ҠЫҘЛЫҠ ПӘРҘӘҺЕ
куреп был эште, ҡыҙ ҡолағын тешләткән. Халыҡ ижадынан.
ҠЫҘ-ҠОРАТ и. диал. ҡар. ҡыҙ-ҡырҡын.
ҠЫҘҠОРТҠА и. диал. ҡар. ҡарт ҡыҙ.
М Ҡейәугә сыҡмай ҡыҙҡортҡа булып ҡалған. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘ ҠОТОЙ (Р.: мальчик, предпочитающий играть с девочками; И.: boy befriending girls; T.: kızlarla oynamayı tercih eden oğlan) и.
Ҡыҙҙар араһында йөрөүсән, ҡыҙҙар менән бергә уйнарға әүәҫ малай. □ Мальчик, предпочитающий играть с девочками. Ҡыҙ ҡотой гел ҡыҙҙар эргәһендә йөрөй. Ҡыҙ ҡотой ҡыҙҙар менән ҡатышып уйнап тик йөрөй.
ҠЫҘ ҠУШЫУ (ҡыҙ ҡуш-) (Р.: обряд проведения первой брачной ночи; И.: joining a bride with her bridegroom; T.: kavuşturmak) ҡ. этн.
Өйләнешеүсе егет менән ҡыҙҙы ҡауыштырыу. □ Обряд проведения первой брачной ночи. Ҡыҙ ҡушырға ҡыҙ яғынан еңгәләре оҙата бара. М .. Ишек асылыу менән, тышта көтөп торған еңгәләр ҡыҙ ҡушыу йолаһын башҡарырға Нурияны «ҡушылаһы йорт»ҡа әйҙәне. Г. Яҡупова.
ҠЫҘ-ҠЫРҠЫН (Р: девушки; И.: girls; T.: kızlar) и. йыйн.
Ҡыҙҙар. □ Девушки. ■ Ул арала булмай, Әхмәдиҙең аш өйө «һөт машинаһы» курә килеусе бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға менән тулып китте. Ж. Кейекбаев. Фәузиә-Барсынбикә уҙе лә бит йыйындарҙа ҡыҙ-ҡырҡындың ғына тугел, ил ҡарттарының куҙенә йәш эркелдереп ултыртып ҡуйыр ине. Т. Ғарипова. [Тулыбай] ахырҙа сабыр ғына туҙергә булды. Үткән-һуткән ҡыҙ-ҡырҡынға ҡарап ултыра башланы. Д. Бүләков. Ҡарағас һағыҙы бында ҡыҙ-ҡырҡын араһында иң ҡиммәтле, ҡәҙерле сәйнәу әйбере иҫәпләнә.
3. Биишева. Эшсе егет, ҡыҙ-ҡырҡындар эштән ҡайта йырлашып. Эшләп тапҡан табышы менән көн итәләр гөрләшеп. Таҡмаҡтан. Йыл да бер ҡат йыйҙыра, һарайына алдыра; ҡыҙы һайлай егетен, уҙе [Ҡатил]
һайлай ҡыҙ-ҡырҡын, ҡалғандарын тағы ла ярандары ҡарайҙар. «Урал батыр».
ҠЫҘ-ҠЫРҠЫН УҘЫУЫ (Р: обряд посвящения девочки в девушку; И.: girls' initiation rite; T.: bir tür gelenek) и. этн.
Ҡыҙ баланың йәше күремгә етеү менән уҙғарыла торған йола. □ Обряд посвящения девочки в девушку (инициация). ■ Элек башҡорттар ҡыҙ баланың йәше куремгә етһә, ҡыҙ-ҡырҡын уҙыуы уткәргәндәр. Башҡорт мифологияһынан.
ҠЫҘЛАЙ (Р: девственницей; И.: as a virgin; T.: bakire) р.
Ҡыҙ сафлығын һаҡлаған көйө; ҡыҙлата.
□ Девственницей, будучи девственницей. Ҡыҙлай кейәугә биреу. Ҡыҙлай кейәугә сығыу.
ҠЫҘЛАТА р. ҡар. ҡыҙлай. • Ҡарт булһа ла, ҡыҙлата ал. Әйтем.
ҠЫҘЛЫҠ (ҡыҙлығы) (Р: период до замужества; И.: period before marriage; T.: kızlık) и.
1. Ҡыҙ булып йәшәгән ваҡыт; ҡыҙ баланың кейәүгә сыҡҡанға тиклемге ваҡыты.
□ Период до замужества. Ҡыҙлыҡ дәуере. М [Йәмил:] Был кәнтәйе лә, уҙенең намыҫын һәм ҡыҙлыҡ дәрәжәһен онотоп, бөгөн Радмир менән бергә ҡуныр әле, бына куреп тор! Р. Байбулатов.
2. Ҡыҙ сафлығын билдәләгән яры; ғиффәт. □ Девственная плева. ■ Ниңә булмаһын, — тине ҡатын [Анна Емельяновнаға], ҡыҙарынды, — бер-бер артлы тупырла-тып таптым — һинең кеуек ҡыҙлыҡ һаҡлап йөрөмәнем. Й. Солтанов. [Хашим — Гөлбаныуға:] О-о! һин бигерәк: ҡыҙлыҡ алыу — табанды ярып тоҙ һалыу тугел бит ул. Т. Ғарипова.
ҠЫҘЛЫҠЛЫ с. ҡар. ғиффәтле. Ҡыҙлыҡлы булыу.
ҠЫҘЛЫҠ ПӘРҘӘҺЕ (Р: девственная плева; И.: hymen; T.: kızlık zarı) и.
Ҡыҙ сафлығын билдәләгән яры; ғиффәт.
□ Девственная плева. ■ Ҡыҙлыҡ пәрҙәһе ҡыҙ баланы төрлө инфекцияларҙан һаҡлау
659