Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 230


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАНДЕВУ
РАНДЕВУ [рус. < фр. rendez-vous ‘килегеҙ’] (Р.: рандеву; И.: rendezvous; T.: randevu) и. ҡар. осрашыу.
Алдан тәғәйенләнгән осрашыу. □ Рандеву. Рандеву урыны. Рандевуға сығыу. Төнгө рандеву.
РАНЕТКА [рус. < фр. reinette] (Р: ранетка; И.: crab apples; T.: benekli frenk elması) u. бот.
Ваҡ емешле алма ағасының ҡышҡы сорты һәм шул ағастың емеше. □ Ранетка (лат. Malus silvestris). Ранетка ҡайнатмаһы. Ҡытай ранеткалары. Н Алдына ярты тоҡ самаһы ҡып-ҡыҙыл, ваҡ ҡына ранетка ҡуйып торған ҡатын эргәһенә туҡталдыҡ. М. Садиҡова.
РАНЕЦ [рус. < нем. Ranzen ‘биштәр, артмаҡ’] (Р: ранец; И.: knapsack; T.: arka çantası) и.
Хәрбиҙәр юлға, уҡыусылар мәктәпкә йөрөтә торған артмаҡлы сумка йәки моҡсай. □ Ранец. / Ранцевый. Ҙур ранец. Ранец артмаҡлау. Яурындағы ранец. К Һалдаттарҙың патронташтарҙы, мылтыҡтарҙы, ранецтарҙы, шинелдәре менән башҡа нәмәләрҙе үҙҙәре күтәреп йөрөтөүен белгәс, Перовский аптыраны. Я. Хамматов. [Немецтың] билендә ялпаҡ алюмин котелок, яурынына дүрткел ранец аҫылған. Р. Өмөтбаев. Улар [Анна Ивановна менән егет] бер-береһенә ранецтарын артмаҡларға ярҙам иттеләр. Д. Исламов.
РАНЖИР [рус. < фр. rang ‘тәртип’] (Р: ранжир; И.: rating according to height; T.: boy nizamı; nizamına göre) и.
1. Буйға ҡарап теҙелгән саф. □ Ранжир. ■ Ранжир буйынса теҙелгән колонна артынан тәбәнәк буйлы һалдаттар бара. X. Мохтар.
2. күсм. Мөһимлеге, әһәмиәтлегенә ҡарап билдәле тәртиптә урынлаштырыу.
□ Ранжир. Дөйөм ранжирға буйһоноу. Ран-жирҙы яратмау.
РАНЖИРЛАУ (ранжирла-) (Р: ранжировать; И.: rank according to height; T.: boya göre dizmek; düzenlemek, nizamlamak) ҡ.
1. Кешеләрҙе буйына ҡарап теҙеү.
□ Ранжировать (ставить людей по ро
сту). Роталағы һалдаттарҙы ранжирлау. Аттарҙы ранжирлап теҙеү.
2. Нимәнелер тәртипкә килтереү. □ Ранжировать (приводить что-л. в порядок). Флотты ранжирлау. Китапхананы ранжирлау. Ранжирлап урынлаштырыу.
РАНТ [рус. < нем. rand] (Р: рант; И.: welt; T.: vardula) и.
Аяҡ кейеменең өҫтөн тыш яҡтан табаны менән бергә тоташтырған тар ғына күн.
□ Рант. Рант әҙерләү. Рант ҡуйыу.
РАНТЛАУ (рантла-) (Р: с рантом; И.: with a welt; T.: şeritlemek) ҡ.
Рант ҡуйып тегеү. □ С рантом. Рантлап тегеү. Итекте рантлау.
РАНТЛЫ (Р: рантовый; И.: welted; Т.: şeritli) с.
Рант ҡуйып тегелгән (аяҡ кейеменә ҡарата). □ Рантовый. Рантлы ботинка. Рантлы итек. Рантлы аяҡ кейемдәре.
РАНТЬЕ [рус. < фр. rente < лат. reddita ‘кире ҡайтарылған’] (Р: рантье; И.: rentier; T.: rantiye) и.
Ссудаға биргән капиталдың процентына йәки ҡиммәтле ҡағыҙ (акция, облигация) килтергән керем иҫәбенә йәшәгән кеше.
□ Рантье. Рантье килеме. Рантье булыу.
РАНЧО [рус. < исп. rancho] (Р: ранчо; И.: ranch; Т.: гапҫ) и.
1. Латин Америкаһы илдәрендә айырым хужалыҡ. □ Ранчо. Ранчоның хужаһы. Ранчола эшләүселәр. Ранчола йәшәүселәр.
2. Америка Ҡушма Штаттарында малсылыҡ фермаһы. □ Ранчо. Ранчонан килгән килем. Ранчо эшсеһе.
РАПА [рус.] (Р: рапа; И.: brine; T.: tuzlu su) и.
Тоҙло күлдәрҙең, яһалма һыу ятҡылыҡтарының бай тоҙло иретмәле һыуы.
□ Рапа. / Рапной, рапный. Бер шешә рапа. Рапаның шифаһы. Рапа менән дауаланыу.
РАПАТ [рус.] (Р: рубец; И.: the scar; T: ağaç kabuğu zarı) u.
1. Ағастың юнғандан, сапҡандан һуң ярылып уңалған урыны, йөйө. □ Рубец (на дереве). Ҡайын ағасындағы рапат.
230