РАСХОДЛЫ
Эш барып сыҡмаҫ, — тине ул [күҙлекле кеше] ҡырҡа ғына, — ҡалаға килеп юҡҡа расходланып йөрөйһөгөҙ, район милицияһы аша ғына яҙып ебәрергә кәрәк ине. К. Мәргән.
РАСХОДЛЫ (Р.: расходный; И.: expensive; costly; T.: masraflı) с. һөйл. ҡар. сығымлы.
Ҙур сығым (1) талап иткән. □ Расходный. Расходлы эш. Расходлы мәшәҡәт.
РАСЧЁТ [рус.] (Р: расчёт; И.: calculation; T.: ödeme; hesap; ekip) и. ҡар. иҫәп.
1. Эш хаҡының, элек индерелгән аҡсаның, ниндәйҙер бурыстың аҡса менән түләнеүе, ҡапланыуы йәки кире ҡайтарыл ыуы. □ Расчёт (осуществление платежа по денежным требованиям и обязательствам). / Расчётный. Расчёт операцияһы. Расчёт алыу. Расчёт биреү. ■ Ул [Әхтәруллин], Кәбир ҡушҡанса, расчёт алып, әйтелгән ваҡытта вокзалға килеп еткәйне. Яр. Вәлиев.
2. Кемдецдер башҡарған эше өсөн хаҡын түләп, ҡаплап йәки кире ҡайтарып эштән бушатылыуы. □ Расчёт (сумма денег, выплачиваемая сотруднику при увольнении). /Расчётный. Расчёт яһау. К «Хәҙер үк бухгалтерияға, расчёт эшләһендәр!» — тип әмер бирәсәк [Ҡаҙнабаев]. Д. Бүләков.
3. Эш-ҡылыҡты алдан билдәләү, нимәлер тураһында билдәле фекер, баһа булдырыу. □ Расчёт. / Расчётный. Расчёт менән йәшәү. Расчёт менән әйләнеү. Расчёт менән эшләү, а Ул [Азаматов], ғәҙәтенсә, үҙенец фекерҙәрен билдәле расчёттар һәм һыҙмалар менән нығытҡайны. Ә. Вәли.
4. хәрби. Орудие, миномет, пулемёт һ. б. ҡоралды хеҙмәтләндергән ғәскәри төркөм. □ Расчёт (небольшое штатное воинское подразделение). / Расчётный. Орудие расчёты. Пулемёт расчёты. Расчёт командиры. ■ Ишбулды менән Мөжәһит хеҙмәт иткән боевой расчёт иц тәүгеләрҙән булып маршҡа сыҡты. Ғ. Аллаяров. Ҡамауҙан сыҡҡас, бер көн егеттәрҙе саҡырып алдылар ҙа туп рас-чётына билдәләнеләр. Р. Байымов. Ярыга менән Ҡажбулатов расчёт өсөн ҡаҙылған соҡорҙоц төбөнәрәк күсеп ултырҙы. И. Ғиззәтуллин.
РАҪ I [фарс. cibJj] (Р: верный; И.: true; exact; T.: doğru) с.
Ысынбарлыҡты теүәл күрһәткән, факттарға, хәҡиҡәткә тура килгән, ғәмәлдәгегә тап килешле; дөрөҫ, ысын; урынлы, хаҡлы. □ Верный, действительный, точный.
РАҪ II [фарс. (Р: верно; И.: surely; T.: doğru) р.
Ниндәйҙер һүҙҙе, эште һәм башҡа күренеште хуплап, дөрөҫләп әйтелә. □ Верно, точно. ■ [Фәхриев:] Раҫ, өлөшөмә төшкән көмөш, ну ойоштора белә Ҡаҙнабай! Д. Бүләков. Хәбештец Сәлимә апайҙан бер аҙ шөр-ләүе раҫ ине. Р. Байымов. Арҡыры ятҡанды ашаҡламаны Ихсанбай. Уныһы раҫ. Т. Ғарипова.
РАҪ КИЛЕҮ (раҫ кил-) (Р: подтверждаться; И.: bear out; T.: tasdik edilmek; doğrulanmak) ҡ.
Нимәлер көтөлгәнгә тап килеү; дөрөҫкә, ысынға сығыу, тормошҡа ашыу; ысынбарлыҡта дөрөҫләнеү. □ Подтверждаться, оказаться правильным. Юрауы раҫ килеү. Төштөц раҫ килеүе. ■ «Ни булһа ла, һөйләп ҡара инде, Иштән ағайҙыц юрауы раҫ килә торған», — тине Әхмәҙулла. 3. Ураҡсин. Һүҙҙәре раҫ килде Кащеевтыц, дошман само-лёттары һөжүм итте эшелондарға. И. Ғиззәтуллин. Сабый саҡта .. күргән төшөм раҫ килде егерме өс йәшемдә. Бәйеттән.
РАҪЛАМА (Р: подтверждение; И.: corroboration; T.: delil) и.
Ниҙецдер раҫ, ысын икәнен күрһәткән дәлил. □ Подтверждение, обоснование. Раҫлама килтереү. Раҫлама табыу. Раҫлама яҙыу. ■ Башҡорт теле статусыныц дәүләт теле булараҡ конституцион раҫлама алыуы .. Башҡортостаныбыҙҙа закондар сығарыу әлкәһендә бик тә мөһим алға китеш булды. Р. Бикбаев.
РАҪЛАНЫУ (раҫлан-) ҡ. төш. ҡар. раҫлау, страд, от раҫлау. Яцы программа раҫланды. Вәғәҙә эш менән раҫланды. Хеҙмәттәшлек итеү программаһы раҫланды.
РАҪЛАТЫУ (раҫлат-) ҡ. йөкм. ҡар. раҫлау, понуд. от раҫлау. Ҡултамғаны раҫлатыу. Раҫлатып ҡуйыу. Нотариуста раҫлатыу.
234