туҙ әйҙә. Йырҙан.
2. Етәкселек аҫтында булыу, бойондороҡло булыу. □ Подчиняться, повиноваться кому-чему. Турәләргә бағыныу.
3. Табыныу. □ Поклоняться кому-чему. ■ Йыланға бағынған башҡорттарҙың йылан ырыу ҡәбиләләре хәҙер ҙә яҡшы билдәле. Ғ. Хөсәйенов.
4. кусм. Бөтә булмышың менән бирелеү; табыныу. □ Отдаться полностью, преклоняться перед кем-чем. Сәхнәгә бағыныу. Ижадҡа бағыныу. ■ Көсөгөҙгә иман итеп, мин бағындым, йөрәгемә мөхәббәт һал, матур һындар? Ш. Бабич.
БАҒЫР I (Р: форель; И.: trout; T: alabalık) и. зоол.
1. Һыртына төрлө төҫтәге төрткө төшкән затлы балыҡ (ваҡ тау йылғаларында, саф һыуҙа була). □ Форель. / Форелевый (лат. Salmonidae). Бағыр ыуылдырығы. Бағыр ур-сетеу. ■ Мин Һурәмдең моңон тыңлап уҫтем, йөҙҙөм, һөҙҙөм бәрҙе, бағырын. М. Кәримов. Димдә бағырҙың ғумерҙә булғаны юҡ, баҙарҙа уны һатмайҙар, ғөмумән, бағыр тигәнен минең кургән дә юҡ. Ә. Чаныш. Ике-өс атлап ҡына аша сығырлыҡ, төбөнә суйыр-таштар тушәлгән, куҙ йәшендәй саф һыулы йылғала бағыр, бәрҙе балыҡтары лығырлап йөрөй. Н. Мусин. Беҙ ҙә шулай ташбаштан, кукйөндән башланыҡ бит балыҡ ҡаптырырға, — тип уйлай Сөнәғәт, — унан бәрҙе, бағыр, ҡыҙылса, шамбы балыҡтары тота башланыҡ. Ж. Кейекбаев.
2. диал. ҡар. этеш.
3. диал. ҡар. бағара 1.
БАҒЫР II и. диал. ҡар. баҡыр I, III. Бағырҙан эшләнгән алҡа.
БАҒЫР III и. диал. ҡар. бәғер. Бағырҙарым теленә.
♦ Ҡар бағыр һауалы, тәкәббер (кешегә ҡарата). □ Высокомерный (о человеке). Ҡар бағыр кеше ул.
БАҒЫР IV (Р: опекун; И.: guardian; T: bakımcı) и. диал.
Тәрбиәләүсе, ҡараусы. □ Опекун, ухаживающий за кем-либо. ■ Бағыры юҡ, баяғы бахырҙың, бер уҙе. Ҡарт көнөндә бағыры юҡ, нисек көн итер? Экспедиция материалдарынан.
БАҒЫРА и. диал. зоол. ҡар. ташбаш 1.
БАҒЫРСА I (Р: небольшая форель; И.: small trout; T: küçük alabalık) и. зоол.
Ҙур булмаған бағыр. □ Небольшая форель. Бағырса тотоу. Бағырса бешереу.
БАҒЫРСА II (Р: половник; И.: soup ladle; T: kepçe) и. диал.
Ижау, баҡрас. □ Половник.
БАҒЫР ҮЛӘНЕ (Р: аконит; И.: aconitum; T: kurtboğan) и. бот.
Башлыса күк сәскә атыусы ағыулы декоратив үлән. □ Аконит, волкобой (лат.
64