ҠОЛАҠҺЫҘ
ҠОЛАҠ ТОНОУ (ҡолаҡ тон-) (Р.: закладывать уши; И.: be muffled; T.: kulağı sağır olmak) ҡ.
1. Ваҡытлыса ишетмәй тороу. □ Закладывать, заложить уши. Ҡаты шартлауҙан ҡолаҡ тоноп тороу. Шау-шыуға ҡолаҡ тоноу. ■ Йөгө дағыр-доғор барған машина урамдан үткәндә тәҙрәләр дер һелкенеп, ҡолаҡ тоноп ҡала. М. Хисмәтов. Шартлап ярылған снарядтарҙан ерҙәр һелкенде, ҡолаҡ тондо. Я. Хамматов.
2. Ишетмәй башлау, насар ишетеү. □ Оглохнуть. Ҡартайһаң, ҡолаҡ тона.
ҠОЛАҠТЫҠАЙ (Р.: лоханка; И.: (wash) tub; T.: leğen) и. диал.
Ағас тәпән; лаҡан. □ Лоханка, лохань. Ҡо-лаҡтыҡай эшләү. Ҡолактыкай яһау ысулдарын өйрәнеү. Ҡолаҡтыҡайға май һалыу.
ҠОЛАҠТӘПЕЙ и. анат. диал. ҡар. ҡолаҡ йомшағы. Ҡолаҡтәпейен тишеү.
ҠОЛАҠҺА (Р.: верхняя обвязка сруба, состоящая из двух подгнётных боковых брёвен; И.: framework log; T.: kesme kütüğü) и.
1. Бураның баш-башы оҙонораҡ булып сығып торған ике еҫкә бүрәнәһе. □ Верхняя обвязка сруба, состоящая из двух подгнётных боковых брёвен. Ҡолаҡһаһын һалыу.
2. Сығынсы йәки өркәк аттың күҙен ҡаплау өсөн йүгәнгә ике яҡлап тегелгән күн. □ Шоры уздечки; наглазник. Күн ҡолаҡһа тегеү.
3. диал. ҡар. ҡолаҡбау I. Ҡамыттың ҡолаҡһаһын бушатыу.
4. этн. диал. ҡар. ҡолаҡсуҡ 1. Ҡашмауға ҡолаҡһа тегеү. Ҡолаҡһаға сулпылар тағыу.
ҠОЛАҠ ҺАЛЫУ (ҡолаҡ һал-) (Р: прислушиваться; И.: put one’s ear to; T.: kulak vermek) ҡ.
1. Һүҙгә, тауышҡа иғтибар йүнәлтеү. □ Прислушиваться. ■ Рамазан ҡапыл туҡтап, ауыл яғына ҡолаҡ һалып торҙо, бер-ике аҙым артҡа атланы. Ә. Хәкимов. Хаммат, тирә-яҡҡа ҡолаҡ һалып, оҙаҡ ҡына тыңлап ултырҙы. 3. Биишева. Шамил да, брикет бушатҡан көрәгенә таянып, Зөлфиәнең йы
рына ихлас ҡолаҡ һалды. Ш. Янбаев. Мөлөк ағай, үкергән тауышҡа ҡолаҡ һалып, ни икәнен белергә бөтә көсөн һалһа ла, төшөнә алманы. Т. Хәйбуллин.
2. Әйткәнде тыңлау, иғтибарға алыу.
□ Слушаться чъих-л. советов, обращать внимание. ■ Олоға ҡолаҡ һалмау — яманлыҡтың билдәһе. Ҡобайырҙан. Ололар һүҙенә ҡолаҡ һалыу кәрәк. Р. Солтангәрәев. Ҡолаҡ һал, тыңла беҙҙәрҙе! М. Өмөтбаев. [Әхмәт-шаһ хәҙрәт:] Генерал-адъютант Александр Тимашев әсәһенең һүҙенә ҡолаҡ һалыр, тип уйлайым. Ф. Янышев. Һин дә ҡолаҡ һал һүҙемә, милләт: иш янына ҡуш көтәме затым, ни хәлдәрҙә төп нигеҙ — төп мөлкәт ? X. Назар. Дала кешеләре элек-электән шулай ата-әсәһен һүҙһеҙ тыңларға, үҙенән өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға ғәҙәтләнгән. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». • Ҡарама үҙенә, ҡолаҡ һал һүҙенә. Әйтем.
ҠОЛАҠ ҺӨЙӨНСӨҺӨ (Р: дар свахе от родителей жениха после согласия девушки на брак; И.: part of a wedding ritual; T.: bir düğün âdeti) и. этн. диал.
1. Ҡыҙҙың кейәүгә сығырға ризалығын алғас, һөйөнсөһөнә егеттең ата-әсәһе тарафынан яусыға бирелгән бүләк. □ Дар свахе от родителей жениха после согласия девушки на брак. Ҡолаҡ һөйөнсөһө алыу. Ҡолаҡ һөйөнсөһө биреү. Ҡолаҡ һөйөнсөһө әҙерләү.
2. Яҡшы хәбәр өсөн бирелә торған бүләк.
□ Вознаграждение за хорошую весть. Ҡолаҡ һөйөнсөһө алыу. Ҡолаҡ һөйөнсөһө һорау.
ҠОЛАҠҺЫҘ (Р: безухий; И.: earless; T.: kulaksız) с.
1. Ҡолағы (2) булмаған, ҡолағы юҡ.
□ Безухий. Ҡолаҡһыҙ эт. • Һыуыҡ менән көрәшкән ҡолаҡһыҙ ҡалған. Әйтем.
2. Ҡолағы (4, 5) булмаған. □ Без ушка, без ушей. Ҡолаҡһыҙ кәпәс. Ҡолаҡһыҙ самауыр. Ҡолаҡһыҙ суйын. ■ Яков, ике ҡулын һуҙып, бер аҙым алға атланы ла, яҙа баҫып, баҫҡыстан ҡоланы. Ҡолаҡһыҙ ҡупы бүрке ситкә тәгәрәп китте. М. Кәрим.
431