ҠАН
тотолған йүгеректәрҙе лә әллә ҡайҙа ҡал-дырыуы — йүгерек аттар үрсетеү өсөн ҙур табыш. С. Ильясов; 2) кусм. керһеҙ күңел. □ Чистая, светлая душа. Саф ҡанлы егет. Сиртһәң ҡаны сығыр<ға тора> һимеҙ, ҡыҙара бүртеп торған кешегә ҡарата әйтелә. □ Налитой, полный, здоровый. ■ [Миңһылыу еңгәнең] элекке сиртһәң ҡаны сығырҙай булып торған биттәре һурылған, сәстәре йоҡарған, араһында эре аҡ бөртөктәр ҙә байтаҡ. Р. Солтангәрәев. Таҙа ҡан ҡар. саф ҡан. ■ Өргән эт тешләмәй, дуҫтар, аҫтыртын эттән һаҡлан. Сөнки нәфрәт йөрөй һөрһөп, аҡмай унда таҙа ҡан. Р. Ғарипов.
ҠАН II (Р: очень; И.: much; T: çok) р.
Бик, ныҡ (айырым ҡылымдарҙың мәғәнәһен көсәйтә). □ Очень, сильно (употребляется для усиления значения отдельных глаголов). Ҡан ҡаҡшатыу.
ҠАНА (Р: ну, ну-ка; И.: well, now then!, come on!; T.: haydi) ымл.
1. Ниндәйҙер эшкә өндәү, ҡеүәтләүҙе белдерә; йә. □ Ну, ну-ка, давай, давай-ка (выражает побуждение к действию, одобрение). Ҡана, йырлап ебәр әле. Ҡана, ҡурай һыҙҙыртып ебәр. Ҡана, бейеп ал әле.
2. Ниндәйҙер эшкә саҡырыуҙы, әйҙәләүҙе белдерә; әйҙә. □ Давай-ка (выражает побуждение, призыв к действию). Ҡана, урамға сығып киләйек. Ҡана, барып киләйек. ■ Ҡана, бер һәйбәтләп, сәхрәлә иркенләп сәй эсеп алайыҡ әле. һ. Дәүләтшина.
3. Ниндәйҙер эшкә ыңғайлыҡ, теләк белдергәнде аңлата; йә, булмаһа. □ Ну-ка, раз уж так (выражает согласие к действию). Ҡана, бир һуң, эшләп ҡу яйым. ■ Ҡана, булмаһа, бер йырлап ебәрәйем әле «Сибай»ҙы. Б. Бикбай.
4. Нимәлер һорағанда әйтелә; ҡайҙа, бир әле. □ Давай-ка (выражает просьбу). Ҡана, сәй яһап бир әле. ■ [Закир:] Ҡана, еңгә, айран һыулап эсер әле. 3. Биишева. [Шәрифулла — ҡатынына:] Әсәһе, ҡана, беҙгә ойотҡаныңды һалып бирсәле. Я. Хамматов.
5. Ниндәйҙер эшкә, ярҙамға рөхсәт һорағанда әйтелә; бир әле. □ Давай-ка (выражает разрешение к действию, помощи). Ҡана, биҙрәңде тотошайым. Ҡана, сумкаңды кутәрешәйем. М Аба, өйөң һыуынып киткән дә баһа, ҡана, мейес яғып ебәрәйем әле, самауыр ҙа ҡуйырмын. М. Тажи.
ҠАН АҒЫҘЫУ (ҡан ағыҙ-) ҡ.
1. ҡар. ҡорбан салыу. Ҡан ағыҙыу йолаһы. Ҡан ағыҙып, ҡунаҡ йыйыу. Ҡан ағыҙыу көнө.
2. диал. ҡар. ҡан ҡойоу. Ҡан ағыҙып һуғышыу. Ҡан ағыҙып алынған ирек. Ҡан ағыҙып яуланған үҙаллылыҡ.
3. ҡар. ҡан алдырыу. Ҡан ағыҙып дауалау. Ҡан ағыҙыу менән шөғөлләнеү. ■ Атайым һәм уның бер туған апаһы Нурия инәйем һөйләуенсә, ҡартатайыбыҙ Халис кешенең ҡанын ағыҙып дауалар булған. «Киске Өфө», №13, 2012.
ҠАН АҒЫУ (ҡан аҡ-) (Р: кровоточить; И.: bleed; T: kan gelmek) ҡ.
1. Яралы, йәрәхәтле урындан ҡан килеү.
□ Кровоточить. // Кровотечение. Яранан ҡан аға. Ҡан аға башлау. ■ Ҡөсөргәнеп тырышҡас, ауыҙынан үгеҙҙең ҡап-ҡара ҡан аҡҡан, ти. «Урал батыр».
2. Ҡан тамырҙары буйлап ҡан йөрөү.
□ Движение крови по сосудам. // Кровообращение.
3. һуғышта, яуҙа ҡан түгелеү, ҡан ҡойолоу. □ Проливаться (о крови в бою).// Кровопролитие, кровопотеря. ■ Дошмандарҙың ҡурғаш ямғырынан ҡыҙыл йылға булып ҡан аҡты. «Көнгәк», 11 май 2012. Йөҙ вә мең саҡрым һуҙылған киң фронтта ҡан аға, йәнҡыярҙар унда асҡан ит вә ҡандан ҙур баҙар! Д. Юлтый.
4. Нимәнеңдер рухы, башланғысы йәшәү. □ Быть в духе чего-л. ■ [Биксәнтәй:] Шулай итеп, Әхмәтйән уғлым, һинең тамырҙарыңда минең ҡан аға: мин һинең атайың булам. И. Ноғоманов. Юҡ, дуҫтарым, мин бит шул уҡ һаман, һаман миндә шул уҡ ҡан аға, шул уҡ күҙем баға донъяға. Р. Ғарипов.
180