Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 229


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАНГ
мәғәнәлә, уҙенә кәрәк рамкала ғына ҡуллана. Б. Рафиҡов.
3. кусм. Солғаныш, уратым. □ Рамка. Фонетик рамкала килеу. Әҙәби рамкала бирелеу. Азатлыҡ рамкаһы.
РАМКАЛЫ (Р: с рамкой; И.: with a frame; T.: çerçeveli) с.
Рамкаһы булған. ■ С рамкой, в рамке, вделанный в рамку. Рамкалы фотоһурәт. Рамкалы быяла. ■ Стенала йәшел рамкалы быяла аҫтында Стамбул ҡалаһының һурәте: оҙон, нәҙек манаралары менән мосолман ҡалаһы икәнен курһәтеп тора. А. Таһиров.
РАМЛАНЫУ (рамлан-) ҡ. төш. ҡар. рамлау. страд, от рамлау. Рамланып ҡуйылған. Рамланған тәҙрә.
РАМЛАТЫУ (рамлат-) ҡ. йөкм. ҡар. рамлау. понуд. от рамлау. Тәҙрәне рамлатыу. Рамлатыу барышында. Рамлатып алыу.
■ Иштуған уны [портретты] рамлатып, быялалатып, балаларҙың ҡаршыһына — стенаға элеп ҡуйҙы. 3. Биишева.
РАМЛАУ (рамла-) I (Р: обрамить; И.: frame; T.: çerçevelemek) ҡ.
1. Рамға (1) ҡуйыу, рамлы итеү. □ Обрамить. // Обрамление. Һурәтте рамлау.
■ Мәҙинәнең портретын ейәне, баҡһаң, рамлап элеп тә ҡуйған. Т. Ғарипова. Гәзитте Хәйбулла бабай рамлап, ике тәҙрә араһына элеп ҡуйҙы. Н. Мусин. Әле Мортаза был ҡағыҙҙы [дәуләт башлығы уҙ ҡултамғаһын ҡуйған Указды], быяла эсенә бикләп рамлап, стенаға элеп ҡуйған. Р. Солтангәрәев.
2. Рам (3) яһап ҡуйыу, рамлы итеү. □ Обрамить. Тәҙрәне рамлау.
РАМЛАШЫУ (рамлаш-) ҡ. урт. ҡар. рамлау, взаимн. от рамлау. Тәҙрәне рамла-шыу.
РАМЛЫ (Р: рамочный; И.: framework; Т: çerçeve, çerçeveli) с.
1. Рамға ҡуйылған. □ Рамочный, с рамой, имеющий раму. Рамлы умарта. ■ Сабира, бәләкәй өҫтәлгә былтыр һатып алған .. рамлы көҙгөнө ултыртып, алһыу битенә һандал һөрттө. Ғ. Хәйри.
2. Рам ҡуйып эшләнгән. П Имеющий раму, с рамой. Рамлы тәҙрә. Рамлы һурәт.
РАМПА [рус. < фр. гатре ‘һөҙәклек, иңкеүлек, һарҡыулыҡ’] (Р: рампа; И.: footlights; Т: ramp) и.
1. архит. Һөҙәк үр, һарҡыу майҙан, баҫҡысһыҙ ауыш ер; пандус. □ Рампа. Рампа буйлап төшөу.
2. сәнғ. Сәхнәне яҡтырта торған уттарҙы авансцена буйлап тамашасыларҙан ҡаплап торған тәпәшәк оҙон барьер. □ Рампа. Рампа артында. ■ Ытырғанып, [Сәғиҙә] гөлләмәһен рампа букәненә һалды, ҡосағында кукрәгенә ҡыҫып тотҡан бер гөлләмә генә ҡалды. Й. Солтанов.
3. Сәхнәнең алғы өлөшөн яҡтыртыр өсөн ҡулайлаштырылып, тәпәшәк оҙон барьер артына урынлаштырылған яҡтыртыу ҡоролмаһы. □ Рампа. Рампа уттары менән яҡтыртылған сәхнә.
РАМСЫ (Р: рамочник, рамщик; И.: frame-saw operator; T: çerçeveci) и.
1. Рам яһаусы оҫта. □ Рамочник. Оҫта рамсы. Рамсының ҡорамалдары.
2. Таҡта ярыу машинаһында рам эшләгән эшсе. □ Рамщик. Рамсы ярҙамсыһы. Рамсылар талап ителә. Рамсы эше.
РАНГ [рус. < фр. rang ‘рәт’] (Р.: ранг; И.: rank; T: derece, rütbe) и.
1. Хеҙмәттәге урынға ҡарап айырыу дәрәжәһе; махсус хәрби йәки дипломатик дәрәжә; разряд. □ Ранг. Дипломатик рангтар. Төрлө ранг. ■ Виңе-губернатор рангыһына тейеш булғанынса, алты ат егелгән, тирә-яғы һыбайлы гайдуктар менән уратып алынған ҙур каретаны башҡорттарҙың әле бер иләуендә, әле икенсеһендә курергә була ине. Ғ. Ибраһимов. [Йософ ҡарт — Фәйезгә:] Бер малайыбыҙ — авиация майоры, уртансыһы — икенсе ранг капитаны, моряк. В. Исхаҡов. Медицина сестраһы егетте өсөнсө ранг хәрби врачы Сөләймәнов эргәһенә ебәрҙе. Я. Хамматов.
2. хәрби. Хәрби караптың категорияһы, разряды. □ Ранг. Линкор, крейсер һәм авианосецтар — беренсе ранг караптары. Эсминец менән ҙур һыу аҫты кәмәләре — икенсе ранг караптары.
229