Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 325


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САБЫЙ БАЛА
2. иҫк. Ағастан эшләнелгән боронғо аяҡ кейеме (Европа илдәренең милли аяҡ кейеме). □ Сабо. Боронғо сабо.
САБОР [хорв. sabor] (Р.: сабор; И.: sabora; T.: sabor) и. тар.
Ҡайһы бер көньяҡ славян халыҡтарында бер палаталы вәкәләтле орган. □ Сабор. Хорват саборы.
САБОТАЖ [фр. sabotage] (Р: саботаж; И.: sabotage; T.: sabotaj) и.
1. Эшкә зыян килтереү маҡсатында ҡушылғанды үтәмәү йәки юрамал түбән кимәлдә башҡарыу күренеше. □ Саботаж. М [Хәбибуллин — Маһир аға:] Иген татыуҙағы саботажды уҙ елкәмә кутәрҙем, -һинең өсөн. Япма ҡорорға Ҡунаҡҡолдоң бу-рәнәләрен тартып алдым, — һинең өсөн. X. Ғиләжев.
2. Нимәнелер булдырмаҫ өсөн аҫтыртын алып барылған эш. □ Саботаж. Саботаж менән шөғөлләнеу. ■ Ҡурҡытыуҙар, янауҙар, атыуҙар дошманға булған нәфрәт утын һундерә алманы — ҡаланың әле бер, әле икенсе районында акциялар, диверсиялар, саботаждар булып ҡына торҙо. И. Абдуллин. [Ҡамса — табындаштарына:] Аңлағыҙ: нэпмандар саботаж яһағас, уткән йыл дәуләткә етерлек ашлыҡ һатылмаған, шуға ил сит илгә бойҙай һата алмай. Р. Камал.
САБОТАЖЛЫҠ (саботажлығы) (Р: саботажничество; И.: sabotage; T.: sabotaj) и.
Саботаж менән шөғөлләнеү. □ Саботажничество. Саботажлыҡ итеу. ■ Төркиҙәр бөгөн Рәсәйҙәге тормоштан ситләшеугә йу-нәлтелгән хәл алһа йәки саботажлыҡ юлына баҫһа, милләт зарар курер. Ә.-З. Вәлиди.
САБОТАЖСЫ (Р: саботажник; И.: saboteur; wrecker; T.: sabotajcı) и.
Саботаж менән шөғөлләнеүсе, эшкә аяҡ салыусы. □ Саботажник. Саботажсы ролен алыу. Саботажсы булараҡ эш итеу. Саботажсыларҙан һаҡ булырға кәрәк.
САБУР [ғәр. (Р: алоэ; И.: aloe; Т.: aloe, sansabır) и. бот. иҫк. кит.
Ләлә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған итләс ҡыяҡ япраҡлы көньяҡ үҫемлеге; алой. □
Алоэ (лат. Aloe). Сабур япрағы. Сабур һуты. Сабур уҫтереу.
САБЫЙ [ғәр. ипН (Р.: младенец; И.: infant; T.: bebek) и.
1. Йәш бала, бәләкәй бала; бәпес.
□ Младенец, дитя, ребёнок. Ж Гөльямал әбей сабыйҙы .. яҡын курҙе, яңы ғына һауған кәзә һөтө эсерҙе, әленән-әле йыуындырҙы, биләп йоҡлатты, йургәктәрен һығып элде. Ж. Кейекбаев. Өҫтәл артында иһә ололар исем сәйен эскәндә сабыйға изге теләктәр теләу дауам итте. Ғ. Хөсәйенов. Сабыйға исем ҡушыу, ғәҙәттәгесә, һый һәм ҡунаҡтарға буләк таратыу менән тамамланды. Я. Хамматов. Йоҡлаһа, уянғанын көтөп алалмайым, — тине ул [Тоня], сабыйын кукрәгенә ҡыҫып. А. Абдуллин. • Етмештәге лә сабый, етеләге лә сабый. Әйтем.
2. кусм. Тәжрибәһеҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Незрелый, неопытный. ■ Таһири -таһир, тиҙәр, исеме Һаҙый-Һаҙый, тиҙәр, мәғлумәтте артҡа һалған бер сабый абый, тиҙәр. Ш. Бабич.
3. миф. Ҡырҡ көн тулғанға тиклем үҙенә һаҡсыл ҡараш талап иткән изге зат.
□ Младенец (мифологизированное лицо, подверженное опасностям до сорока дней). М Сабыйҙы ҡырҡ көнгә тиклем яңғыҙ ҡалдырһаң, уны шайтан алмаштыра. Экспедиция материалдарынан.
♦ Һаҡаллы сабый бала һымаҡ холоҡло оло кешегә ҡарата әйтелә. □ Недоросль. ■ Ҡескәй Хосе ла, һаҡаллы сабый Ҡоно ла командирҙың ҡаты әмерен ишетмәне. Ә. Бикчәнтәев. [Кеше] һаҡаллы сабый булырға ла, һаҡалы сыҡмаҫ борон ил ағаһы тип танылырға ла мөмкин. Ғ. Хисамов. Һуңынан өйөмә илтеп ҡуйһалар, ниңә бармаҫҡа! — тип ҡабарҙы ла китте Тимербай, һаҡаллы сабый. Б. Рафиҡов.
САБЫЙ БАЛА и. ҡар. сабый 1. ■ Ә сабый бала, уҙен куҙәткәнде һиҙмәй, әлеге ҡырсынташтар араһында һаман соҡона бирҙе. Д. Исламов. Ҡотһоҙ Ҡотой, сабый балаларҙы урлап, ете урман, ете диңгеҙ ар
325