Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 513


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҒАН ТЕЛ
и сёстры разных степеней. Ҡәҙерле туған-ҡәрҙәштәр. Яҡын туған-ҡәрҙәш. Туған-ҡәрҙәштәр менән һөйләшеп тороу. ■ Халыҡ музыкаһы уларға [башҡорт һуғышсыларына] туған-ҡәрҙәштәренән, ата-бабаларынан, һөйөклө ҡатындарынан .. һағынышлы сәләм килтергәндәй була. Р. Өмөтбаев. Мәрйәм .. Ҡазанда ҡунаҡ итерлек туған-ҡәрҙәштәре юҡ икәнен әйткәс, Лотфулла ағай ныҡ асыуланды. М. Ғафури.
ТУҒАНЛАШТЫРЫУ (туғанлаштыр-) ҡ. йокм. ҡар. туғанлашыу, понуд. от туғанлашыу. ■ Тик бер аҙ ашап-эсеп алғандан һуң ғына, буласаҡ ҡайным: «Балалар беҙҙе туғанлаштырырға торалар бит әле, ҡоҙағый», — тип туй тураһында һуҙ башланы. Ф. Әсәнов. Ебе өҙөлөп, тырым-тырағай сәселгән аҫыл мунсаҡ шикелле таралған ир-егеттәрҙе туған моң, ер-һыу ауазы яңынан берләштерә, туғанлаштыра. Ш. Янбаев.
ТУҒАНЛАШЫУ (туғанлаш-) (Р: родниться; И.: become related; T.: akraba olmak) ҡ.
1. Ҡыҙ алып, ҡыҙ биреп, туған-ҡәрҙәш-лек мөнәсәбәтенә инеү. □ Родниться, породниться. Туғанлашыу йолаһы. Ҡурше менән туғанлашыу. ■ Йыраҡтан килен алып, курмәгән, белмәгән кешеләр менән дә туғанлашып китәһең. Экспедиция материалдарынан. Ҡаҙаҡтар менән аралашыу һуңғы ваҡытта ҡәтғи тыйылғайны, башҡорттарҙың улар менән өйләнешеуенә, ту-ғанлашыуына ҡаршы губернаторҙың ниндәйҙер фармандары ла бар ине. 3. Ураҡсин.
2. кусм. Дуҫ, иптәшлек мөнәсәбәтенә инеү. □ Брататься, родниться. // Братание. Фронтта туғанлашыу. ■ Интернат-мәк-тәптә уҡыу дәуерендә бер-беребеҙ менән дуҫлашып, туғанлашып бөттөк. Ә. Әминев. Көндән-көн яҡынайҙы куңелдәрҙең аралары... Бер туғандай туғанлаштыҡ ҡырҡ атаның балалары! А. Игебаев. Бер ҡараһаң, ғәжәп ҡыҙыҡ был тормош: кешеләр осрашалар, танышалар, туғанлашалар, ҡайһы берҙәре яратышып та ҡуялар хатта. 3. Биишева.
ТУҒАНЛЫҠ (туғанлығы) (Р: родство; И.: kinship; T.: akrabalık) и.
1. Ҡан ҡәрҙәшлек. □ Родство; родственные отношения. Туғанлыҡ тойғоһо. Туғанлыҡ хисе. ■ «Мырҙа» һуҙе туғанлыҡ яҡынлығын белдергәнлектән, ҡәйнеш менән еңгә араһында була торған төрлөсә шаярышыу ғәҙәтенә урын ҡалдырмауы менән дә оҡшай ине шикелле уға [Сәлимәгә]. 3. Биишева. • Туғанлығыңды ҡайҙан беләйем, бөлгән көндө килмәнең. Әйтем.
2. кусм. Яҡын, йылы мөнәсәбәт, иптәшлек. □ Братство; дружественность. / Братский; дружественный. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Туғанлыҡ ептәре. М Фашистарҙы тар-мар итмәйенсә, донъяға тыныслыҡ, ирек, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, шулай булғас, бәхет тә килмәйәсәк. И. Абдуллин. Ябай рус ҡыҙының дуҫлыҡ, туғанлыҡ хистәре Ишбулды өсөн ауыр һуғыш юлдарын утеп, көнсығышта Хинган тауҙары аша артылып тапҡан баһалап бөткөһөҙ хазина ине. Ғ. Аллаяров.
ТУҒАНСЫЛ (Р: с развитым чувством родства; И.: loving family; T.: akrabalarını seven) c.
Туған йәнле, туғандарын яратыусы. □ С развитым чувством родства, любящий родных. Туғансыл кеше. Туғансыл ағай. Туғансыл һеңле.
ТУҒАНСЫЛЛЫҠ (туғансыллығы) (Р: любовь к своей родне; И.: affection for one’s kin; T: akrabalarını seven kimse) и.
Туған йәнле булыу. □ Любовь к своей родне, к своим родственникам. Туғансыллыҡ курһәтеу.
ТУҒАН ТЕЛ (Р: родной язык; И.: mothertongue; T: ana dili) и.
Бала саҡтан һөйләшә башлаған тел (ғәҙәттә, уҙ милләтеңдең теле). □ Родной язык. Туған телдә һөйләшеу. Туған телде ойрәнеу. ■ Туған телем! Туған моңдар! һеҙҙең аша зиһенемә быуаттар заңы тоташа. X. Назар, һөйләшһәләр [дуҫтар] әгәр туған телдә, телгә алыр улар мине лә. Сөнки мин киләсәк менән бергә һаҡлап саптым, телем, һине лә. Р. Ғарипов.
17 - 1.0037.16
513