ЛЕҺЕРЛӘШЕҮ
2. Таҡта ярыу машинаһы. □ Лесопилка. Лесопилка ялһыҙ таҡта яра.
ЛЕСПРОМХОЗ [рус. лесопромышлен -ное хозяйство] (Р.: леспромхоз; И.: timber industry enterprise; T.: ağaç kesme işletmesi) u.
Билдәле бер урында ағас әҙерләү, ҡырҡыу һ. б. эштәрҙе башҡарған ағас эшкәртеү хужалығы. □ Леспромхоз. Район леспромхозы. Леспромхоз эшсеһе. Леспромхоз техникаһы. ■ Урмансылыҡта ла шулай: ҡыш буйы леспромхоздарҙа ағас ҡырҡалар. Яҙын Аҡнөгөш буйлап Ағиҙелгә ҡыуғын ҡыуалар. Д. Бүләков. Ауыл араһындағы юлды йүнәтергә бөтә халыҡ, леспромхоздың барлыҡ машиналары сыҡты. Н. Мусин.
ЛЕСТЕК I с. диал. ҡар. бысый. Лестек икмәк.
ЛЕСТЕК II (Р.: дух болезней глаз; И.: eye deseases spirit; T: göz hastalıkları ruhu) и. миф.
Күҙ ауырыуы эйәһе. □ Дух болезней глаз. Лестек ҡыуыу им-томо.
ЛЕСХОЗ [рус. лесное хозяйство] и. ҡар. лесничество. Лесхоз урманы. Лесхоз хеҙмәткәре. Лесхоз директоры. Лесхоз биләмәләре. ■ Ҡыҙға өс йәш тулған йәйҙе Зөлҡәрнәевтәр Сытырлы аҡланының иң аулаҡ еренә лесхоз бүлеп биргән сабынлыҡтарын сабырға килделәр. М. Кәрим.
ЛЕТАЛЛЕК (леталлеге) [рус. < лат. letalis] (Р: летальность; И.: lethality; Т.: 1 etalite) и. мед.
Ауырыуҙар араһындағы үлеү осраҡтарын билдәләй торған статистик күрһәткес. □ Летальность. Дауаханалағы летал-лек.
ЛЕТАЛЬ [рус. < лат. letalis] (Р: летальный; И.: lethal; T: öldürücü) с.мед.
Үлеү менән тамамланған (хәл). □ Легальный. Деталь күренеш.
ЛЕТАРГИК ЙОҠО и. ҡар. мәрт. Летар-гик йоҡоға китеү.
ЛЕТАРГИЯ [рус. < гр. lethe + argia] (Р: летаргия; И.: lethargy; T.: letarji) и. ҡар. мәрт.
Йәшәү процестарының ҡырҡа түбәнәйеүе менән характерлы, бер нисә сәғәттән алып бер нисә көнгә тиклем һуҙылған патологик
йоҡо. □ Летаргия. / Летаргический. Летаргия үткәреү.
ЛЕТКА-ЕНКА [рус. < фин. letkajenkka ‘бәүелеү’I (Р: летка-енка; И.: kind of group dance; T.: bir tür dans) и. сәнғ.
Фин бейеүе. □ Летка-енка. Летка-енка бейеүен башҡарыу.
ЛЕТУН [рус.] и. һөйл. ҡар. алағанат II.
■ [Амантаев — Рәфҡәткә:] Мин Һине ле-тундыр тип уйламағайным. Р. Солтангәрәев.
ЛЕТУЧКА [рус.] (Р: летучка; И.: emergency meeting; T.: kısa toplantı) и. һөйл.
1. иҫк. Ашығыс мәсьәләне тиҙ генә ҡарау өсөн йыйылған йыйылыш, оперативка. □ Летучка. Летучкаға йыйылыу. Летучка үткәреү. Летучкала отчёт биреү.
■ [Искәндәр] теленә килгән әсе-әсе һүҙҙәрҙе ҡабатлап, ярһыуы ташып, редакцияға барып инһә, бөтә бүлмәләр буш, летучка башланған. Ә. Хәкимов.
2. иҫк. Нимәлер тураһында ҡыҫҡаса хәбәр иткән ашығыс яҙыу. □ Летучка. Летучка баҫтырыу. Летучка таратыу. Летучка сығарыу.
ЛЕҺЕР (Р: подражание шуму, возникающему при внезапном движении стада овец или толпы людей; И.: sound imitative word; T.: fırıl fırıl) оҡш.
Һарыҡ-кәзә йәки күмәк халыҡ ҡапыл урындан ҡупҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуму, возникающему при внезапном движении стада овец или толпы людей. Леһер итеп йүгерешеү. Леһер иткән тауыш.
ЛЕҺЕРЛӘТЕҮ (леһерләт-) ҡ. йөкм. ҡар. леһерләү, понуд. от леһерләү.
ЛЕҺЕРЛӘҮ (леһерлә-) (Р: внезапно сорваться с места, издавая шум; И.: start suddenly and noisily; T: fırlamak) ҡ.
Леһер итеп, ҡапыл урындан ҡубыу. □ Внезапно сорваться с места, издавая шум.
■ Йылҡы килеп таралғас та, яландың ауыл яҡ һыртынан ҙур һыйыр көтөүе күренде. Уларҙан арттараҡ леһерләп, ерҙән тәгәрәгән оло ҡара болот һымаҡ ер ябып, бер нисә мең баш ҡуй көтөүе шыуҙы. һ. Дәүләтшина.
ЛЕҺЕРЛӘШЕҮ (леһерләт-) ҡ. урт. ҡар. леһерләү, взаимн. от леһерләү. ■ Тәмле
4- 1.0062.14
97