РАСИЗМ
РАСИЗМ [рус.] (Р.: расизм; И.: racism, racialism; T.: ırkçılık) и.
Кешелек донъяһын сығышынан уҡ юғары һәм түбән расаларға бүленгән тип, шуларҙың юғарылары ғына цивилизацияны барлыҡҡа килтергән һәм хакимлыҡ итергә хаҡлы, ә түбәндәре рухи яҡтан кәм һәм иҙелергә генә һәләтле тип иҫәпләгән концепциялар йыйымы. □ Расизм. Расизм билдәләмәләре. Расизм күренеше. Расизмдың төрлө формалары.
РАСИСТ [рус.] (Р: расист; И.: white supremacist; Bircher; T.: ırkçı) и.
Расизм яҡлы кеше. □ Расист. / Расистский. Расистар төркөмө. Расистар ҡыланышы.
РАСИСТИК (Р: расистский; И.: racial, racially themed; T.: ırkçı, ırkçılık) c.
Расизм һәм расистарға мөнәсәбәтле. □ Расистский. Расистик закондар. Расистик режим. Расистик теория.
РАСКЛАДУШКА [рус.] (Р: раскладушка; И.: folding bed; T.: açılır kapanır karyola) u.
Йыйылмалы карауат. □ Раскладушка. Раскладушка тимере. ■ Флүрә, ошоларҙы хәтеренә төшөрә-төшөрә, иҙән уртаһындағы раскладушкаларҙы диван артына йыйып куйҙы. Д. Бүләков. Ул [Хәсән ағай] көн дә шунда куйылған раскладушкала ярты сәғәт серем итеп ала. Б. Рафиҡов. Юлаусылар талсыҡҡайны, шуға кайһыһы иҙәнгә, ҡайһыһы раскладушкаға .. йоҡларға йығылды. Ш. Янбаев.
РАСКУЛАЧИТЬ ИТЕҮ (раскулачить ит-) (Р: раскулачивать; И.: de-kulakization; T.: zengin köylü sınıfını yok ederken onları tarım aletlerinden, topraklarından mahrum etmek) ҡ. һөйл. тар.
1930 йылдарҙа кулактарҙы синыф булараҡ юҡ иткәндә етештереү ҡоралдарынан, еренән мәхрүм итеү. □ Раскулачивать. // Раскулачивание. Раскулачить ителгән кешеләр. Раскулачить итеү осоро. ■ [Фәтхис-ламдың] атаһын ос йыл элек раскулачить иткәйнеләр. А. Мағазов. Ул [Потапов] Башҡортостандағы «...» төбәгенең атаҡлы кулагы булған. Раскулачить ителгән. Ғ. Ғүмәр.
РАСПАШОНКА [рус.] (Р: распашонка; И.: vest; T.: çocuk zıbını, zıbın) и.
1. Сабый балаларҙың яғанан алып аҫҡа тиклем уйылған күлдәге. □ Распашонка (рубашка для младенца). Распашонка кейҙереү. Фланель распашонка.
2. Ҡатын-ҡыҙҙар блузкаһы фасоны. □ Распашонка (фасон женской блузки). Распашонка хаҡы. Распашонка өҫтөнән кейеү.
РАСПИСАНИЕ [рус.] (Р: расписание; И.: timetable; T.: tarife, program) и.
Эштең ваҡытын, урынын һәм бер-бер артлы үтәлеш тәртибен күрһәткән график, таблица. □ Расписание. Поезд расписаниеһы. Расписание төҙөү. ■ Расписание белешеп, кассанан билет барып алғылағансы, ике ҡала араһын тәүлегенә бер генә юллаған поезд килеп тә туҡтаны. Р. Байымов. [Алик] киреһенсә, расписаниеның тығыҙлығына, профессорҙарҙың талапсанлығына зарланды. Ә. Хәкимов. Тығыҙ расписаниела ҡыҙҙар, мөхәббәт, ғаилә тураһында уйларға ла урын ҡалмай. Ш. Янбаев.
РАСПИСКА [рус.] (Р: расписка; И.: receipt; T.: makbuz) и.
Ниҙер алғанлыҡты дөрөҫләп ҡул ҡуйған документ. □ Расписка. Расписка яҙыу. Распискалағы ҡултамға. ■ Эштең ниҙәлеген белгәс, капитан бер бит ҡағыҙға расписка һымағыраҡнәмәһыҙғылап бирҙе. Ә. Хәкимов. Һәр бер расписка ауыл старостаһының мисәте менән раҫланған. Ғ. Хәйри.
РАСПУСКА (Р: дроги; И.: dray; T.: yük arabası) и. диал. оҙон арба.
Бүрәнә ташыу өсөн ҡулайлаштырылған арба. □ Дроги. Распуска күкрәге. Распуска тәгәрмәсе. Распускаға егелгән ат.
РАССАДА [рус.] (Р: рассада; И.: sprout(s); T.: fide) и. ҡар. үҫенте.
Ергә күсереп ултыртыу өсөн парникта йәки өйҙә үҫтерелгән үрсетмә. □ Рассада. Ҡыяр рассадаһы. Рассада ултыртыу. ■ Рида йырлай-йырлай оҙон тартмаларға ултыртылған рассадаларға һыу һибеп йөрөгәндә, ишек асылды. Ә. Вәли. Зиннур үҙенең бригадаһындасы кешеләр менән бергәләп рассада үҫтереү соҡорҙары ҡаҙырға тотондо. Р. Низамов. [Рәшит — Тимербайға:] Өҫтәүенә, кишер сәсергә, кәбеҫтә, поми-
232