Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 535


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҠМАҠ
аслыҡты иҫтә тот. Әйтем. Туҡлыҡ яраштыра, аслыҡ талаштыра. Мәҡәл. Кешене йә туҡлыҡ ҡуша, йә юҡлыҡ ҡуша. Мәҡәл.
2. кусм. Ҡәнәғәтлек, күңел күтәренкелеге. □ Удовлетворённость, душевный подъём. Куңел туҡлығы. ■ Йылға аръяғында кугәреп ятҡан туғайҙың куңелле куренештәре — бөтәһе лә ауыл халҡының күңеленә туҡлыҡ, шатлыҡ тойғоларын һибә ине. Т. Йәнәби. • Куплек ҡайҙа — туҡлыҡ шунда. Мәҡәл.
3. Туйҙырыр сифат. □ Питательность, сытность. Кыярҙың туҡлығы юҡ. Сит илдән килтерелгән картуфтың туҡлығы юҡ. ■ Башағына туҡлыҡ бирегеҙ, тамырына ныҡлыҡ бирегеҙ! Р. Бикбаев. Кистән мул ғына итеп ит ашағайнылар, шул туҡлыҡ менән кисен иҙрәп йоҡлап киткәйне. С. Агиш. Таиба әбей, ейәндәрен ҡарап, кәбән куләгә-һендә ултырҙы, ҡайһы саҡ көнбағыштың таҙалығына, туҡлығына һоҡланып, ырҙын табағы янында уралды. 3. Биишева. Алма-сылар алма ашай, алманың ни туҡлығы. Халыҡ йырынан.
4. диал. Ондо, борсаҡ онон һыуға йәки һөткә болғатып бешерелгән шыйыҡ бутҡа; боламыҡ. □ Болтушка (вид мучной каши). Туҡлыҡ бешереу. Туҡлыҡ ашап үҫмәнек беҙ, ҡара икмәк ашап үҫтек. • Байҙың — бер юҡлығы, астың бер туҡлығы бар. Мәҡәл.
ТУҠЛЫҠЛЫ (Р.: сытный; И.: nourishing; T: besleyici) с.
1. Туйҙыра, көс бирә торған (аҙыҡ тураһында). □ Сытный; питательный. Туҡлыҡлы аҙыҡ. Туҡлыҡлы аш. М Катыҡ сәй ише буламы, туҡлыҡлы бит ул. һ. Дәүләтшина. Билмән, һуҙ юҡ, — туҡлыҡлы аш. Ә. Бикчәнтәев. Әсәйем .. һәүкәштәрен бүҫелдергәнсе ашатырлыҡ туҡлыҡлы бесән үҫтерергә хыяллана. Яр. Вәлиев. Яңы яҙған май туҡлыҡлы ла, уҙе тәмле лә. Ғ. Амантай. Хәҙер уға ашарға ла ашарға кәрәк, ә туҡлыҡлы аҙыҡты ҡайҙан табырға? И. Абдуллин. Карға йылы яҡтан килгәс ағас башына ҡунһа, йыл туҡлыҡлы була. һынамыштан. • Эшең булһа йөҙ, туҡлыҡлы килер көҙ. Мәҡәл.
2. Тереклек өсөн организмға кәрәкле матдәләре булған. □ Питательный. Туҡлыҡлы матдә. Туҡлыҡлы емештәр. ■ Бөртөктәрҙең
муллығы ла, туҡлыҡлығы ла кеше хеҙмәтенә бәйләнгән. Ф. Әсәнов. [Мөнөйә:] Коротто күпләп киптерергә кәрәк. Ул боҙолмай, уғата туҡлыҡлы аҙыҡ. Я. Хамматов.
ТУҠЛЫҠЛЫЛЫҠ (туҡлыҡлылығы) (Р: питательность; И.: nutritional value; T: besin değeri) и.
Туҡлыҡлы булыу сифаты. □ Питательность. Ашамлыҡтың туҡлыҡлылығы. Икмәктең туҡлыҡлылығы. Бер килограмм кукуруз туҡлыҡлылығы яғынан ике килограмм һолоға тора икән. ■ [Әсғәт:] Икмәкте баҫып ашарға ярамай, баҫып ашаһаң, туҡлыҡлылығы булмай ул. М. Кәрим.
ТУҠЛЫҠҺЫҘ (Р: непитательный; И.: low calory; T: besin değeri düşük) c.
Туйҙырмай торған, калорияһы аҙ булған. □ Непитательный, низкокалорийный. Үҫемлектәрҙән көнбағыш бик туҡлыҡлы, ә бына йәшелсәләр туҡлыҡһыҙ аҙыҡтар иҫәбенә инә.
ТУҠЛЫҠҺЫҘЛЫҠ (туҡлыҡһыҙлы-ғы) (Р: непитательность; И.: poor nutritional value; T: kalorisi az olma durumu) и. һөйл.
Туҡлыҡлы булмау, калорияһы аҙ булыу сифаты. □ Непитательность, низкокало-рийность. Хәҙер аҙыҡтарҙың туҡлыҡһыҙ-лығын тикшереү ҡаралған.
ТУҠМАҠ I (туҡмағы) (Р: колотушка; И.: punch; beetle; T: tokmak) и.
1. Нимәнелер һуғып ҡаға, йомшарта, иҙә торған, бер башы махсус рәүештә йыуан итеп ҡалдырылған, икенсе башы тотоу өсөн һәйбәтләп юнылған ағас ҡорал. □ Колотушка, деревянный молоток. Хиндер туҡмағы. Утын туҡмағы. Кер туҡмағы. Шыбағасҡа туҡмаҡ бәйләү. ■ Ағайым бөтөнләй буй бирмәй, кереш тарта ла унар ҡаҙаҡлы туҡмаҡтар менән тимер сөй өҫтәрен туҡма-тыпмы-туҡмата. И. Ғиззәтуллин. Илгизәр линейка һымаҡ трансаларҙы бер мөйөштә -рәк ҡаҙаҡлап тора ине, арҡаһына туҡмаҡ һымаҡ ағас дөп итеп килеп тейҙе. Р. Байбулатов. Осоп торған еңел туҡмаҡтар ҡоро һөйән ағасҡа бер-бер артлы тигеҙ бер ритм менән килеп төшә. Ғ. Лоҡманов. Улар барып ингәндә, усаҡ алдында йөрөп биттәре алһыуланған Гәлиә туҡмаҡ менән бәрәңге
535