Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 99


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОМШАРТЫУ
ҫыу. ■ [Басариев] барманы ла, йөрөмәне лә, быларҙың [Бәхтиәровтарҙың] йомшаҡ урындарын белешер өсөн уҙенең урынбаҫары Мағазовты ебәрҙе. Р. Солтангәрәев.
ЙОМШАҠ ҮЛӘН (Р: мякотница; И.: orchis; T.: bitki türü) и. бот.
Орхидея һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ваҡ йәшкелт сәскәле күп йыллыҡ үҫемлек. □ Мякотница (лат. Malaxis). Йомшаҡ улән тамыры. Йомшаҡ улән июнь, июль айҙарында сәскә ата.
ЙОМШАҠ ХОЛОҠЛО (Р: слабохарактерный; И.: flabby, weak-willed; T.: zayıf karakterli) c.
1. Ихтыяр көсө булмаған. □ Слабохарактерный, мягкотелый. Йомшаҡ холоҡло кеше. Йомшаҡ холоҡло булыу. ■ Йомшаҡ холоҡло, ихтыярһыҙ, ялҡау ир-егеттәр ошо мөхиттә ярала ла инде. «Ағиҙел», № 9, 2009.
2. Һәйбәт, изге күңелле. □ Хороший, добрый. ■ [Хөсниямал:] Балдай татлы телле, майҙай йомшаҡ холоҡло бул, балам! Т. Ғарипова. [Бибеш:] Хисбулла ла һәйбәт куцелле, йомшаҡ холоҡло кеше бит. 3. Биишева.
ЙОМШАҠ ХОЛОҠЛОЛОҠ (холок-лолоғо) (Р: безволие; И.: weak will; T.: iradesizlik) и.
Мәмәй ауыҙлылыҡ; ихтыярһыҙлыҡ. □ Безволие, мягкотелость, слабохарактерность. Йомшаҡ холоҡлолоҡ курһәтеу. Йомшаҡ холоҡлолоғо менән дан алыу.
ЙОМШАҠ ҺЫУ (Р: мягкая вода; И.: smooth water; T.: yumuşak su) и.
Эзбизле тоҙҙары әҙ булып, һабынды еңел иретә торған һәм эсәр өсөн тәмле булған һыу. □ Мягкая вода. ■ Буранбай битен сайҡаны, һабынлап йомшаҡ һыу менән башын йыуҙы. Т. Килмөхәмәтов.
ЙОМШАҠ ӘРЕМ (Р: полынь шелковистая; И.: wormwood species; T.: pelin) и.
Әсе тәмле, ҡырҡыу еҫле, аҡһыл-йәшел тетмәкәй япраҡлы, ҡаты тамырһабаҡлы күп йыллыҡ эре ҡый үләне. □ Полынь шелковистая (лат. Artemisia sericea). Йомшаҡ әремдец еҫе. Йомшаҡ әремдең сәскәһе.
ЙОМШАҠ ЯҠ (яғы) и. ҡар. йомшак ер 2. Йомшаҡ яҡтарҙы барлау. Йомшаҡ
яҡтарын табыу. И Баҫҡан саҡта Ахил уксәһен, һәр кем белеп, уҙе улсәһен: һәр кемдец бар йомшаҡ яҡтары, айҙың да бар ҡара таптары. Р. Ғарипов.
ЙОМШАРТҠЫС I (Р: слабительный; И.: purgative; T.: müshil) с.
Йомшарта торған. □ Слабительный. Йомшартҡыс сара. Эс йомшартҡыс дарыу эсеу. ■ [Бал] эсәктәр атонияһын дауалағанда юғары терапевтик йоғонтоға, йәнә эс йомшартҡыс, эс китәргес тәьҫиргә эйә һәм шундай дарыуҙарҙы алмаштыра ала. «Киске Өфө», № 19, 2009.
ЙОМШАРТҠЫС II (Р: разрыхлитель; И.: loosener, desintegrator; T.: yumuşatıcı) и.
1. Тупраҡты йомшарта торған ҡорал.
□ Разрыхлитель, рыхлитель. Йомшартҡыс менән эшкәртеу. Йомшартҡыс ҡулланыу. Үҫентеләрҙең төбөн йомшартҡыс менән йомшартып сығыу.
2. Аҙыҡты йомшартыусы һәм ҡабартыусы матдә. □ Разрыхлитель (например, теста), й Тәмләткестәр, йомшартҡыстар кеше организмына ҙур хәуеф тыуҙырмай. «Йүрүҙән», 15 март 2011.
3. Күнде, тирене йомшартыу ҡорамалы.
□ Мялка. Тире йомшартҡыс. Кун йомшартҡыс.
ЙОМШАРТЫЛЫУ (йомшартыл-) ҡ. төш. ҡар. йомшартыу, страд, от йомшартыу. Йомшартылған тупраҡ. Йомшартылған һыу. ■ Ә әйләнә-тирәләге бөхтәлеккә, тәртипкә ҡарап һоҡланмау мөмкин тугел: сәскәләрҙең уҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ултыртылған тутәлдәр, у талған, кәрәк ерендә йомшартылған, йәшелсәләргә бай баҡса, төҙөк, матур итеп буялған йорт-ҡура. «Йәшлек», 9 сентябрь 2009.
ЙОМШАРТЫУ (йомшарт-) (Р: смягчать; И.: soften; T: yumuşatmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер хәрәкәт, процесс арҡаһында йомшаҡ хәлгә әйләндереү, йомшаҡ итеү.
□ Смягчать, размягчать; разминать. // Смягчение, размягчение. Майлап йомшартыу. Тирене йомшартыу. Һыулап йомшартыу. ■ Балдың фитогормональ һәм биологик әуҙем компоненты бар. Ул тирене йомшарта, ҡан әйләнешенә булышлыҡ итә. «Йәшлек»,
4*
99