Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 433


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЛАС ЙӘЙЕҮ
башка һыу үҫемлектәре каплаған. Картотека фондынан.
ҠОЛАН ТАҘА (Р.: совершенно здоровый; И.: hale and hearty; T.: sağlıklı) c.
һап-һау, сәләмәт, таҙа. □ Совершенно здоровый. Ҡолан maşa бала,
ҠОЛАН ТӘКӘ (Р.: большой баран; И.: large ram; T.: koç) и. диал.
Ҙур һарыҡ тәкәһе. □ Большой баран. ■ Ҡоҙағый килде туйға тип, ҡолан тәкәләрҙе тулатып. Экспедиция материалдарынан.
ҠОЛАҢСА (Р: твёрдая мозоль на внутренней стороне коленей лошади; И.: kind of hard corn; T.: at ayağında çıkan nasır) и.
Ат тубығының эс яғындағы ҡаты сөйәл. □ Твёрдая мозоль на внутренней стороне коленей лошади. Ҡолаңса сыҡҡан.
ҠОЛАРАЙ и. зоол. диал. ҡар. ҡоралай. Ҡоларай мөгөҙө. Ҡоларай тиреһе. Ҡоларай аулау.
ҠОЛАС (Р: размах (рук)\ И.: span; Т: kolların açıklığı) и.
1. Йәйелгән ике ҡул осоноң, ҡанаттар араһы. □ Размах (рук, крыльев). Ҡоласы киң. Ҡоласҡа алыу. М Алып батыр көслө, уның ҡоласы киң. К. Мәргән. Был тауҙың буй-буй булып аҫҡа төшкән үҙәндәрен муйыл, әлморон, ҡарама ҡыуаҡтары, ваҡ ҡайындар һырып алған, иң аҫта ҡолас етмәҫ өйәңкеләр ирәйеп ултыра. 3. Ураҡсин. • һәләтһеҙҙең ҡоласы бер ҡарыш. Әйтем. Ыласындың ҡоласы киң. Әйтем.
2. Шул аралыҡҡа тиң булған үлсәү берәмеге. □ Мера длины в размах рук, маховая сажень, обхват, охват. Йыуанлығы өс ҡолас имән. ■ Тау һыртына ултырған, өс ҡолас саҡ етмәле ҡарағай төбөнә килеп туҡтағас, Ҡәҙермәт Шәһүрәгә нисек солоҡҡа менергә өйрәтте. Н. Мусин. Алпамышаның үҙенән башҡа бер кем дә тарта алмаҫ ике ҡолас мөгөҙ янын, алмас башаҡлы уҡтарын табып алып ҡайталар. «Алпамыша». • Ата алмағандың уғы алты ҡолас китер. Әйтем. Бер ҡолас — ер
түгел. Әйтем. Алдаҡсының теле мең ҡолас. Әйтем.
3. күсм. Ниндәйҙер эш-хеҙмәттең күләме, ҙурлығы тураһында. □ Размах, масштаб, широта, диапазон (работ). Киң ҡоласлы төҙөлөш.
♦ Ҡырҡ {йәки алтмыш) ҡолас бик оҙон.
□ Очень длинный. В Алтмыш ҡолас аждаһа, йомарланып йомғаҡтай, тупһаға ятып йоҡлағас, ошо ишектән үтерһең. «Аҡбуҙат». һеңлеһе Ҡарлуғас уға [Алпамышаға] алтмыш ҡолас оҙонлоғо ебәк арҡан ишеп бирә. «Алпамыша». • Ялғансының ҡойроғо ҡырҡ ҡолас. Мәҡәл.
ҠОЛАСАЙ (Р: савраска; И.: (cart) horse; T.: kula at) и.
Ҡола (I) ат. □ Савраска, лошадь. Ҡоласайҙарҙы утлауға ҡыуыу. М Тал буйында тонок һыуҙы һайлап эсер ҡоласай. Халыҡ йырынан.
ҠОЛАС АЛЫУ (ҡолас ал-) ҡ. ҡар. ҡолас йәйеү 3. Илдәге күтәрелеш киң ҡолас алды. ■ Яңы элеваторҙар төҙөү эштәре тик август айҙарында ғына ҡолас ала. Картотека фондынан.
ҠОЛАС ЕТМӘҪЛЕК (Р.: неохватный; И.: boundless, very vast; T: gayetsiz) c.
1. Әйләнәһе ҙур, арҡырыға киң; йыуан. □ Неохватный, необхватный, необъятный. Ҡолас етмәҫлек бағана. Ҡолас етмәҫлек ҡарт ҡарағайҙар. Ҡолас етмәҫлек ағастар.
2. Икһеҙ-сикһеҙ, киң. □ Бесконечный, безграничный, безбрежный, без конца и края. Ҡолас етмәҫлек киң далалар. Ҡолас етмәҫлек сәхрәләрҙә йөрөү.
ҠОЛАС ЙӘЙЕҮ (ҡолас йәй-) (Р: раскинуть руки; И.: stretch one’s arms; T.: kolları geniş geniş açmak) ҡ.
1. Ҡулдарҙы ике яҡҡа йәйеп ебәреү.
□ Раскинуть руки. ■ Вася йоҡо аралаш ниҙер һөйләнеп, ҡоласын йәйеп ебәрҙе. Ә. Хәкимов. һөйөндөм мин, сумдым унда балыҡтай, ҡолас йәйеп йөҙҙөм һис тә ялҡмай. Р. Назаров. Тотош аҡтан кейенеп, билен көмөшлө ҡәмәр менән быуып ебәргән Аҙнағол, ҡоласын йәйеп,
433