КЕМУҘАРҘАН
Яй генә хәрәкәтләнеү (хәлһеҙ кешегә ҡарата). □ Ходить, передвигаться с трудом. Кемтерләп йөрөу. ■ Бер ҡарт менән бер ҡарсыҡ кемтерләп кенә йөрөгәндәр, ти. Әкиәттән.
КЕМУҘАРҘАН (Р.: наперегонки; И.: racing one another; T.: yarışın)/?.
Үҙ-ара тиҙлектә ҡыуышып, береһен-береһе уҙышып. □ Наперегонки. Кемуҙарҙан йугереу. Кемуҙарҙан эшләу. Кемуҙарҙан ҡысҡырышыу. И Барыһы уҙенең егәрлелеген курһәтергә теләй, кемуҙарҙан тырыша. Б. Бикбай. Яҡшыһы куп, яманы ла юҡ тугел, әммә ләкин бөтәһе донъя ҡыуа, мал йыя. Кемуҙарҙан ҡыланалар. Ә. Хәкимов. Кемуҙарҙан ҡысҡырышҡан ҡоштар тауышы баҫылғас, кеше тауышына оҡшатып, әрәмәлек яғынан өкө оһолданы. Я. Хамматов.
КЕМҺӘНӘ а. иҫк. ҡар. кемсә. И Өфө ҡалаһын һәм һамарҙы һалдыртмаҫҡа нуғай халҡының кенәзе Урус исемле кемһәнә Әстрхан губернаторына дәғуәләр йөрөткән һәм яу сығарған. Ғ. Хөсәйенов.
КЕМӘЙ и. диал. ҡар. әхирәт 2. • Матур ҡыҙҙың кемәйе йәмһеҙ булыр. Әйтем. Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән билгеле. Мәҡәл.
КЕНАФ [рус. < лат. cannabis ‘киндер’] и. ҡар. кәнәп.
КЕНГУРУ [рус. < ингл. kangaroo] и. зоол. ҡар. көнгөрә. Инә кенгуру. Кенгуру балаһы.
КЕНДЕГЕ БЕРЕШ (Р.: соединённый; И.: connected; T.: bağlı) с. диал.
Нимәгәлер бәйле булыу, айырыла алмау.
□ Соединённый, связанный. Үткәндәрҙең бөгөнгөгә кендеге береш.
КЕНДЕГЕ КИҪЕЛЕҮ и.
1. ҡар. кендек ҡырҡыу. Ата-олатайҙарҙың кендеге киҫелгән ер.
2. кусм. Ир ҡорона етеү. □ Стать совершеннолетним, достигнуть совершеннолетия.
КЕНДЕГЕ СИСЕЛЕҮ (Р: опущение живота; И.: drooping belly; T.: göbek düşmesi) и. диал.
Эс-ҡарын түбәнәйеп ауырыу; эс төшөү.
□ Опущение живота.
КЕНДЕГҮЛӘН (Р: пупочник; И.: stomach omission; T.: omphalodes çiçeği) и. бот.
Күп йыллыҡ яҫы япраҡлы күк ваҡ сәскәле үҫемлек. □ Пупочник, омфалодес (лат. Omphalodes). Кендегеулән — куп йыллыҡ улән. Кендегулән май айында сәскә ата.
КЕНДЕГӘНЕЙ и. диал. ҡар. кендек инәһе.
КЕНДЕК I (кендеге) [урал-алтай телдәренән] (Р: пупок; И.: navel; T.: göbek) и.
1. анат. Ҡорһаҡ уртаһында соҡорайып торған урын. □ Пупок. Кендеге куренә. Салбарҙы кендектән юғары тартыу. Кендек соҡоро. ■ Тәуге алты айҙа, унан һуң да баланы кендеге төҙәлгәнсе ҡайнаған һыу менән ҡойондороғоҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2010. Миңлеғәле яҡынлашҡан взвод командирын курмәмешкә һалышты, кендек тәңгәленә саҡлы тәрәнәйтелгән траншеянан ҡомло-ташлы һары балсыҡты һоҫоп алды ла юрамал уның өҫтөнә һирпте. Р. Солтангәрәев.
2. анат. Ҡарындағы баланы, яралғыны әсә ҡарынына тоташтырып, уны туҡландырыу хеҙмәтен үтәгән нәҙек кенә эсәк. □ Пуповина. / Пупочный. Кендек артерияһы. Бәпестең кендеген бәйләу. • Ата-бабам баҡҡан ер — кендек ҡаным аҡҡан ер. Мәҡәл.
3. миф. Һаҡлау, түлләндереү көсөнә эйә тип һаналған ағза. □ Мифологизированная часть тела, которая охраняет, оберегает человека, поэтому, высушив, его носят в качестве оберега. И Кипкән кендек ғаиләлә балалар, кәртәлә мал урсетеугә булышлыҡ итә. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Донъя кендеге тормош көтөүҙә, йәшәүҙә төп көс, терәк. □ Пуп земли. Кендеге ҡанай кемгәлер берәү гел тағылып йөрөгәндә әйтелә. □ Быть неразлучными друзьями. Айырылһа, кендеге ҡанай. Кендек йәбешеү (йәки кендек бәйләнеү) берәй кешегә йәки урынға эйәләшеп, айырыла алмаҫ булыу. □ Быть привязаным к чему-л. Бер-береһенә кендектәре йәбешкән. ■ Шул тупраҡтан сыҡҡан малайҙар беҙ, кендегебеҙ шуға йәбешкән. Ә. Атнабаев. Артыҡ.. һорама, билдәле бит кемлегем. Ары китәм, киләсәккә бәйләнгән бит кендегем. Т. Йосопов. Кендек ҡаны тамған ер (йәки кендек киҫкән ер) тыуған ил. □ Родина. Кендек ҡатҡан мәл яҙ аҙағы, йәй башы. □ Конец весны, начало
412