Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 697


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙПЫЛЫУ
былар өсөн генә йән ҡыйнаманы, яҙмыштарын имгәтмәне. М. Кәрим. • Йөрөмһөҙ ат йән ҡыйнар. Мәҡәл.
2. диал. ҡар. туҡмау. Ҡыйнап ташлау. Ҡыйнап йөрөу. Ҡыйнап сығыу. ■ Бер ваҡыт мин, йәш саҡта, ҡурше баҡсанан ҡыярҙар урланым. Уның өсөн башҡа бер малайҙы ҡыйнанылар. Ғ. Хәйри. Бер көн мәҙрәсәгә хосуси йомош менән барған ваҡытымда, Мөхәм-мәтйән менән Шаһишәриф исемле һаҡаллы шәкерттәр миңә һөжум итеп ҡыйнай башланылар. М. Ғафури. • Атына көсө етмәгән тәртәһен ҡыйнар. Мәҡәл. Һуҡыр йығылһа, таяғын ҡыйнар. Мәҡәл. һыйырҙы купме ҡыйнаһаң да ат булмаҫ. Мәҡәл. Иҫәр атына асыуланһа, ҡатынын ҡыйнар. Мәҡәл.
ҠЫЙНАШЫУ (кыйнаш-) ҡ. Һөйл. ҡар. һуғышыу.
ҠЫЙП (Р.: подражание резкому движению; И.: imitative word; T.: keskin hareketi bildiren yansıma) оҡш.
Бер яҡҡа ҡапыл янтайған йәки ҡыйшайған хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание резкому движению. Ҡыйп итеу. Ҡыйп итеп ҡалыу.
ҠЫЙПАЙЫУ (ҡыйпай-, ҡый пая) (Р.: косить; И.: list; T.: yana yatmak) ҡ.
Бер яҡҡа ҡырынайыу, ҡыйшайыу. □ Косить, крениться. Ҡыйпайып барыу. Ҡыйпайып ҡарау.
ҠЫЙПАҠЛАУ (ҡыйпаҡла-) (Р: резать наискосок; И.: cut slantwise; T.: verevliğine kesmek) ҡ.
Ҡыйпып-ҡыйпып юныу. □ Резать наискосок, рубить наискосок. Таҡтаны ҡыйпаҡлау. Итте ҡыйпаҡлау.
ҠЫЙПАНЛАҠ (Р: кокетливый; И.: coquettish; T.: cilveli) с.
Ҡыланыусан; ҡылансыҡ, ҡыйпысыҡ. □ Кокетливый, жеманный. Ҡыйпанлаҡ ҡатын. Ҡыйпанлаҡ ҡыҙ.
ҠЫЙПАНЛАУ (ҡыйпанла-) (Р: кокетничать; И.: play the coquette; T.: cilvelenmek) ҡ.
Ҡыйшан-мыйшан ҡыланыу; ҡылансыҡланыу. □ Кокетничать. Ҡыйпанлап торған ҡыҙ. Ҡыйпанлауы килешеп тора. • Ҡыҙ ҡыйпанлауын ҡуймаҫ. Әйтем.
ҠЫЙПЫҠ I с. диал. ҡар. ҡыйпысыҡ. М «Ысынмы? — тип көлөп ебәрҙе шофёр. — Ауылда өс Рәзилә бар ине, һеҙ дур-тенсеһе булаһығыҙ икән. һеҙҙе, моғайын, лесничий Рәзилә тип йөрөтөрҙәр. Тегеләрҙе бутамаҫ өсөн, береһен — кәстәй Рәзилә, икенсеһен — ҡара Рәзилә, өсөнсөһөн ҡыйпыҡ Рәзилә тип йөрөтәбеҙ». Н. Мусин.
ҠЫЙПЫҠ II (ҡыйпығы) и. диал. ҡар. ҡырпаҡ 1. Ҡыйпыҡ яуыу.
ҠЫЙПЫЛДЫРЫУ (ҡыйпылдыр-) (Р.: делать что-то косо; И.: make smth slantwise; T.: verevliğine yapmak) ҡ.
Бер ситкә ҡыялатыу, кәйелтеү. □ Делать что-то косо. Икмәкте ҡыйпылдырып телеу. ■ Малай һыу өҫтөнән ялпаҡ таштарҙы ҡыйпылдырып уйнарға яратҡан. Әкиәттән.
ҠЫЙПЫЛСЫҠ I (ҡыйпылсығы) (Р: отрез; И.: cut piece; T.: kupon) и.
Ҡыйып ҡырҡып алынған киҫәк, бәләкәй генә киҫәк; ҡырҡынды, ҡыйпыс. □ Отрез, лоскуток, кусочек. ■ Бына офоҡ яҡтыр-ғандан-яҡтыра бара ла, унан тәуҙә баҡыр тастың сите шикелле, ҡыйпылсыҡ куренә һәмул әкренләп кенә ҙурая башлай. Н. Мусин. Ә куперҙең икенсе яғына боҙ киҫәге урынына, һыу өҫтөн сыбарлап, ваҡ ҡыйпылсыҡтар ғына ағып сыҡты. Ф. Әсәнов.
ҠЫЙПЫЛСЫҠ II (Р: плоский; И.: flat; T.: düz) с.
Ҡыйпылып осоуға йәтешле; ялпаҡ. □ Плоский, приплюснутый. ■ [Автор] уртаға һалмаҫ, һыу өҫтөнән кәйелеп осҡан ҡыйпылсыҡ таш һымаҡ, ваҡиғаларға ҡағылыр-ҡағылмаҫ утеп китер ине, тәнҡитсе дуҫынан ҡурҡа. Ә. Хәкимов.
ҠЫЙПЫЛЫУ (ҡыйпыл ) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡыйпыу, страд, от ҡыйпыу. Ҡыйпылған улән.
697