Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 65


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҒЫУСЫ
Aconitum). Бағыр үләне тамыры ағыулы була.
БАҒЫУ I (баҡ-) [боронғо төрки баҡ-‘ҡарау, күҙәтеү’] (Р.: смотреть; И.: look; T.: bakmak) ҡ.
1. Күҙ ҡарашын йүнәлтеү; ҡарау. □ Смотреть, глядеть. // Осмотр, оглядка. Тирә-йүнгә бағыу. Тура бағыу. ■ Кереш тартам, улым, уҡ атырға, мөлдөрәмә күҙең менән баҡ. Р. Ғарипов. Күҙҙәреңә бағып туя алманым, әйтә алманым әйтер һүҙемде. Н. Нәжми. Сығып теҡә, бейек яр башына, Зәйтүнәкәй алыҫҡа баҡты. Ғ. Әмири. Илһам өмөт итеп, күккә бағам: аҡ болотта йәш ай тирбәлә. М. Кәрим. Үрҙә һабантурғай берсә йырлай, берсә уҡталып тынып тора. Эй беләһе ине юғарынан ҡайҙа баҡҡанын. К. Кинйәбулатова. Ул [Азат], бер ҡулын маңлайына ҡуйып, яҡтылыҡ килгән яҡҡа ентекләп баҡты. М. Ҡунафин.
2. Иғтибар йүнәлтеү, мөрәжәғәт итеү. □ Направить внимание, обращаться. ■ Ҡаяға баҫып Салауат батыр киләсәккә һағынып баҡҡандыр. Р. Сафин. Әгәр тарих төпкөлөнә баҡһалар күңел биреп, күптәр таң ҡалыр халҡымдың ҡаһарманлығын күреп. А. Игебаев. Асыҡ тор һәр ваҡытта, эй, китап, баҡһам һиңә, ысын, асыл нигеҙле ерҙән күп белемдәр бир миңә! Ш. Бабич. • Йөҙөнә баҡма, эшенә баҡ. Әйтем.
3. Ҡарап тәрбиәләү. □ Присматривать, ухаживать за кем-чем; воспитывать, растить кого. Бала бағыу. Ауырыуҙы бағыу. Ата-әсәне бағыу. Мал бағыу. Бер фельдшер бөтә ауылды баға. ■ Баланы бағыу әсәһенә ауырға төшөр тип, юғары белемле, яңы ғына институт бөтөргән тәрбиәсеһен дә тапты [Илһөйәр]. X. Тапаҡов. [Илбикә:] Үҙем бағып, үҙем буй еткергәс, үҙ ҡыҙыма үҙем хужа мин. X. Ғәбитов. Яңғыҙым умартаны бағырмын, ти. Ш. Бабич. Кемдәр бағып үҫтерҙе һуң, утыҙ йәшкә еткәнсе? Ҡ. Даян. • Баланы табыу һәнәр түгел, бағыу — һәнәр. Әйтем.
4. Көтөүҙә йөрөтөү; көтөү. □ Содержать кого; пасти (скот). ■ Бабайы бейә
баҡты, әбейе һауҙы. Экспедиция материалдарынан.
5. Им-том, күрәҙәлек менән шөғөлләнеү; бағымсылау. □ Заниматься знахарством, ворожить, гадать. Бағым бағыу.
6. Хәл ҡылымдың -п формаһындағы һүҙ менән ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, эш-хәрәкәттең ниҙелер һынау, белеү маҡсатында башҡарылғанын аңлатҡан ҡушма ҡылым яһай. □ С деепричастием на -п осн. гл. выступает в роли вспом. гл.
♦ Ҡыйып баҡҡыһыҙ шул уҡ ҡыйып ҡарағыһыҙ {ҡар. ҡарау).
БАҒЫУ II (баҡ-) (Р: подчиняться; И.: obey; T.: uymak) ҡ.
1. Буйһоноу, бағыныу. □ Подчиняться, покоряться, повиноваться. // Подчинение, покорение, повиновение. Ата-әсәгә бағыу. Батшаға баҡмағандар. ■ Минең ҡартатайым бахыр «батшаға баҡмаған» тип орошҡан була торғайны мине. һ. Дәүләтшина.
2. диал. Тотоу. □ Ловить. Балыҡ баға киткән. ■ Шулай бер көн бабай балыҡ бағырға барған. Әкиәттән.
БАҒЫУ БАҒЫУ (бағыу баҡ-) ҡ. диал. ҡар. бағым бағыу.
БАҒЫУСЫ I (Р: опекун; И.: guardian; T: bakımcı) и.
1. Ҡарап, күҙәтеп, тәрбиә итеп торған кеше; ҡараусы. □ Тот, кто присматривает за кем-л.; опекун. Балаларҙың бағыусылары бар. ■ Сәбилә ошо бәхетле минуттар өсөн дә Хоҙайға гел шөкөр итте. Оло йортта балама яҡшыраҡ, яҡтыраҡ, йылыраҡ, эргәһендә бала бағыусы ла бар, шулай ышаныслыраҡ, тип үҙен йыуатты. Т. Ғарипова.
2. ҡар. көтөүсе 1. Башмаҡ бағыусылар юғары йөкләмә алдылар.
3. ҡар. бағымсы I. ■ Бер йыл үткән. Әбей менән бабай, теге күкәйҙе тотоп, йәнә бағыусыға барғандар. Әкиәттән. Түрә тирмәһе янында уралып йөрөгән бағыусылар шомло хәбәр һалдылар. К. Мәргән.
БАҒЫУСЫ II (Р.: спонсор; И.: sponsor; T: kefil) и.
3-1.0158.11
65