Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 728


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫҒЫШҺЫҘ
2. Төҫө насар сыҡҡан (сәйгә ҡарата).
□ Плохо заваривающийся, некрепкий (чай). Сығышһыҙ сәй.
СЫҒЫШҺЫҘ II (Р.: скупой; И.: stingy; T: cimri) с. диал. ҡар. һаран.
Кешегә нәмә биреүгә ҡаты. □ Скупой, жадный. Сығышһыҙ әҙәм.
СЫҘАМ I (Р: выносливый; И.: enduring; T.: dayanıklı) с.
1. Ихтыяр көсө менән ҡыйынлыҡтарҙы үткәреүгә һәләтле; түҙем. □ Выносливый, выдержанный; стойкий, терпеливый. Сыҙам up. ■ Ҡарт һәр бер һуҙендә етди һәм сыҙам күренә. М. Ғафури. [Рәфилә — сәңгелдәктәге балаһына:] Мине көт, илама. Егет кеше сыҙам, сабыр була. Ғ. Ғиләжев. «Ныҡ тор, Гөлмәрфуға, бәхетһеҙлек сыҙам кешеләргә генә баш эйә», — тине Илдар. Д. Исламов. • Ауыр эшкә ир сыҙам. Әйтем.
2. Тышҡы тәьҫиргә бик үк бирешеп бармаған. □ Не поддающийся действиям чего -л:, упорный. Сыҙам дөйә. ■ Ҡоролоҡҡа сыҙам аҡ туҡал, ҡыҙыл туҡал бойҙайҙар бында йыл һайын диңгеҙ кеүек тулҡынып, ат инеп китһә күренмәҫлек бейек, ҡуйы булып үҫте. 3. Биишева.
СЫҘАМ II (Р: терпение; И.: endurance; Т: sabır) и.
Ихтыяр көсө менән ҡыйынлыҡтарҙы һ. б. үткәрә алыу һәләте; түҙемлек, түҙем.
□ Терпение. Сыҙамды юғалтыу. ■ Минең [Сыртлановтың] сыҙам тағы ла емерелде. С. Агиш. Ахыры, сыҙамы ҡалмағас, йәсих намаҙына барам тип сығып китте һәм, мәсеткә бармай, Саҡай Солтановтар өйөнә керҙе. Б. Бикбай. Әммә баҫҡынсыларҙы яуҙа еңергә көсө еткән батырҙың сапҡынсыларҙы көтөп алырға сыҙамы етмәгән. Ш. Бикҡол. Сыҙамдың сигенә еткән казактар тыуған илгә ҡайтып китергә даулаша, тәртип-интизамдың исеме лә ҡалмай. Ә. Хәкимов.
СЫҘАМ III (Р: терпеливо; И.: patiently; T: sabırla) р.
Ҡыйын булған төрлө хәлгә түҙеп.
□ Терпеливо. Сыҙам йәшәү. ■ Кендек әбейе сығып һөйөнсө алғанды Ҡара Йомағол сыҙам ғына көтөп торорға тейеш тә бит, күрәһең, сыҙай алмай. М. Кәрим.
СЫҘАМЛЫ с. ҡар. сыҙам I. ■ Был юлы инде тимер һымаҡ сыҙамлы һәм түҙемле Фәтиховтың да тәҡәте бөттө. И. Абдуллин. Был аҙ һүҙле, ғәжәп сыҙамлы кескәй ҡыҙҙа [Емештә] тормоштоң ниндәй генә тупаҫлығы ла баҫа алмаған тынғыһыҙ балалыҡ хисе лә һаҡланып килә. 3. Биишева. Шуныһы ғәжәп: башҡорттарҙың аттары ла, үҙҙәре кеүек, ауырлыҡтарға үтә сыҙамлы икәне асыҡланды. Я. Хамматов. [Ниғмәт:] Беҙҙең башҡорт аттары сыҙамлы, мыҡты, уларға әҙерәк сит ҡан, мәҫәлән, Дон аттарының ҡанын ҡушһаң, матурыраҡ һынлы булырҙар ине. Ә. Бикчәнтәев.
СЫҘАМЛЫҠ (сыҙамлығы) (Р: терпеливость; И.: patience; T: sabırlılık) и.
1. Ҡыйынлыҡтарҙы зарланмай, бер нә^ мәгә бирешмәй үткәрә алыу һәләте; сыҙам булыу һәләте. □ Терпеливость, терпение, выдержка. ■ Сыҙамлыҡ менән сабырлыҡ — фатихаға бәрәбәр. М. Кәрим. Сәғиҙә менән Гөлнур күпме генә тыныс булырға тырышһалар ҙа, сыҙамлыҡтарын юғалттылар. М. Тажи. Еафарҙың артыҡ сыҙамлығы ҡалманы, ул бөтә көсө менән Мәғәфүрҙең боғаҙына йәбеште. А. Таһиров.
2. Тышҡы тәьҫиргә бик үк бирешеп бармау хәле. □ Выносливость.
СЫҘАМЛЫЛЫҠ (сыҙамлылығы) и. ҡар. сыҙамлыҡ. ■ Ваҡ балаларҙа инсаф менән сыҙамлылыҡ күпкә етмәне: борғолана, шаулаша башланылар. М. Кәрим. Полк командирының сыҙамлылығына, яраһы ҡаты булғанда ла хәлен белгертмәҫкә тырышыуы-на Шайморатов ғәжәпләнде. Я. Хамматов. Зайлалов төртмә телләнеп, ҡаршыһындағы Волошиндың сыҙамлылығын һынағандай, осло күҙҙәрен текләне. Ш. Янбаев. Сыҙамлылыҡ яғынан башҡорт атына етеүсе мал һирәк. Д. Шәрәфетдинов.
СЫҘАМҺЫҘ (Р: невыносливый; И.: lacking self-conrol; T: kendini tutmasını bilmez) c.
1. Төрлө ҡыйынлыҡтарҙы тыныс үткәреүгә һәләтһеҙ; сыҙамы булмаған, етмәгән, сыҙамы самалы; түҙемһеҙ. □ Невыносливый, невыдержанный. Сыҙамһыҙ ҡарсыҡ. ■ Үҙенә бер ҡасан да хөрмәт күрһәтмәгән ҡаты
728