РАТИФИКАЦИЯЛАУ
РАҪЛАУ (раҫла-) (Р.: подтверждать; И.: confirm; T.: tasdik etmek; doğrulamak) ҡ.
1. Ғәмәлгә тап килгәнен күрһәтеү, дөрөҫкә сығарыу; дөрөҫләү, фекерҙе раҫлау. □ Подтверждать, подтвердить. // Подтверждение. Дөрөҫлөктө раҫлау. Раҫларлыҡ дәлилдәр табыу. ■ Яков алып ҡайтҡан мәғлүмәттәр быларҙың тоҫмалын ғына раҫланы. Б. Рафиҡов. Ғилем-фән кеше рухының бөйөклөгөн раҫлаһа, хеҙмәт, һәнәр мәҙәниәттең матди ҡомартҡыларын тыуҙыра. Ә. Хәкимов.
2. Ғәмәлгә тап килтереү. □ Доказывать, доказать. // Доказательство, һуҙҙе эш менән раҫлау. М Уның [һабрау ҙың] әлегә бәләкәс кенә тормош тәжрибәһе ук дәруиштәр инанғандың киреһен раҫлай ҙаһа. Ә. Хәкимов.
3. Дөрөҫ тип билдәләү; дөрөҫләү.
□ Заверить, свидетельствовать, удостоверить. // Заверение, удостоверение. Раҫлап ҡуйыу. ■' Совет ағзалары, ҡарар ревтрибунал тарафынан раҫланғанға тиклем Мәтәл ауылынан бер ҡайҙа ла сыҡмайбыҙ, тип ҡултамғаларын бирә. Р. Насиров. Салауат, уға боролоп, раҫлап баш ҡаҡты. Б. Рафиҡов. Нисә әйтһәң дә, боронғо риуәйәттәр, йырҙар ғәскәрҙең рухын кутәрә, Урҙа сәйәсәтенең ғәҙеллеген, мәңгелеген раҫлай. Д. Бүләков.
4. Ғәмәлгә ярашлы тип, рәсми рәүештә нығытыу. □ Утверждать, утвердить. // Утверждение. Етәксе итеп раҫлау. И Ойоштороу мәсьәләләренә кускәс, Тимер Янһа-ровты ауыл советы председателенең урынбаҫары итеп раҫланылар. Б. Бикбай.
5. сәйәси. Дәүләттәр араһында вәкәләттәр төҙөгән килешеүҙе дәүләттең юғары органының ҡултамға менән раҫлауы. □ Ратифицировать. // Ратификация. Килешеуҙе раҫлау.
РАҪЛАУСЫ I (Р: заверитель; И.: testifier; T.: tasdik eden) и.
Рәсми хәлдең ғәмәлдә булғанлығын закон йәки ҡултамға, мисәт менән нығытыусы.
□ Заверитель. Раҫлаусының ҡултамғаһы. Раҫлаусының дәлиле.
РАҪЛАУСЫ II (Р: заверяющий; И.: certificatory; assuring; T.: tasdik edilen) c.
Дөрөҫлөгөн, ысынлығын белдереүсе; закон, ҡултамға, мисәт менән нығытылған.
□ Заверяющий, удостоверяющий. Раҫлаусы документ. Раҫлаусы дәлил. Раҫлаусы эш ҡағыҙҙары.
РАҪЛЫҠ (раҫлығы) (Р: правильность; И.: correctness; T.: doğruluk) и.
Дөрөҫлөк. □ Правильность, верность, истинность, достоверность. Мәғлумәттәрҙең раҫлығы. Раҫлыҡты иҫбатлау. Хәбәрҙең раҫлығына ышаныу.
РАҪ-ТУРА (Р: верный; И.: correct; Т.: doğru) с.
Ысынбарлыҡты теүәл күрһәткән, факттарға, хәҡиҡәткә тура килгән; ысын, хаҡ; дөрөҫ. □ Верный, правильный. Раҫ-тура яуап. Раҫ-тура ҡарар.
РАТИН [рус. < фр. ratine] (Р: ратин; И.: ratine; T.: ratin (yünlü kumaş) и.
Өҫ кейеме тегеүгә яраҡлы, уң яғы бөҙрәләнеп торған ҡалын йөн туҡыма.
□ Ратин. / Ратиновый. Ратиндан пальто тегеу.
РАТИФИКАЦИОН (Р: ратификационный; И.: ratification; T.: onaylama) с.
Ратификацияға мөнәсәбәтле. □ Ратификационный. Ратификацион грамота. Ратификацион процедура.
РАТИФИКАЦИЯ [рус. < фр. < лат. ratus ‘хәл ителгән, раҫланған’ + facere ‘эшләү’] и. ҡар. раҫлау 5. Ратификация хоҡуғы. Ратификация яһау. Ратификация факты. Ратификацияға тиклемге килешеу. Ратификациянан баш тартыу.
РАТИФИКАЦИЯЛАНЫУ (ратификациялап-) ҡ. төш. ҡар. ратификациялау. страд, от ратификациялау. Ратифи-кацияланған килешеу. Ратификацияланыу куренеше. Александр I тарафынан ратифи-кацияланған.
РАТИФИКАЦИЯЛАУ (ратификацияла-) (Р: ратифицировать; И.: ratify; Т.: onaylamak) ҡ.
Рәсми рәүештә нығытыу; ратификация яһау. □ Ратифицировать. Халыҡ-ара килешеуҙе ратификациялау. Ратификациялауҙа парламенттың ҡатнашыуы.
235