Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 508


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУБАЛ БӘЙЛӘҮ
ТУБАЛ БӘЙЛӘҮ (тубал бәйлә-) (Р: ходить друг к другу в гости; И.: go to each other as a guest, visit each other; T: misafir-liye gitmek) ҡ.
Ҡунаҡҡа саҡырышыу. □ Ходить друг к другу в гости. Туғандар менән тубал бәйләү.
ТУБАНА (Р.: лукошко; И.: birchbark basket; T.: sepet) и. диал. ҡар. тырыз.
Ҡапҡаслап, бауҙан тотҡа тағып, туҙҙан яһалған һауыт. □ Лукошко. Тубана яһау. Тубанаға еләк тиреү.
ТУ Б АРЫ Л ЫУ (тубарыл-) ҡ. диал. ҡар. тубырлау II, 2. Тубарылған күмәс. Икмәк тубарылып тора.
ТУБЕРКУЛЁЗ [лат. tuberculum ‘төйөр’] (Р: туберкулёз; И.: tuberculosis; T.: tüberküloz) и. мед.
Махсус микробтан барлыҡҡа килеп, күберәк үпкә, эсәк-ҡарын, һөйәк һәм быуындарҙы зарарлай торған йоғошло ауырыу. □ Туберкулёз. / Туберкулёзный. Быуын ту-беркулёзы. Үпкә туберкулёзы. Туберкулёз диспансеры. Туберкулёз санаторийы. Тире туберкулёзы. М Ихсанбайға ла документтар әҙер: һуғыштан ул туберкулёз сире менән ҡалған итеп теркәлгән. Т. Ғарипова. [Кендек:] Әуәл әйткәнемсә, һуғыш бөткәс, минең упкәләремде туберкулёз кимерә башланы. М. Кәрим. Ауыл ас һәм һуғыштан арыған, ә аслыҡтан йонсоған һалдаттың ҡанын туберкулёз бациллалары тиҙ еңеп алды. Т. Ғиниәтуллий.
ТУБЕРКУЛЁЗЛЫ (Р.: туберкулёзный; И.: tuberculate; consumptive; T: tüberkü-lozlu) c.
Туберкулёз ауырыулы. □ Туберкулёзный. Туберкулёзлы кеше. Туберкулёзлы бронходенит. Туберкулёзлы ауырыу.
ТУБУС [лат. tubus ‘торба’] (Р: тубус; И.: draw-tube; T: tüp) и.
1. Оптик микроскопта объектив һәм окуляр урынлашҡан көпшә. □ Тубус. Микроскоп тубусы. Ҡолаҡты йылытыу өсөн тәғәйенләнгән тубус.
2. Һыҙмалар, ҡурай һалыу өсөн тәғәйенләнгән ҡап, тышлыҡ. □ Тубус. Ҡағыҙ тубус.
Тубустан алыу. Ҡурайҙы тубуста һаҡлау, һыҙмаларҙы тубуста йөрөтөү.
ТУБЫҠ I (тубығы) (Р: колено; И.: knee; T: diz) и.
Аяҡтың (малда алғы аяҡтың) бот һөйәге менән балтыр һөйәген тоташтырған быуын.
□ Колено. / Коленный. Тубыҡ һөйәге. Тубыҡҡа һалыу. Тубыҡтан батыу. Тубыҡ бөкләп ултырыу. ■ Нәҙек кенә аяҡтарын ҡалас кеүек ишеп, тубыҡтарына күлдәк итәген ҡаплап ҡуйҙы [Емеш]. 3. Биишева. Теге [Рәсүл] тәүҙә тубыҡланып ултырҙы, шунан тороп баҫты, һирәк, өлтөй сәсенә ҡар уҡмашҡан, бер яҡ күҙ төбө ҡара янып күбеп сыҡҡан, күҙендә нур әҫәре юҡ. Н. Мусин. Баҫҡан ерҙә тубыҡтан Шүлгән ергә батҡан, ти. «Урал батыр».
♦ Диңгеҙ тубыҡтан ҡурҡып-нитеп тормай, бик ҡыйыу (артыҡ батырайып китеп, һаҡлана белмәгән кешегә ҡарата әйтелә).
□ соотв. Море по колено кому, для кого. М Йыһаннурға хәҙер диңгеҙ тубыҡтан, ул машинаны тышҡа сығарҙы. Р. Солтангәрәев. Еңеүсе һалдатҡа диңгеҙ тубыҡтан, тие-берәк тәртипте һанға һуҡмаусылар осрай. Ә. Хәкимов. Торна (йәки шайтан) тубығынан күп. □ Очень много чего. Турғай тубығынан һай. □ Очень мелкий, неглубокий (обычно о речке, броде и т.п.). ■ [Сэйфел-мөлөктөң] ниәте турғай тубығына еткән һай күләүекте түгел, ҡолас ташлап йөҙөр киң даръяны айҡау ине. Ә. Хәкимов.
ТУБЫҠ II (тубығы) (Р: моток ниток, приготовленный для стирки или покраски; И.: sort of skein; T: ip çilesi) и. диал.
Кәлепләнгән еп; аяҡ. □ Моток ниток, приготовленный для стирки или покраски. Бер тубыҡ йөн.
ТУБЫҠБАШ и. диал. ҡар. тубыҡ ҡапҡасы. Тубыҡбашты ауырттырыу. Тубыҡ-башты ҡанатыу.
ТУБЫҠ ҠАПҠАСЫ (Р: надколенная чашечка; И.: patella; T.: diz kapağı) и. анат.
Тубыҡ өҫтөндәге йомро һөйәк. □ Надколенная чашечка, надколенник. Тубыҡ ҡапҡасын ауырттырыу.
508