КРИПТОГЕН
Криминалистикаға мөнәсәбәтле. □ Криминалистический. Криминалистик тикше-реуҙәр. Криминалистик экспертиза уткәреу. Криминалистик анализ яһау.
КРИМИНАЛИСТИКА [рус. < лат. cri-minalis 'енәйәткә ҡараған’] (Р.: криминалистика; И.: criminalistics; T.: kriminoloji) и. юр.
Енәйәтте тикшереү, судҡа кәрәкле дәлил-дәрҙе йыйыу һәм өйрәнеү тураһындағы фән. □ Криминалистика. / Криминалистический. Криминалистика техникаһы. Криминалистика лабораторияһы. Криминалистика анализы. Криминалистика белгесе. ■ Тәфтишсе криминалистика техникаһын яҡшы белергә, енәйәтсегә ҡаршы көрәштә фән ҡаҙаныштарын файҙаланырға тейеш. X. Зарипов.
КРИМИНАЛЬ с. юр. ҡар. енәйәти. Кри-миналъ эш. Криминаль ваҡиға. ■ Оло кеше эске ҡәнәғәтһеҙлеген баҫыр өсөн йә бутән-дәргә самаһыҙ ярҙам курһәтә башлай, йә криминаль юлға баҫа: бала саҡта ул яфаланды, ә хәҙер унан ҡалтырап торһондар, йәнәһе. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010.
КРИМИНОЛОГ [рус.] и. махс. ҡар. криминалист. Криминолог һәнәре. Криминолог фекере.
КРИМИНОЛОГИК с. ҡар. енәйәтле. Криминологик тикшеренеуҙәр.
КРИМИНОЛОГИЯ [рус. < лат. crimen 'енәйәт’ + logos 'өйрәнеү’] (Р.: криминология; И.: criminology; T.: kriminoloji) и.
Енәйәтселекте, уның сәбәптәрен, енәйәтсе шәхесен өйрәнә һәм енәйәтселекте киҫәтеү сараларын ҡарай торған фән. □ Криминология. / Криминологический. Криминология ҡанундары. Криминология кафедраһы.
КРИНОЛИН [рус. < фр. crinoline < лат. crinis ‘сәс’ + Imurn 'етен туҡыма’] (Р: кринолин; И.: crinoline; T.: krolin) и.
1. Күлдәк итәге, юбка аҫтынан кейә торған сым ҡоршау. □ Кринолин. Кринолин кейеу. Киң кринолин.
2. диңг. Бәләкәй карап, катерҙарының руле алдында булған тимер ҡоршау. □ Кринолин.
КРИО... [рус. < гр. kryos 'һыуыҡ, боҙ’] (Р: крио...; И.: crio; T.: krio)
«Боҙ, түбән температура» һ. б. мәғәнәһен биреүсе һүҙҙәрҙең тәүге өлөшө. □ Крио... Криоскопия. Криосфера. Криотерапия.
КРИОГЕН [рус. < гр. kryos 'һыуыҡ’ + genes 'тыуған, тыуҙырыусы’] (Р: криогенный; И.: refrigerant; T.: soğutucu) с.
Түбән температураларға ҡараған. □ Криогенный. Криоген насос. Криоген техника. Институттың криоген лабораторияһы.
КРИОЛИТ [рус. < гр. kryos 'һыуыҡ’ + lithos ’таш’] (Р: криолит; И.: cryolite; T: kriyo-lit) и. мин.
Тәбиғи фторидтар төркөмөндәге минерал. □ Криолит. Тәбиғи криолит. Тәбиғи булмаған криолит етештереу.
КРИОСТАТ [рус. < гр. kryos 'һыуыҡ’ + statos ‘таш’] (Р: криостат; И.: cryostat; T: kriyostat) и.
Даими түбән температура һаҡлау приборы. □ Криостат. Кристализацион криостат. Криостат схемаһы. Криостат ҡулланыу.
КРИОФИЛДАР [рус. < гр. kryos ‘һыуыҡ’ + phileö ‘яратам’] (Р: криофилы; И.: cryophiles; T: cryophiles) и.
Түбән температуралы һыуыҡ һыуҙа, боҙ һәм ҡарҙа йәшәй торған ябай организмдар. □ Криофилы. ■ Криофилдар рәтенә бер куҙәнәкле ылымыҡтар, бөжәк һәм селәусендәр инә. Интернет селтәренән.
КРИОФИТТАР [рус. < гр. kryos ‘һыуыҡ’ + phyton ‘үҫемлек’] (Р: криофиты; И.: cryophiles; Т: cryophiles) и.
Һыуыҡ һәм ҡоро урындарға яраҡлашҡан үҫемлектәр. □ Криофиты. ■ Криофит-тар — башлыса тундрала йәшәусе уҫем-лектәр. Интернет селтәренән.
КРИПТО... [рус. < гр. kryptos ‘йәшерен’] (Р: крипто...; И.: crypto; T: gizli) и.
Ҡушма һүҙҙәрҙең «серле» мәғәнәһен биргән тәүге өлөшө. □ Крипто... Криптофит-тар. Криптография.
КРИПТОГЕН (Р: криптогенный; И.: cryptogenic; T: kriptogenetik) с.
Сығышы билдәһеҙ булған. □ Криптогенный. Криптоген организм. Криптоген фауна.
733