Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 515


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҒЫҘАР
1. Малды егелгән еренән бушатыу. □ Распрягать, выпрягать. ■ Атты туғарып, саналағы бесәнгә ҡуштыҡ. С. Кулибай. Ғариф ағай ҡапҡаны үҙе асып инеп атын туғарҙы һәм, лапаҫ аҫтына урынлаштырып, бесәнгә ҡушты. Б. Бикбай. Мөхәммәт ағай ауыҙ эсенән генә көйләй-көйләй ҡара бейәне туғарҙы. Р. Ғабдрахманов. Атты туғарып та бөтмәй, ҡулына Өфөлә сыға торған гәзитте тотоп, Баллыбикә өйөнә табан йүгерҙе. Ә. Бикчәнтәев.
2. кусм. Ниндәйҙер эште, бурысты кемгәлер тапшырыу; ауҙарыу. □ Перекладывать, взваливать на кого-л. (обязанности, поручение, дело и т. д.). Вазифаңды башҡаларға туғарыу. ■ Петроград ваҡиғаларының беҙҙең файҙаға уңышлы булып сығыу ына ғәләбәне Рәсәй эшсе-крәҫтиәндәренең бөтә көстәренә туғарырға тура килә. Ғ. Ибра-Һим-Ҡыпсак.
ТУҒАРЫШЫУ (туғарыш-) ҡ. урт. ҡар. туғарыу 1. взаимн. от туғарыу 1. Ат туғарышыу. ■ Уның [Әхмәдиҙең] оло улы Мәғәфүр, атаһына ҡаршы сығып, ат туғарышты. Ж. Кейекбаев.
ТУҒРА [ғәр. *1 (Р.: тугра; И.: tughra;
T.: tuğra) и. тар.
Хакимдың (солтан, хәлиф, хандың) исеме һәм титулы яҙылған шәхси тамғаһы. □ Тугра (персональный знак правителя, содержащий его имя и титул). Туғра баҫыу. Туғра һуғыу. Туғраһы булған.
ТУҒРЫ I с. иҫк. ҡар. тура I, 3. Туғры юл. ■ [Батырша — старшинаға:] Китаптарыбыҙҙа туғры юл бар икән, беҙ .. аңра юлға кермәк тейешме ни, ә? Ғ. Хөсәйенов.
ТУҒРЫ II (Р: верный; И.: dedicated; Т.: sadık) с. диал. ҡар. тоғро.
1. Хыянат итмәй торған, эскерһеҙ. □ Верный, преданный. Туғры дуҫ. Туғры йәр.
2. Намыҫлы; дөрөҫ, ысын булған. □ Честный, правый. Туғры һүҙ. Туғры юлға төшөрөү. Кем туғры, кем уғры икәнен белеү. ■ Һүҙең бик туғры, әлбиттә, ундай нәмәләрҙә һис бер хикмәт юҡ. М. Ғафури. [Батырша яуы] кем уғры, кем туғры икәнен төшөндөрҙө. Ғ. Ибраһимов. Староста самалай инде старшинаһының этлеген: алым менән ҡал
дырғанын, уғрыларҙы туғры, туғрыларҙы уғры иткәнен. Ғ. Хөсәйенов.
ТУҒРЫ III (Р.: прямо; И.: honestly; Т.: dürüstçe) р. диал. ҡар. тура.
Дөрөҫ, ысын. □ Прямо, честно. Мин һеҙгә туғрыһын әйтәм.
ТУҒРЫЛЫҠ (туғрылығы) (Р: верность; И.: loyalty; T: doğruluk) и. диал. ҡар. тоғролоҡ.
1. Дөрөҫ, яҡшы уйҙы, теләкте белдергән сифат. □ Верность, преданность. Туғрылыҡ күрһәтеү.
2. Саф намыҫлылыҡ; ниндәйҙер эштә һ.б. ышанысты һаҡлауға, хыянат итмәүгә ҡоролған мөнәсәбәт. □ Верность, преданность. Эшкә булған туғрылыҡ.
ТУҒЫҘ (Р: девять; И.: nine; T.: dokuz) төп һ.
1. һигеҙҙән һуң килгән һан, IX, 9 цифрҙарының исеме. □ Девять. Өс өсөң — туғыҙ. Ун туғыҙ. Туғыҙ йөҙ.
2. Кемдеңдең йәки нимәнеңдер 9-ға тиң иҫәбе. □ Девять. Туғыҙ йыл. Туғыҙ егет. Туғыҙ тапҡыр. Туғыҙ ҡатлы йорт. Туғыҙ кеше. Туғыҙға бүлеү. ■ Бында бөтәһе һигеҙ хеҙмәткәр, минең менән туғыҙ булабыҙ. С. Агиш. Туғыҙ ай буйы йөрәгең аҫтында йөрөгән сабый үҙенән-үҙе яраттыра ул. Т. Ғарипова. Туғыҙҙы түңкәрмәй, унды ултыртып та булмай. И. Ғиззәтуллин.
3. миф. Мифлаштырылған һан. □ Девять. ■ Арпа имләгәндә туғыҙға тиклем һанап төртөп имләйҙәр. «Башҡорт мифологияһынан.
♦ Туғыҙға бөгөлөү кемдеңдер алдында ярарға тырышып, түбәнселек менән эйелеп бөгөлөү. □ соотв. Согнуться в три погибели. Туғыҙға түкмәстереү 1) кемдеңдер һүҙҙәрен, фекерҙәрен төрлөсә үҙгәртеп боҙоу. □ Искажать чью-л. мысль, слово. Туғыҙға түкмәстереп һөйләү', 2) күп тапҡыр үҙгәртеү, яңынан эшләү. □ Преобразовывать много раз, переделывать много раз. Туғыҙға түкмәстереп эшләп ҡарау.
ТУҒЫҘАР (Р.: по девять; И.: nine each; T.: dokuzar) бүл. һ.
һәр бере туғыҙҙан торған, туғыҙға тиң. □ По девять. Туғыҙарҙан тейеү. Кеше башы
17*
515