ПРЕДСЕДАТЕЛЬ
һалдатҡа алынып, прапорщиктар мәктәбенә уҡырға ингәс, улар [атаһы менән] хат-хәбәрләшеп торҙо. Ғ. Лоҡманов.
ПРАЧЕЧНЫЙ [рус. прачечная} (Р.: прачечная; И.: laundry; washhouse; T.: çamaşırhane) и.
Kep йыуҙыра торған урын; керхана.
□ Прачечная. Керҙе прачечныйға тапшырыу. Прачечный асыу.
ПРЕ... [рус.] (Р.: пре...; И.: pre...; T.: önce) алъялғау.
Нимәнецдер алдан килеүен күрһәткән һүҙ өлөшө. □ Пре... (часть слова, обозначающая «предшествующий чему-л.»).
ПРЕАМБУЛА [рус. < фр. preambule} (Р: преамбула; И.: preamble; T.: giriş bölümü) и.
Халыҡ-ара килешеүҙең, закондың йәки башҡа хоҡуҡи акттың инеш өлөшө. □ Преамбула. Килешеүҙең преамбулаһы. Резолюцияның преамбулаһы. ■ Закондың преамбу-лаһында билдәләнеүенсә, тауарҙың етешһеҙлеген бөтөнләй төҙәтеп булмағанда йәки ул бер нисә ҡат асыҡланғанда, ул етди тип һанала. «Башҡортостан», 13 апрель 2012.
ПРЕВЕНТИВ [рус. превентивный} (Р: превентивный; И.: preventive; T.: önleyici) с.
Һаҡланыу өсөн, алдан киҫәтеү маҡсаты менән яһалған. □ Превентивный. Превен-тив һөжүм. Превентив саралар. Превентив медицина.
ПРЕДИКАТ [рус. < лат. praedicatum ‘әйтелгән’] (Р: предикат; И.: predicate; Т.: yüklem) и. ҡар. хәбәр.
1. лог. Субъекттың эше, хәле, торошо тураһында нимәлер белдергән логик хәбәр.
□ Предикат. Фекерләү предикаты.
2. лингв. Грамматик хәбәр. □ Предикат. Һөйләмдең предикатын табыу.
ПРЕДМЕТ [рус.] (Р: предмет; И.: thing; T.: nesne, cisim) и.
1. Үҙ сифаты, рәүеше булған нәмә.
□ Предмет. Ауыр предмет. Ваҡ-төйәк предметтар. ■ Халыҡ күңеле, уның шиғри һәләте бер ҡарауға ябай ғына күренгән күренеш, предметтарҙы ла поэтик образ дәрәжәһенә күтәргән, уларға тәрән мәғәнә һалған. С. Галин.
2. Мәктәптә, уҡыу йортонда уҡытылған айырым белем тармағы; фән. □ Предмет. Биология предметы. Математика предметын уҡытыу методикаһы. ■ Рус теле предмет булараҡ ҡына инә. Р. Камал. Уның [Флүрәнең] һуңламай һәм бер сәғәт тә ҡалдырмай йөрөгән берҙән-бер предметы — француз теле дәресе. Ш. Хажиәхмәтов.
3. Фекер алышыу нигеҙендә тикшерергә тейешле нәмә; мәсьәлә. □ Предмет. Көн тәртибендәге предмет.
ПРЕДОХРАНИТЕЛЬ [рус ] (Р: предо хранитель; И.: device, safety; T.: emniyet tertibatı) и. ҡар. һаҡлағыс.
Хәүефле нәмәнән һаҡлау өсөн хеҙмәт иткән ҡоролма. □ Предохранитель. Электр предохранителе. Предохранитель янып сығыу. ■ Ғәлим Сәйфулланан кәштәләге яңы предохранителде алып биреүен һораны. Н. Мусин.
ПРЕДПРИНИМАТЕЛЬ [рус ] (Р: пред приниматель; И.: entrepreneur; owner; employer; T.: işadamı) и. ҡар. эшҡыуар.
1. Ниндәйҙер предприятие тотҡан хужа. □ Предприниматель. / Предпринимательский. Предпринимателдәр ассоциацияһы. Предприниматель капиталы. ■ Үҙ ғүмерендә ваҡ-төйәк предпринимателдәр һәм компаниялар менән көрәшеп, көсөн күп әрәм итергә тура килде уға [Хәйретдингә]. Я. Хамматов.
2. Ниндәйҙер эш асҡан эшҡыуар. □ Предприниматель. / Предпринимательский. Ваҡ предприниматель.
ПРЕДПРИЯТИЕ [рус.] (Р: предприятие; И.: plant; factory; works; T.: işletme) и.
Нимәлер эшләп сығарған йәки сауҙа иткән хужалыҡ берәмеге. □ Предприятие. Сәнәғәт предприятиеһы. Алдынғы предприятие. Ауыл хужалығы предприятиеһы. Я Бер предприятиеның планды үтәмәүе шунда уҡ икенсе предприятиеға килтереп һуға. Р. Солтангәрәев.
ПРЕДСЕДАТЕЛЬ [рус.] (Р: председатель; И.: chairman; T.: reis) и. һөйл. ҡар. рәйес.
1. Йыйылышҡа, ултырышҡа етәкселек иткән кеше. □ Председатель. Жюри председателе. Председатель итеп һайланыу. ■ Ко-
159