Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 435


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЛ БИЛӘҮСЕ
ояһын туҙҙырғанда булды был мажара. М. Кәрим.
ҠОЛАУ I (ҡола-) (Р.: падать; И.: fall down; T.: düşmek) ҡ.
1. Торған ерҙән йәки үрҙән ауыу; йығылыу. □ Падать, сваливаться. Ултырғыстан ҡолау. Артҡа ҡолау. Тайып ҡолау. Соҡорға ҡолап төшөу. Өй башынан ҡолап төшөу. Аттан ҡолап төшөу. Ағас башынан ҡолап төшөу. Бала ҡолап китте. ■ Зилский .. ҡобараһы осоп, ҡолап китте. Халыҡ аң-таң булып ҡалды. Ғ. Дәүләтшин. Ялп-йолп иткән йыртҡыс ҡолап китте, тубәнләскә табан тәгәрәп барып, баҫырау йыуанлығы ағасты һындырҙы. Н. Мусин. [Зиннәт:] Иҫеңдәме, Әҡлимә, кәңгелдәп бәуелә торғас, һеҙҙең кәртәне һындырып, ҡолап төшкәйнек. Ф. Иҫәнғолов. Төлкө стена буйлап өй башына менә башлаған да ҡолап төшкән. Әкиәттән. Йәнәй һыбайлыларының бер-икеһе ҡолап төштө. К. Мәргән. [Юламан] ваҡыт-ваҡыт хатта уҙен дә онота һымаҡ, бына-бына диңгеҙгә ҡолап төшөр ҙә, бер ҡасан да йәшәмәгән кеуек, юҡ та булыр һымаҡ.
3. Биишева, һарайҙа шау-шыу ҡубып, ике уртаға ярылып, Шулгән, Зәрҡум икеһе ер аҫтына осҡан, ти, ямға ҡолап төшкән, ти. «Урал батыр». Батырҙарҙың кубеһе ҡырылған. Әмәкәсте атып йыҡҡандар. Ул аттан ҡолап ҡалып, шунда улеп ҡалған, ти. Әкиәттән. Улай ҙа, менгеһе һөрлөгөп, эйәрҙән ҡолап ҡалған бер сарбазды тоторға иреште Урҙа куҙәтселәре. Ә. Хәкимов. Иван-болыҡсы артынан төшөп килеусе Салауат бейектән ҡолап, кәмә ситенә уң бото менән бәрелде, хатта ыңғырашмай туҙә алманы. Б. Рафиҡов. • Үҙе ҡолаған иламаҫ. Әйтем.
2. кусм. Хакимлығы бөтөү, урынынан төшөү. □ Пасть, прекращать существование, быть свергнутым. Батша тәхете ҡоланы.
♦ Өҫкә ҡоларҙай булып тороу бик бейек һәм текә булыу (тау, ҡая һымаҡ бейек нәмәләргә ҡарата). □ Быть крутым, отвесным (о горах, скалах и т. п.). Ҡалалағы таш
йорттар өҫкә ҡоларҙай булып тора. Бейек ҡаялар өҫкә ҡоларҙай булып тора.
ҠОЛАУ II (Р: ушко ведра; И.: lag; Т.: kulp) и. диал.
Биҙрә ҡолағы. □ Ушко ведра. Биҙрә ҡола-уын һындырыу.
ҠОЛАҺАСУҠ (ҡолаһасуғы) и. диал. ҡар. ҡолаҡсуҡ 1. Ҡолаһасук тағыу.
ҠО Л АШ А I (Р: деревянная плоская посуда для соления мяса; И.: dish for salting meat; T: et tuzlama kapı) и. диал.
Ит тоҙлау өсөн ағастан яһалған йәйенке һауыт. □ Деревянная плоская посуда для соления мяса. Ҡолаша яһау. ■ Ҡолашала тоҙланған ит һәйбәт була. Экспедиция материалдарынан.
ҠОЛАША II и. диал. ҡар. табут. Ҡолаша эшләу. Мәйетте ҡолашаға һалыу.
ҠОЛА ЯЛАН (Р: голое поле; И.: bare field; T.: açık alan) и.
1. Асыҡ, буп-буш, бер нәмә булмаған тигеҙ ер. □ Голое поле. ■ Теге йылда урманын киҫтергәндән һуң тирә-яҡ ҡола ялан булып ҡалғайны. Н. Мусин. Ҡола яландағы усаҡтан нескә генә төтөн һыҙыла, хужа, курәһең, ут һунмәһен өсөн, тиҙәкте төтәтеп ҡуйған. 3. Ураҡсин. Булмәләр ҡола ялан кеуек киңәйеп, бушап ҡалған. Ф. Иҫәнғолов.
2. миф. Башҡорт мифологияһында магик дауалау ваҡытында ен-шайтандарҙы ҡыуып ебәрә торған асыҡ урын. □ Голое поле (в башкирской мифологии место, куда изгоняются злые духи при магическом лечении). ■ Ҡый-супкә кус, ҡола яланға кус. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОЛ БИЛӘҮ I и. ҡар. ҡол биләүсе-лек. М Ҡол биләу заманында, һис шикһеҙ, ҡол буләк итеу мәртәбәле һанала, шуға ла буләктәр араһында иркенән мәхрум һылыуҡайҙар булыуы ла тәбиғи. «Башҡортостан», 12 февраль 2012.
ҠОЛ БИЛӘҮ II (ҡол билә-) ҡ. ҡар. ҡоллау. Ҡол биләп тотоу.
ҠОЛ БИЛӘҮСЕ (Р: рабовладелец; И.: slaveowner; T.: köle sahibi) и. тар.
435