РАСХОДЛАНЫУ
дор, ҡыяр рассадаһын хәстәрләргә ваҡыт. Б. Рафиҡов.
РАССАДАЛЫҠ (рассадалығы) (Р: рассадник; И.: nursery-garden; T: fidanlık, fidelik) и.
1. Рассада ултыртылған урын. □ Рассадник. Сәскә рассадалығы. Ҡыяр рассадалығы. Рассадалыҡ үҫтереү.
2. Мал, ҡош-ҡорт үрсетә торған урын. □ Рассадник. Тоҡом малы рассадалығы. Һыйыр молының яҡшы тоҡом рассадалығы.
РАССАДНИК (рассаднигы) [рус.] и. ҡар. рассадалыҡ. Рассадникта үҫтереү. Рассадник төҙөү. ■ «Анау тиклем ҙур рассадниктарҙа үрсеткәс ни ҡыйҙарҙы, булыр инде», — тине ул [Фәһим] асыу менән, ер башындағы майҙандарға ҡарап. И. Ғиззәтуллин.
РАССОЛЬНИК (рассольнигы) [рус.] (Р: рассольник; И.: pickle soup; Т.: rassolnik (Ruslarda hıyar turşusundan etli veya balıklı bir çorba) u.
Тоҙло ҡыяр турап, арпа ярмаһы һ. б. нәмә һалып бешерелгән аш. □ Рассольник. Балыҡ рассольнигы. Итле рассольник. ■ [Саяф — официантҡа:] Вермишелме, рассольникмы, щимы, крестьянский супмы? С. Агиш.
РАСТРАТА [рус.] (Р: растрата; И.: embezzlement; T: aşırtı) и.
1. Вазифалы кешенең ышанып тапшырылған аҡсаны йәки башҡа байлыҡты законһыҙ тотоноуы. □ Растрата. Растрата яһау. ■ Ул [Хөбөтдинов] үҙенең районында растрата яһап, уны түләү өсөн бөтә милкен һатып киткән кеше булып сыҡты. Н. Мусин.
2. Законһыҙ туҙҙырылған хөкүмәт аҡсаһы йәки байлыҡ-мөлкәт. □ Растрата. Растрата сыҡҡан. Растратаны ҡаплау. ■ Завмаг булып эшләүсе Йәсәүи Тереғолов өҫтөнә биш мең һум растрата сыҡҡайны, ағай-эне, ярҙамлашып, был растратаны тиҙ генә ҡаплап ҡалдылар. С. Агиш.
РАСТРАТЧИК [рус.] (Р: растратчик; И.: embezzler; T: muhtelis, emanet edilen parayı çalan adam) u.
Растрата (1) яһаған кеше. □ Растратчик. Растратчик булыу. ■ Растратчиктар ғына булмағандар улар [Әмирханов, Сыртла-
новтар]. Пландары киңерәк булған уларҙың. С. Агиш. [Мохаянов:] Ә ул Хөбөтдиновтың үҙенең кем икәнен беләһегеҙме? Ул бит растратчик, бур! Н. Мусин.
РАСФАСОВКА [рус.] (Р: расфасовка; И.: packing; T: paketleme) и.
Тауарҙың алдан, һатмаҫ борон билдәле ауырлыҡта, күләмдә бүлгеләп үлсәнеп, һауытҡа һалыныуы. □ Расфасовка. Расфасовкаға ебәреү. ■ Расфасовка бүлегендә беҙҙең ҡыҙҙар карбамидты махсус тоҡтарға тултыралар, уларға этикеткалар йәбештерәләр. Ә. Бикчәнтәев.
РАСФАСОВКАЛАУ (расфасовкала-) (Р: расфасовать; И.: prepack; prewrap; T: paketlemek) ҡ.
Расфасовка яһау. □ Расфасовать. Тиҙ генә расфасовкалау. Шәкәр ҡомон расфасовкалау. Расфасовкалап ҡуйыу.
РАСХОД [рус.] (Р: расход; И.: expenditure; T: masraf, gider) и. ҡар. сығым.
Тотонолған йәки тотоноласаҡ аҡса, мал. □ Расход. Электронергия расходы. Һыу расходы. Расход сметаһы. ■ [Зәлифә менән һөйөндөк Иҙелғужин] туй расходтарын да, туй мәшәҡәттәрен дә [иптәштәре менән] бергәләп күтәрҙеләр. 3. Биишева. [Ныязғол — Айбулатҡа:] Беләһецме, һин мине күпме расходҡа һуҡтың? Һ. Дәүләтшина. [Билалов:] «Бөтә расходтың яртыһын түләмәйенсә тороп, [электроэнер-гияны] беҙҙең аша файҙаланыуға өмөт итмәгеҙ», — тип уларҙы [Күсәрбай колхозсыларын] иҫкәртте. Д. Исламов.
РАСХОДЛАНДЫРЫУ (расходлан-дыр-) ҡ. йөкм. ҡар. расходланыу, понуд. от расходланыу. Расходландырып йөрөү. Рас-ходландырып бөтөү.
РАСХОДЛАНЫУ (расходлан-) (Р.: расходоваться; И.: spend; T: para harcamak, masrafa girmek) ҡ.
Нимәгәлер аҡса түгеү, тотоноу. □ Расходоваться. Расходланып бөтөү. ■ Ҡалала ҡунып расходланғансы, Ҡырауға барып ҡунайыҡ, .. тыныс булыр, — тине Фәсхи Ҡәмәргә. Т. Йәнәби. Өй менән расходланғас, быйыл һуғым да һуя алмағанһың, зыян итмәҫ, барайыҡ, — ти [Рәсүл — ағаһына]. Н. Мусин.
233