ТУЛЫУ
Гектарына алты центнер тулыр-тулмаҫ ҡына төштө. Ә. Вәли. Хәбибулла бабай әсәһен хәтерләмәй, атаһы ла уға ун ике йәш тулыр-тулмаҫтан у леп китә. X. Ғиләжев. Киске сәғәт алты тулыр-тулмаҫ ишек төбөндә Хәкимйәндең аяҡ тауыштарын ишеткәс тә, тәуҙә ҡарт енәйәт өҫтөндә тотолған ҡараҡ һымаҡ тертләп китте, һуңынан уны ҡурҡыу ҡатыш сәйер тулҡынланыу солғап алды. Д. Исламов. Аҙнаев, ғәҙәте буйынса, сәғәт һигеҙ тулыр-тулмаҫтан контораға килеп етте. Н. Мусин. Ә төпсөк улы Батырша ун етеһе тулыр-тулмаҫтан фронтҡа эләккәйне, уҙ ирке менән. С. Шәрипов.
ТУЛЫУ (тул-) (Р.: быть полным; И.: be full; T.: dolmak) ҡ.
1. һауытҡа һ. б. төшөп йыйылыу. □ Быть полным, наполненным; наполниться, переполниться. Кунәк тулды. Сокор һыу менән тулды. ■ Утын ваҡлап бөткәс, ул һыу ташырға тотондо, һауыттар тулғас, аҙбар алдында ярышып ем супләгән тауыҡтарға ҡарап алды. Р. Ғабдрахманов. Оҙаҡламай йырғанаҡтар, кулдәр яңынан дымға тула, баҫыуҙар, баҡсалар терелә, кешеләрҙең йөҙҙәренә нур ҡуна. Р. Байымов. Аҡ [Ағиҙел] һыуҙары ағып яр тулырмы, былбыл ҡоштар ҡулға ҡунырмы? Йырҙан. • Теләнсенең ҡапсығы тулмаҫ. Әйтем. Тугелгән тупрағы менән тулмаҫ, тугелмәйенсә лә булмаҫ. Әйтем. Яңғыҙ ағас сана булмай, яңғыҙ бейәнән һаба тулмай. Мәҡәл.
2. Күп булып, эркелеп, нимәнеңдер эсенә инеү, инеп урынлашыу, инеп тулыу. □ Заполнить (входя, собираясь). Урамға килеп тулған халыҡ. ■ Беҙҙең окопҡа икенсе бер полк һалдаттары килеп тулды. Д. Юлтый. Уға был эре-эре кәуҙәле, көр тауышлы, кө-ләс йөҙлө туғандар ҙа, улар килеп тулғас, бөтөнләй бәләкәсәйеп ҡалған өй ҙә ҡыҙыҡ тойола ине, ә ҡунаҡтар был тығыҙлыҡты аҙ ғына ла тоймайҙар, уҙҙәренең куптән кур-мәгән туғандары килеп сығыуға ҡыуанып, гөр килеп һөйләшәләр, көлөшәләр, мәрәкәләшәләр ине. 3. Биишева. Шунда уҡ ғәскәр килеп тулды. Левашев боларыусыларҙы тота, язалай икән. Ғ. Ибраһимов, һәр иртә һайын
Әхмәдиҙең аш өйөнә һөт уткәрә килеусе бисәләр тулып китә. Ж. Кейекбаев.
3. Өҫтөнә, ситенә сыҡҡанса ҡойоулы, һалыулы булыу. □ Наполниться, переполниться. ■ Ҡайын туҙынан семәрләп эшләнгән моҙғалар мөлдөрәшеп ятҡан ҡара ҡарағат бөртөктәре менән өймәләм тулғайны.
3. Биишева. Аҡъял батыр шундағы сумес менән ике тапҡыр һыу алып, кунәгенә ҡойған икән, кунәк тулып та ҡуйған. Әкиәттән.
4. Бөтә булған урын, майҙанды алыу, тотош биләү. □ Занимать, заполнить площадь, место и т. п. Булмә төтөнгә тулды. ■ Халыҡ өйгә инеп, урындыҡҡа, мейес эргәләренә теҙелде, солан тулды. һ. Дәүләтшина. Йәйләу сәскә, улән, парлы һөт, мал еҫе менән тулған. И. Абдуллин. Аҡ йорттар менән биҙәнеп кул ята көҙгө булып: ҡарҙай аҡ ҡаҙҙар, балыҡтар, өйрәктәр менән тулып. Р. Назаров. • Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, дошман алдында төкөрмә. Әйтем.
5. Күп булып, бөтә урын, майҙанға таралыу. □ Занимать, занять, заполнить; быть в большом количестве. Я Ҡәбер ҡаҙған кешеләрҙе ашатып сығарған, курәһең: турбашта йыуылмаған ҡашығаяҡ тулып ята. Т. Ғарипова. • Уҫалдан уҫал тыу а, тора-тора донъя тула. Мәҡәл.
6. Билдәле иҫәп, һанға етеү. □ Хватать, быть достаточным при счёте. Бишкә берәу тулмай. М Ҡөндөҙ келәткә ревизия яһанылар, ике йөҙ ботлап иген тулмай. Б. Бикбай. Көҙгө себештәрҙе барлағанда .. икәу тулманы. М. Кәрим. Айыуҙар ун башҡа тулғас, егет уларҙы әйҙәп алып китте, ти. Әкиәттән.
7. Билдәле бер күләм, дәүмәлгә етеү. □ Заполниться, дойти до определённого уровня. План тулды. ■ Сәхибә туташ һөйләмде ашыҡмай, матурлап, бер бит тулғансы кусереп яҙырға ҡушты. 3. Биишева.
8. Купмелер йәшкә етеү, ваҡыт үтеү. □ Исполниться (о возрасте)’, пройти (о времени, сроке). Утыҙ йәш тулды. Ҡитеуенә бер йыл тула. ■ Атаһы улгәс, уның [Сөнә-ғәттең] әсәһе Сафура ғиҙҙәте тулыу менән Гөмәр ауылы Ғилаж исемле бер кешегә көндәш өҫтөнә иргә барҙы. Ж. Кейекбаев.
565