Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 236


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАТНИК
РАТНИК (ратнигы) [рус. рать ‘ғәскәр’] (Р.: ратник; И.: warrior; soldier; T.: asker, savaşçı) и. тар. ҡар. яугир.
Яуҙа, һуғышта ҡатнашҡан кеше, яугир, һуғышсы. □ Ратник. 1-се разрядлы ратник. 1812 йылғы һуғыш ратниктары.
РАТУША [рус. < пол. ratusz ‘кәңәш йорто’] (Р.: ратуша; И.: town hall; T.: belediye) и.
1. тар. XVII—XVIII быуаттарҙа Рәсәйҙә ҡаланың үҙидара органы. □ Ратуша (городской орган самоуправления в XVII— XVIII вв.). Пётр I булдырған ратуша. Мәс-кәу ратушаһы.
2. Ҡайһы бер Европа дәүләттәрендә: ҡала үҙидара органы һәм шул идара урынлашҡан бина. □ Ратуша (орган и здание городского самоуправления в ряде европейских стран). Иҫке ратуша стенаһы. Ратуша ағзаһы. ■ Матур ратушаға ингәс, теге гид ханым: «Сит илдәрҙә уҡып белем алыусы йәш швед егеттәре һәм ҡыҙҙары өсөн ошо гузәл залда йылына бер тапҡыр осрашыу байрамы уҙғарабыҙ», — тине. Ә. Бикчәнтәев.
РАУЗА [ғәр. (Р: роза; И.: brier; Т.: gül; ravza) и.
1. Гөл исеме. □ Роза. Рауза буләк итеу. Ҡыҙыл рауза. ■ Сәнә ейәнсәреңдең сәскәләре ауылыбыҙҙы данға кумде: беҙҙән тотош Башҡортостанға таралды ул уҫтергән төрлө-төрлө төҫтәге гузәлраузалар. Г. Яҡупова.
2. Баҡса, гөл баҡсаһы. □ Роза. Матур рауза. Тәрбиәле рауза. Өй тирәһендәге рауза.
3. Йәннәт баҡсаһы. □ Райский сад. Раузалағы емештәр.
РАУНД [рус. < ингл. round ‘түңәрәк’] (Р.: раунд; И.: round; T.: ravnt) и.
1. спорт. Бокс һуғышының бер тынаһы (ғәҙәттә, өс минут) һәм шул һуғыштың үҙе. □ Раунд. Икенсе раунд. Тәуге раунд.
2. публиц. Ниндәйҙер эш-хәрәкәттәрҙең циклы, серияһы. □ Раунд (цикл, серия каких-л. действий). Һөйләшеуҙәрҙең яңы раунды.
РАУИ [ғәр. j'j] (Р: доносчик; И.: informer; T.: muhbir) и. иҫк. кит.
Хәбәр һөйләүсе, хәбәр еткереүсе. □ Доносчик. ■ Бер хикәйәт ҡылайым уш
мөхтәсәр. Рауиҙарҙан булды беҙгә был хәбәр. Халыҡ ижадынан.
РАУТ [рус. < ингл. rout] (Р: раут; И.: dinner party; T.: ziyafet, şölen) и.
Бейеүһеҙ тантаналы кисә. □ Раут. Илселектә уткәрелгән рау т. Раутҡа саҡырыу алыу.
РАУШАН [фарс. ‘яҡты’] (Р: светлый; И.: light; T.: parlak; aydınlık; nurlu) с. иҫк. кит. ҡар. яҡты.
Ҡояш, ай, ут нуры төшкән; нурға тулы. □ Светлый. Раушан куңел. ■ Зиһенемде раушан әйләп, бәхетле ҡыл, Тәғәлә Алла. Мөнәжәттән.
РАФИҠ (рафиғы) [ғәр. ı3Âj| (Р: товарищ; И.: comrade; T.: arkadaş) и. иҫк. кит.
1. Үҙ-ара яҡын мөнәсәбәттә булған бер күңелле кешеләр (бер-береһенә ҡарата)', иптәш, тормош юлдашы. □ Товарищ, спутник жизни. Рафиҡ менән тормош көтөу.
2. Дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре менән бәйле, изге теләкле кеше, яҡын иптәш; дуҫ. □ Друг. Рафиҡ ҡылышыу. Йәшлек рафиғы. Яҡын кургән рафиҡ.
РАФИНАД [рус. < фр. raffiner ‘таҙартыу’] (Р: рафинад; И.: lump sugar; T.: kesme şeker) и.
Таҙартып, төрлөсә киҫәккә бүлгеләнгән шәкәр. □ Рафинад. / Рафинадный. Рафинад заводы. ■ [Эвенк ҡарты] иләнгән тире ярпыһы өҫтөнә икмәк, йәмшәйешеп бөткән ике кружка, ҡаҡлаған ит киҫәктәре, бер төргәк рафинад ҡуйҙы. Й. Мостафин.
РАФИНАДЛАУ (рафинадла-) (Р: рафинировать; И.: refine; T: arıtmak; rafine etmek) ҡ.
1. Эшкәртеү, таҙартыу. □ Рафинировать. // Рафинирование. Шәкәрҙе рафинадлау. Майҙы рафинадлау.
2. Шәкәр ҡомонан айырым ысул менән ҡаты шәкәр яһау, эшкәртеү, таҙартыу. □ Рафинировать (превращать в рафинад). // Рафинирование. Рафинадлап сығарыу. Рафинадлап эшләу.
РАХИТ [рус. < гр. rhachis ‘арҡа һөйәге’] (Р: рахит; И.: rickets; T: raşitizm) и. мед. ҡар. сиргөпәш.
236