Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 228


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАМАҘАН
теп, уларға терәк, нигеҙ булған ҡулайлама.
□ Рама. / Рамный. Велосипед рамы. Арба рамы. Ныҡлы тимерҙән эшләнгән рам. ■ Үҙе [егет] йәнә велосипедының рамына оҙон-оҙон ҡармаҡ сыбыҡтарын бәйләгән. Р. Байбулатов. Машина йә бысҡы рамы боҙолған һайын, уларҙың ни сәбәп менән ҡайһы ере ватылыуын, уны ҡайһылай итеп йунәтергә кәрәклеген белмәуенә ояла, уҙен ниҙәлер ғәйепле һымаҡ һиҙә [Әхмәт]. Н. Мусин.
5. махс. Таҡта яра торған машинаның бысҡылар беркетелгән өлөшө. □ Рама. Рамға ағас биреп тороусы. Таҡта ярыу цехындағы рамдар. ■ Бысҡы рамы урынлашҡан һарайҙа куңелле ҡысҡырышҡан тауыштар ишеткәс, шунда китте. Н. Мусин.
РАМАҘАН [ғәр. û^^j] (Р: Рамазан, Рамазан; И.: Ramadan; T: Ramazan) и.
1. Ай календарының туғыҙынсы, мосолмандар ураҙа тота торған айы. □ Рамазан (девятый месяц мусульманского лунного календаря ). Рамаҙан айы. ■ Ҡатыны Рәбиғәбанат, Тәбдессәләм (48) бине Хәсән һәм уҙенән ун биш йылдар ҡалып, 1209—1795 рамаҙан айында донъянан утте. Р. Фәхретдинов. Әлеге һағынбай тигән азамат беҙҙең ауыл урынына рамаҙан йәки башҡа берәй изге тип иҫәпләнгән аҫыл айҙарҙың береһендә килеп төпләнгәндер. М. Ямалетдинов.
РАМАҘАН ШӘРИФ [ғәр.] (Р: рамазан шариф; И.: Ramadan Sharif; T: Ramazan-ı Şerif) и.
Данлыҡлы рамаҙан (ай тураһында).
□ Рамазан шариф (о месяце рамазан). Рамаҙан шәриф айы. ■ Беҙ һуғышҡа сығып киттек рамаҙан шәриф айында. Бәйеттән.
РАМАЗАН (Р: название башкирского рода; И.: name of a Bashkir clan; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
1. Табын ҡәбиләһенең ҡара табын ырыуы аймағы. □ Рамазан (название родового подразделения башкир рода кара-табын племени табын). Рамаҙандар тармағы. Рамаҙандар йәшәгән ауыл.
2. ҡар. рамаҙан. Рамаҙандан һуң шәууәл килә.
РАМАЙ СӘСКӘҺЕ (Р: подснежник; И.: snowdrop; T: kardelen) и. бот. диал. ҡар. умырзая.
Лютиктар ғаиләһенә ҡараған, иртә яҙ сәскә ата торған тетмәкәй япраҡлы, эре сәскәле үлән. □ Подснежник (лат. Galânthus). Уйпыларҙы ҡаплаған рамай сәскәһе. Кук рамай сәскәһе.
РАМАТИЗ [рус.] и. диал. ҡар. ревматизм. Раматиз ауырыуы. Раматиз менән яфаланыу. Раматизды дауалау.
РАМАШ I (Р: название башкирского рода; И.: name of a Bashkir clan; T: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Мең ҡәбиләһе ҫыбы-мең ырыуының бер аймағы. □ Рамаш (название родового подразделения башкир рода сыбы-мин племени мин). Рамаштар шәжәрәһе. Рамаштар заты.
РАМАШ II (Р: ромашка; И.: camomile; Т: papatya) и. диал. ҡар. аҡ сәскә.
Һары һеркәлекле, аҡ тажлы, тетмәкәй япраҡлы үлән; ромашка. □ Ромашка. Яланда уҫкән рамаш. Рамаш йыйыу.
РАМКА I [рус.] и.
1. һөйл. ҡар. рам 1—4. Рамка эсендәге фотоһурәт. ■ Бер ситтә, ҙур ҡыҙыл рамка эсендә, төрлө замандың һәм төрлө кешенең фөтоһурәттәре тора. X. Ғиләжев. Батша рәсеменең әйләнәһендә бәләкәй рамкалар эсендә уның ҡатынының, ҡыҙҙарының рәсеме һәм нәҫел-ырыуҙарының, бөйөк кенәздәрҙең рәсемдәре ҡуйылған; улар тирәһендә ике яҡлап эреле-ваҡлы рамкалар эсендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ иконалар теҙелеп киткән. Ж. Кейекбаев.
2. кусм. һөйл. Шартлы рәүештә индерелгән йәки дөйөм ҡабул ителгән сикле хәл; сик. □ Рамка. Үҙеңде рамкала тотоу. ■ [Артём Алексеевич] уҙ тойғоларын билдәле бер рамкаға ҡуйғандай: «Сибәр ҡыҙға һәр кемдең куҙе төшөуе мөмкин», — тип көлөмһөрәп ҡуйҙы. Ә. Бикчәнтәев. [Рафаэль:] Һәй, Зада, Задаҡай, ғумер буйы рамкала йәшәлде. X. Ғиләжев. Алмасов уҙ рамкаһынан сыға алманы. А. Таһиров. Әлбиттә, эш төшөнсәһен ул [Семён Картавин] тарыраҡ
228