Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 238


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РАЦИОНАЛИЗМ
Рационализация мәсьәләләре. ■ Заводтағы рационализаторҙар бюроһы уныц [Миҙ-хәттец] был эшен рационализация тип кенә түгел, ә техник камиллаштырыу тип тапты. Ә. Вәли. Суфьян ағай ысындан да яцы бер рационализация тәҡдиме индерҙе. Ә. Байрамов.
РАЦИОНАЛИЗМ [рус. < лат. rationalis ‘аҡыллы’] (Р.: рационализм; И.: rationalism; T.: rasyonalizm, akılcılık) и.
1. фәлс. Танып белеү процесында аҡыл һәләтен берҙән-бер белем сығанағы тип иҫәпләгән, был процеста тәжрибә менән һиҙемдең әһәмиәтен баһалап еткермәгән йәки бөтөнләй кире ҡаҡҡан фәлсәфәүи йүнәлеш. □ Рационализм. XVII быуат француз рационализмы. Дизайн проектында рационализм.
2. Тормошта, ғәҙәт, холоҡта аҡылды тойғонан айырған, өҫтөн ҡуйған ҡараш. □ Рационализм. Рационализм менән һуғарыу.
РАЦИОНАЛИСТ [рус.] (Р: рационалист; И.: rationalist; T: rasyonalist, akılcılık taraftarı) и.
Рационализм (1) яҡлы, рационализмға нигеҙләнеп эш иткән кеше. □ Рационалист. Рационалистар иҫәбендә булыу. Онотолған рационалистар. Рационалистар ойошторған күргәҙмә.
РАЦИОНАЛИСТИК (Р: рационалистический; И.: rationalist; T: rasyonalizm; rasyonel) с.
1. Рационализмға мөнәсәбәтле; рационализмға нигеҙләнгән. □ Рационалистический. Рационалистик ҡараш. Рационалистик күренеш.
2. Аҡылға, логикаға нигеҙләнгән. □ Рационалистический. Рационалистик тәҡдим. Рационалистик фекер.
РАЦИОНАЛЛӘШТЕРЕЛЕҮ (рацио-налләштерел-) ҡ. төш. ҡар. рационалләштереү. страд, от рационалләштереү. Ра-ционалләштерелгән эш процестары. Рацио-налләштерелеү барышы.
РАЦИОНАЛЛӘШТЕРЕҮ (рационалләштер-) (Р: рационализировать; И.: rationalize; T: rasyonelleştirmek) ҡ.
Рационализация үткәреү; рационализация, яңы, яҡшы ысул индереү. □ Рационализировать. Рационалләштереү барышында. Хеҙмәт ысулдарын рационалләштереү.
РАЦИОНАЛЬ I (Р: рациональный; И.: rational; practical; T: rasyonelizm; rasyonel) c.
1. фәлс. Рационализмға (1) нигеҙләнгән.
□ Рациональный. Рациональ идея. Рациональ фәлсәфә.
2. Аҡылға, логикаға нигеҙләнгән; аҡыллы. □ Рациональный. Рациональ үҫеш. Рациональ тәҡдим. ■ Күптәр төрлө-төрлө рациональ тәҡдимдәр индерергә ынтыла. М. Ғиләжев.
3. Маҡсатҡа ярашлы, дөрөҫ ойошторолған. □ Рациональный. Рациональ хужалыҡ.
РАЦИОНАЛЬ II [рус.] (Р: рациональный; И.: ration; reasonable; T: rasyonel) с. мат.
1. Тамыр табыу билдәһе, радикалы булмаған (алгебраик ацлатма тураһында).
□ Рациональный. Рациональ ацлатмалар.
2. Айырым берәмек йәки уның өлөшө менән үҙ-ара сағыштырырлыҡ. □ Рациональный. Рациональ һандар.
РАЦИОНАЛЬ III [рус.] (Р: рациональный; И.: sustainable; T: rasyonel) с.
Аҡылға, логикаға нигеҙле. □ Рациональный. Рациональ файҙаланыу. Рациональ ойоштороу. Дәресте рациональ үткәреү. ■ Булған көстө дөрөҫ, рациональ файҙаланғанда уцышлы һөжүм башлауға мөмкинлек тыуасаҡ. Я. Хамматов.
РАЦИЯ [рус. радиостанция} (Р: рация; И.: portable radio set; T: alıcı ve verici radyo, telsiz) u.
Ҡабул итә һәм тапшыра торған күсереп йөрөтмәле радиостанция. □ Рация. Рацияларҙы өйрәнеү. Рация йыйыу. Рация тауышы. ■ Полковник рациянан трубканы алды: «Ҡарлуғас», «Ҡарлуғас», «Ыла-сын»ға яуап бир». Д. Бүләков. Әлфиә айырыуса рацияларҙы ныҡышмалы өйрәнде. И. Абдуллин. Командирҙыц ғәҙәти эш урыны рация эргәһендә. А. Мағазов.
РАШҠЫ (Р: мокрый снег с дождём; И.: sleet with rain; T: sulu sepken) u.
238