ҠАРТАЙТЫУ
ҡартаймыш дәгел, бәлки кисмеш (үткән) заман хәбәрҙәренә, ата-баба мәҡәлдәренә, милли мәҫәлдәрҙе, әһле исламға мөнәсәбәтле улан хикәйәләрҙе уҡыласаҡ бер китап ине. Р. Фәхретдинов.
ҠАРТАЙТЫУ (ҡартайт ) (Р: старить; И.: age; T.: ihtiyarlatmak) ҡ.
1. Олоға, ҡартҡа әйләндереү; ҡарт итеү, олоғайтыу. □ Старить, состарить кого.
■ Ғилмияза ауыр көрһөндө, йылы, яғымлы ҡулдары менән Алдарбайҙың битен һыйпаны. «Һин бирешмәгәнһең, бынау һаҡалың ғына... Юҡ, ул һине ҡартайтмай, матурлай ғына». Н. Мусин. Дүрт йыл барған һуғыш күптәрҙең башын ашаны, ваҡытынан алда ҡартайтты. «Башҡортостан», 3 май 2012. Ҡыҙ балаҡай китһә, һис ҡайта алмай, ят ерҙәрҙә башын ҡартайта. Халыҡ йырынан. • Яман ат, яман ҡатын — ирҙе шулар ҡартайтыр. Әйтем. Ҡатын-ҡыҙҙы өс нәмә — илаҡ бала, иҫерек ир һәм сей утын ҡартайта. Әйтем.
2. эйһ. ф. ҡар. ҡартайыу, безл. ф. от ҡартайыу. Я «Еттек тәме ни?— тип ҡуйҙы Тимербай, һиҫкәнеп. — Ух-х, өшөтөп киткән һымаҡ булдысы... Әллә ҡартайта ла башланы инде...» 3. Биишева.
ҠАРТАЙЫЛЫУ (ҡартайыл-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. ҡартайыу, безл. ф. от ҡартайыу.
■ [Йәноҙаҡ:] Ос һәнәгеңде биреп тор әле. Шул бер ос һәнәклек тура килтереп, эшләп ала алмай ҡартайылды инде. Н. Мусин. [Хәсән бабай:] Эш бер ҡасан да ҡасмаҫ ине, ә бына көрәшсе саҡ ҡасты... Уны хәҙер, ер тырнап илаһаң да, ҡайтара алмайһың... Ҡартайылды хәҙер... 3. Биишева.
ҠАРТАЙЫП КИТЕҮ (ҡартайып кит ) ҡ. ҡар. ҡартайыу. Я [Эрнст — Тайфур ағайға:]Хәҙер, ней, йөрөмәй инде ул. Атайым ҡартайып китте бит. Ул Сталинградта ҡырҡ бер яра алған булған. «Йәшлек», 25 ноябрь 2010. Бергә юлға сыҡҡас ҡына, Рамазан Нефёдычтың ҡапыл кәрһеҙләнеп, ҡартайып китеүенә иғтибар итте. Ә. Хәкимов. Сә-хиуллаһының ҡайғыһынан һуң ҡапыл ныҡ ҡартайып киткәйне ул [Сәхибә әбей].
3. Биишева.
ҠАРТАЙЫУ (ҡартай-, ҡартая) (Р.: стареть; И.: advance in age; T.: yaşlanmak) к.
1. Оло йәшкә етеү, ҡартҡа әйләнеү; олоғайыу. □ Стареть, стариться, состариться. // Старение. Ҡартая төшөү. Ҡартая барыу. Я Ҡартайыуҙың сигенә етеп, күҙенән яҙып ҡалған Йәнмырҙа бер көн кис балаларын сыуал янына йыйған. Әкиәттән. Лидия Николаевнаның йөҙө ҡапыл ҡартайып, йыйырсыҡтары тәрәнәйҙе, көлһыу ирендәре ҡыҫылды. Т. Ғарипова. • Ҡүҙ ҡартая, күңел ҡартаймаҫ. Мәҡәл.
2. күсм. Сафтан сығыу, иҫкереү. □ Выйти из строя, стареть, ветшать; изнашиваться. Я Башҡортостандың скважиналары ҡартайҙы, күпселегендә нефть урынына һыу сыға, хатта һыу һикһән-туҡһан процентҡа ла етә. Р. Солтангәрәев.
♦ Ҡартайған (ҡартаймыш) көндә шул уҡ ҡарт көндә {ҡар. ҡарт). Я Ҡайһы берәүҙәрҙең ҡартайған көндә ҡараусыһыҙ ҡалыуы — күңелһеҙ күренеш. «Йәшлек», 1 октябрь 2009. Ҡартайғансы аҡыл инмәгән {йәки ултырмаған) оло кешенең берәй ҡылығын хуп күрмәй, шелтәләгәндә әйтелә. □ До старости лет ума не нажил(а). Я «Был тиклем дә ҡартайғансы аҡыл ултырмаған әҙәм булыр икән! Ҡуй-куй, ана һөтө менән кермәһә, тиҙәр бит... Үҙе ҡартаймам тиме икән? Әллә ниҙәр күрер әле...» — Әллә әбейҙең күңеле булһын тип, Райхан ирен бик яман әрләргә тотондо. Р. Солтангәрәев. Ҡартая белмәү ҡартлыҡты тоймау, ҡылыҡта, эштә ҡарт икәнде һиҙмәү. □ Чувствовать себя молодым. Я Беҙ ҡартайһаҡ та — тормош йәшәрә. Шуға күрә лә ана шул йәш тормош ҡосағында үҙеңде ҡарт итеп һиҙмәйһең, йөрәк беҙҙең һаман йәш көйгә тора, ҡартая белмәй йөрәк. А. Карнай. [Мәликә әбей — Хәбибулла ҡартҡа:] Теше ҡойолоп, һаҡал-мыйығы ағарып бөткән көйөнә әллә ни һөйләй! Ҡуй инде, ҡуй, ғүмере ҡартая белмәнең. Я. Хамматов. Ҡартая белмәгән ҡарт ишәк ҡар. ишәк. Я Өммөгөлсөм йыуаш ҡына һуҡранды [Мөхәмәтшаға]: «Ҡартая белмәгән ҡарт ишәк». М. Хужин. Үлмәҫбикә
300