Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 237


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАЦИОНАЛИЗАЦИЯ
Организмда матдәләр алмашыныуы боҙолғандан һәм Д витамины етешмәгәнлектән барлыҡҡа килеп, һөйәк һәм нервы системаһының үҫешен үҙгәрткән йәш балалар ауырыуы. □ Рахит. / Рахитичный, рахитический. Рахит менән ауырыу. Рахит төрө. ■ [Жозеф — ҡатын кешегә:J Ә һеңлем Марго бынан бер ай элек улеп китте. Рахит менән ауырый ине бит ул. X. Мохтар. Ауырлы ҡатынға эткә, бесәйгә, ҡош-ҡортҡа тибергә ярамай, бала өс йәнле (рахит) була, тиҙәр. «Башҡорттарҙың дауалау һәм ҡурсалау магияһы»нан.
РАХИТИК (рахитигы) [рус.] (Р: рахитик; И.: rickets patient; T.: raşitik) и. мед.
Рахит ауырыулы кеше. □ Рахитик, рахитичка. Рахитик булыу. Рахитикка оҡшау. Нәҙек ботло рахитик.
РАХИТЛЫҠ (рахитлығы) (Р: рахитизм; И.: rachitis; T.: raşitizm) и.
Рахит ауырыуы билдәләренең дөйөм атамаһы. □ Рахитизм. Балалар рахитлығы. Рахитлыҡ билдәләре.
РАХМАН [ғәр. (Р: доброжелательный; И.: benevolent; Т.: Rahman) с. иҫк.
Кешегә ҡарата йомшаҡ, яҡшы күңелле; мәрхәмәтле (Аллаға ҡарата). □ Доброжелательный (о Боге). ■ Ая, ғафур, ая, рахман рәхим! Рәхмәтеңдән ситкә ҡайырма! Ш. Бабич.
РАХМАНҒОЛ (Р: название башкирского рода; И.: name of a Bashkir clan; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Эй ҡәбиләһе тырнаҡлы ырыуы аймағы. □ Рахмангул (название родового подразделения башкир рода тырнаҡлы племени ай). Рахманғолдар заты. Рахманғолдар араһы. Рахманғолдар нәҫеле.
РАҺ [фарс. ölj] (Р: дорога; И.: road; Т.: гаһ, yol) и. иҫк. кит. ҡар. юл.
Нимәнеңдер эсенән, араһынан үтер урын, йүнәлеш. □ Дорога, путь. ■ Табырһың ғилем эсендә раһ. М. Өмөтбаев.
РАЦИОН [рус. < лат. ratio ‘үлсәм’] (Р: рацион; И.: ration; T.: rasyon) и.
1. Билдәле ваҡытҡа әҙерләнгән аҙыҡ күләме һәм уның төрҙәре. □ Рацион.
Аҙналыҡ рацион. Көндәлек рацион. Рационды уҙгәртеу.
2. Тәүлеккә етерлек төрлө мал аҙығы.
□ Рацион. Ашатыу рационы, һуғым малы рационы. Ҡышҡы рацион. ■ Алтынғужиндың иҫәп-хисабына таянып, [Таңһылыу] мал рационын тейешле кимәлгә яҡынайтты. Ә. Хәкимов. Ферма мөдире аҙыҡ рационы тураһында ла бигук аптырап ҡалмайынса тәуәккәл генә һөйләне. Д. Бүләков.
РАЦИОНАЛИЗАТОР [рус ] (Р.: рацио нализатор; И.: innovator; T.: rasyonelleştirici) и.
Эште, эш процестарын яҡшыртыу саралары индереү менән шөғөлләнгән кеше; рационализация индергән кеше. □ Рационализатор. / Рационализаторский. Рационализаторҙар конкурсы. Куренекле рационализатор. ■ Тынғыһыҙ рационализаторҙың иҫәбендә файҙаланыуға индерелгән ҡырҡлап тәҡдим бар. Ә. Байрамов. Төҙөлөштөң барлыҡ участкаларында ла рационализаторҙар ниндәй ҙә булһа яңылыҡ уйлап табалар. Ш. Янбаев.
РАЦИОНАЛИЗАТОРЛЫҠ (рационализаторлығы) (Р: рационализаторство; И.: efficiency drive; T: rasyonelleştirme) и.
Рационализатор эшмәкәрлеге. □ Рационализаторство. / Рационализаторский. Рационализаторлыҡ һәләте. Рационализаторлыҡ эшмәкәрлеге. Рационализаторлыҡ куренештәре. ■ Өсөнсө көн бер эшсе тарафынан бирелгән рационализаторлыҡ тәҡдиме эште бөтөнләй икенсе баҫҡысҡа кусерҙе. С. Агиш. Әгәр ҙә мәгәр, тәуге проект уҙгәртелеп, ниндәйҙер яңылыҡ индерелә һәм ул бик ҙур экономик эффект бирә икән, шул рационализаторлыҡ тәҡдим итеп ҡабул ителә. Р. Солтангәрәев.
РАЦИОНАЛИЗАЦИЯ [рус. < лат. rationales ‘аҡыллы’] (Р: рационализация; И.: development engineering; T.: rasyonelleştirme) и.
Ниндәйҙер эшмәкәрлектең маҡсатҡа ярашлыраҡ рациональ юл менән ойошторолоу ы; камиллаштырыу, яҡшыртыу.
□ Рационализация. Ер эштәрендә рационализация. Рационализация куренештәре.
237