СҮЛМӘКСЕ
Үҫәргән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени усерган. Сулмәк араһы кешеһе.
СҮЛМӘКСЕ (Р.: горшечник; И.: potter; T.: çömlekçi) и.
Сүлмәк яһау оҫтаһы. □ Горшечник, гончар. Сулмәксе оҫтаханаһы. И Сырым батыр — аңы уянып етмәгән бер ҡатлыраҡ моҡот кеше, йәғни сулмәксе ҡулындағы сей балсыҡ. Ә. Хәкимов. • Сулмәксе ярыҡ сул-мәктән һыу эсә. Әйтем.
СҮЛМӘК УЛТЫРТЫУ (Р: магический способ лечения бесплодия с помощью горшка; И.: magical way of healing infertility; T.: çömlek yardımıyla kısırlığı tedavi etme usulü) и. миф.
Сүлмәк ярҙамында түлһеҙлекте дауалауҙың магик ысулы. □ Магический способ лечения бесплодия с помощью горшка. Сулмәк ултыртыу име.
СҮЛМӘК ҺАЛДЫРЫУ и. миф. ҡар. сүлмәк ултыртыу. Сулмәк һалдырыу оҫтаһы.
СҮЛМӘК ЯҺАУСЫ и. ҡар. сүлмәксе.
Сулмәк яһаусы серҙәрен уҙләштереу.
СҮЛТЕРИН (Р: имя жены джинна; И.: jinn wife’s name; T.: cinin karısının ismi) и. миф.
(баш хәреф менән) Ен ҡатынының исеме. □ Имя жены джинна. ■ Таш егенән ендең карты ҡысҡыра, ти: «Султерин, ҡайт, Аҡ бурең илай!» «Башҡорт мифологияһы»нан.
СҮЛТӘЙЕҮ (сүлтәй-) (Р.: выпячиваться; И.: bulge out; T.: kabarmak) ҡ. диал. ҡар. бүлтәйеү.
Өрөлөп, тумалаҡ ҡына булып ҡабарыу.
□ Выпячиваться, вздуваться. Ирене сул-тәйеп, асыуланырға ғына тора. ■ Абау, асыуланды, ауыҙы султәйеп. Картотека фондынан.
СҮМГӘЛ и. диал. ҡар. соҡор. Сумгәлгә төшөп китеу. Сумгәл барлыҡҡа килгән.
СҮМЕС I (Р: ковш; И.: scoop; T.: kepçe; kova) и.
1. Аш-Һыу һоҫа торған тотҡалы һауыт.
□ Ковш, ковшик; черпак. Аш сумесе. Селтәр сумес. ■ Фриц оҙон һаплы сумесе менән ҡаҙанын бутай-бутай аш бешерә.
Ғ. Аллаяров. Азамат, өйгә кереу менән, оҙаҡ уйлап тормайынса, ағаһының өҫтөнә бер оло сумес һыу һипте. Ә. Бикчәнтәев. Бәҙри аҙыраҡ ятып торҙо ла, ҡаҙандан сумес берлә һыу алып, битен йыуҙы. М. Ғафури. Хоҙайбирҙе уҙе йугереп төшөп, шартлап торған таштарға бер сумес һалҡын һыу һипте. Б. Рафиҡов. Ҡоро ергә һалынған бер сумес һыу төкөргән кеуек юғала ла ҡуя. М. Садиҡова. • Сулмәккә ни һалһаң, сумескә шул сыға. Әйтем. Ҡаҙандың хәлен суместән һора. Әйтем.
2. тех. Сумырып нимәнелер һоҫоп ала йәки эсенә нимәлер ҡоя торған һауыт рәүешендәге төрлө ҡорал. □ Ковш, черпак, черпалка (у землеройных машин, механизмов). Металл ҡойоу сумесе. Экскаватор сумесе. ■ Остапчук беренсе булып экскаватор сумесе эргәһенә уҙенең машинаһын килтерҙе. Д. Исламов. Уны [боҙҙо] тәуҙә кешеләр ломдар, кәйләләр менән ватып ҡараны, экскаваторҙар суместәре менән сукетте, бульдозерҙар аҡтарып ташларға тырышты. Й. Мостафин. Экскаваторҙың осло тешле сумесе шыҡылдап туңған мәте балсыҡты тағы айбарланыбыраҡ кимерҙе. Ш. Янбаев.
3. диал. ҡар. ижау 1. һырлы сумес.
4. миф. Төрки халыҡтары мифологияһында донъя төҙөлөшөнөң атрибуты булып хеҙмәт иткән әйбер. □ Ковш (сакральный предмет, в мифологии тюркских народов является атрибутом мироустройства).
♦ Сүместәй {йәки сүмес кеүек) нимәнеңдер самаһыҙ ҙур икәнен күрһәтеү өсөн әйтелә. □ Огромный. Суместәй танау. ■ [Бодархан] .. эсенән янып, тештәрен шығырлатып, суместәй йоҙроғо менән уҙ башын уҙе төйөп ҡараһа ла, шул арала ғына яңы һуғыш башларға баҙманы.
3. Ураҡсин. Ҡолморҙа старшинаның танауына суместәй йоҙроғон еҫкәтеп: «Йәнең ҡыйбатмы, малың ҡыйбатмы, икенең бере», — тип янаны. Т. Хәйбуллин.
СҮМЕС II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
694