РЕАКТИВ
кешеһе тип тә уйламаҫһың, нисәмә ҡарама, мазутҡа, реагентына буялып, лайлаланып бөткән кейемендә була. Р. Солтангәрәев.
РЕАКТИВ I [рус. < лат. ге... ‘яңынан’ + activus ‘тәьҫирле’] (Р.: реактив; И.: chemical agent; T.: reaktif) и. хим.
Икенсе бер матдә менән үҙенсәлекле реакция биреп, уның нимәләлер барлығын йәки юҡлығын күрһәтә торған матдә.
□ Реактив. / Реактивный. Химик реактив. Реактив матдә. ■ Әлбиттә, лабораторияла геологик карталар һәм уныц эҙләнеүе өсөн кәрәкле инструменттар, реактивтар булғанға күрә генә түгел, бәлки, бөтәһенән дә бигерәк, унда Люда булғанға күрә бара ине [Артём]. Ә. Бикчәнтәев.
РЕАКТИВ II (Р.: реактивный; И.: reactive; Т.: reaktif) с.
1. физ. Кире этәреү көсөнән хасил булған.
□ Реактивный. Реактив көс. Реактив ҡеүәт. Реактив хәрәкәт.
2. Шул көстө файҙаланған. □ Реактивный. Реактив артиллерия. Реактив снаряд. Реактив турбина. Реактив самолёт. ■ Аэродромдың арғы осонда реактив двигатель тауышы ишетелеү менән, сырайҙар тағы ла етдиләнә төштө: башлана, тимәк! А. Мағазов. Тап шул саҡ ул — баҫып торған тәңгәлдән генә, зәцгәр бушлыҡҡа аҡ эҙ ҡалдырып, реактив самолёт осоп үтте. И. Ғиззәтуллин.
3. Шул көстө файҙаланған двигателдәргә тәғәйенләнгән. □ Реактивный. Реактив май. Реактив яғыулыҡ.
4. биол. Тышҡы тәьҫиргә яуап биреүгә һәләтле. □ Реактивный. Организмдың реактив мөмкинлеге. Реактив хәл.
РЕАКТОР [рус. < ингл. reactor < лат. ге... ‘ҡаршы’ + actor ‘ғәмәлдәге’] (Р: реактор; И.: reactor; T.: reaktör) и.
1. электр. Токтың көсөн сикләү һәм үҙгәрешле ток теҙмәһендә тейешле көсөргәнеште һаҡлау өсөн хеҙмәт иткән электр аппараты. □ Реактор. Электр тогын сикләүсе реактор. Һаҡлаусы реактор. Горизонталь реактор. Төп реактор. Бүлеүсе реактор.
2. хим. Химик реакцияны билдәле температура һәм баҫым шарттарында тотоу өсөн
хеҙмәт иткән аппарат. □ Реактор. Химик реактор. Газ-шыйыҡлыҡ реакторы.
3. физ. Атом ядроһының бүленеү реакцияһын башҡара торған ҡоролма. □ Реактор. Атом реакторы. Уран реакторы.
РЕАКЦИОН (Р: реакционный; И.: reactionary; T.: gerici) с.
Реакция (II) мәнфәғәтендәге, реакция яҡлы; яңылыҡҡа ҡаршы, иҫкелек яҡлы. □ Реакционный. Реакцион роль. Реакцион режим. Реакцион руханиҙар. ■ «Реакцион офицерҙарҙы ҡулға алырға, крепостағы тотҡондарҙы азат итергә!» тиелгәйне үҙәктән полк комитетына килгән директивала. В. Исхаҡов. Хатта, Врангель ҡул аҫтындағы рус ғәскәре ярҙамында Стам-болийский хөкүмәтен ҡолатып, реакцион көстәр эш башына ултырып алғас та, Зөфәр артыҡ хәүефләнмәне әле. Ә. Хәкимов.
РЕАКЦИОНЕР [рус. < лат. reagere ‘ҡаршылыҡ күрһәтеү’] (Р: реакционер; И.: conservative; T.: reaksiyoner, gerici) и.
Реакция яҡлы кеше. □ Реакционер. Европа реакционерҙары. Реакционер егет. Йәш реакционерҙар.
РЕАКЦИОНЛАШЫУ (реакционлаш-) (Р: становиться реакционным; И.: become reactionary; T.: gerici olmak) ҡ.
Реакцияға (II) ныҡ таяныу, реакция (II) юлына баҫыу. □ Становиться реакционным. Реакционлашып бөтөү. Реакционлашҡан ойошма.
РЕАКЦИЯ I [рус. < лат. ге... ‘ҡаршы’ + actio ‘хәрәкәт’] (Р: реакция; И.: reaction; Т.: tepki) и.
1. Ниндәйҙер тәьҫиргә яуап рәүешендә барлыҡҡа килгән хәрәкәт йәки хәл. □ Реакция. Реакция тиҙлеге. Тамашасы реакцияһы. ■ Ул [гестапо агенты] әленән-әле картаға ҡарап алған була, шул уҡ ваҡытта карта янына килеүселәргә күҙ ташлап ала, уларҙың реакцияһын күҙәтә. И. Абдуллин.
2. биол. Организмдың эске йәки тышҡы тәьҫиргә булған яуабы. □ Реакция. Һыуыҡҡа реакция. Эҫегә реакция. Әсегә реакция. ■ «Быяла ҡалпаҡ аҫтында тотолған тәлмәрйендең тышҡы шарттарға физиологик реакцияларында психологик функцияның
240