Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 231


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАСА
2. кусм. Силсәнән һуң ҡалған йөй. □ Рубец (на теле человека). Рапат урыны. Рапатты курһәтмәҫкә тырышыу.
РАПИРА [рус. < нем. < фр. гаргёге < исп. espadas roperas ‘кейем өсөн ҡылыс’ ] (Р: рапира; И.: rapier; T.: flöre, dürtücü kılıç) и. спорт.
Нәҙек оҙон һәм һығылмалы, ҡырлы сәнскес ҡорал; шпаганың бер төрө (кунегеу маҡсатында һәм спорт фехтованиеһында ғына ҡулланыла). □ Рапира. / Рапирный. Өс ҡырлы рапира. Тарихи рапиралар. Рапира төрө. Рапира XV быуатта Испанияла барлыҡҡа килгән. ■ Рапира менән фехтованиела ҡатын-ҡыҙҙар командаһы — дуртенсе, ир-аттарҙың «Башҡортостан-1» командаһы беренсе.. урынды яуланы. «Киске Өфө», №2, 2010.
РАПИРАСЫ (Р: рапирист; И.: foilsman; T.: eskrimci, kılıç oyuncusu) и. спорт.
Рапирала күнегеүсе йәки ярышыусы спортсы. □ Рапирист, рапиристка. Рапирасы егет. Башҡортостан рапирасылары. Рапирасылар ярышы.
РАПОРТ [рус. < фр. rapport ‘хәбәр итеү’] (Р: рапорт; И.: application; T.: tekmil; rapor) и.
1. хәрби. Хәрби хеҙмәткәр устав менән билдәләнгән тәртиптә юғарыға телдән йәки яҙма рәүештә мөрәжәғәт иткәндә бирелгән рәсми хәбәр. □ Рапорт (официальный устный или письменный доклад (сообщение) в военном деле). Рапорт алыу. Рапорт биреу. ■ Полковник де Роберти ашығып өйөнә ҡайтты, .. Эстляндия губерна идаралығына рапорт яҙырға ултырҙы. Б. Рафиҡов. Нисек тә булһа [Бейеш Ишкининды] йәһәтерәк тоторға, .. ун биш көн һайын рапорт биреп торорға тигән яцы ҡәтғи әмере алынғас та, Әбделбаҡый ҡустыһына хәбәр итергә ашыҡты. Я. Хамматов. Хәрби уйындарҙан, казарма тормошоноң бәҫһеҙлегенән екһенеп бөткән һалдаттарҙың байтағы, .. Аф-ғанстанға ебәреуҙе һорап, рапорт яҙырға кереште. Ә. Хәкимов.
2. Йөкләмә йәки бурыстың үтәлеүе хаҡында бирелгән хәбәр. □ Рапорт (отчёт о проделанной работе или обращение к начальству). Бер йыл утеугэ, .. Себер, Ҡазан
һәм Ырымбур заводтары Баш идараһы кәнсәләре Берг-коллегияға .. рапорт бирә. Р. Шәкүр. Прошение, рапорт, тикшереу документтарында граф Чернышев, управляющий Санников, баронесса Строганова фамилиялары, башҡорт рудопромышлен-ник исемдәре, Мотовилиха, Йок, Ягошиха заводтары исеме куҙенә йышыраҡ салынды. Ғ. Хөсәйенов. Камалетдинов .. ниһайәт, һуңғы колхоз сәсеуҙе тамамлауы хаҡында рапорт бирҙе. Т. Ғарипова.
РАПС [рус.] (Р: рапс; И.: rape; T.: kolza) и. бот.
Үлән кеүектәр төркөмөнә ҡараған бер йыллыҡ яҙғы һәм көҙгө һабан культураһы.
□ Рапс (лат. Brassica napus). Рапс сәсеу. Рапс орлоғо. Рапс майы. Рапсты эшкәртеу.
РАПСОДИЯ [рус. < гр. rhapsodıa ‘эпик йыр’] (Р: рапсодия; И.: rhapsody; T.: rapsodi) и.
Халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре темаһына яҙылған инструменталь йәки вокаль-ин-струменталь әҫәр. □ Рапсодия. Рапсодияға характерлы ритм. Фортепьяно өсөн тәғәйенләнгән рапсодия. Венгр рапсодияһы.
РАРИТЕТ [рус. < нем. < лат. raritas ‘һирәк осрай торған нәмә’] (Р: раритет; И.: rarity; Т.: nadir şey) и. кит.
Һирәк осрай торған ҡиммәтле әйбер.
□ Раритет. / Раритетный. Раритет коллекцияһы. Раритет фонограф. Раритет категориялары. Раритет марка.
РАСА [рус. < фр. < лат. ratio ‘тоҡом, төр’] (Р: раса; И.: race; T.: ırk) и.
Сығыштары һәм нәҫелдән килгән физик үҙенсәлектәре (тән төҙөлөшө, сәсе һ. б.) уртаҡ булып, тарихи үҫеш һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән халыҡтар төркөмө. □ Раса. Европеоид раса. Негроид раса. Монголоид раса. ■ Гитлер роботы булып етмәгән немецтар нескә куңелле, шиғриәт һәм музыка яратыусы Кишҡа ихтирам менән ҡаранылар, уны «ваҡмилләт», «тубәнраса», тип кәмһетмәнеләр. И. Абдуллин. Тикшереп асыҡланған билдәләр теҙмәһе буйынса, башҡорттар европа һәм монгол расалары аралығында тора. Й. Солтанов.
231