ТЮЛЬПАН
Эш-хәрәкәттәге яйлыҡ. □ Медленность, медлительность. Тәәннәт итеу. Тәәннәт менән эш итеу. ■ һәнәребеҙ йә тәәннәт, йә истихфаф, уҙ ҡылған эшебеҙ юҡ иҫебеҙҙә. М. Аҡмулла.
ТӘӘССӨФ [ғәр. (Р.: сожаление; И.: repentance; T.: teessüf) и. иҫк. кит. ҡар. үкенес.
Ниндәйҙер эш-хәлдең булған йәки булмағанына ҡарата ризаһыҙлыҡ белдергән бошоноу хисе; ҡыҙғаныс. □ Сожаление, скорбь. Тәәссөфкә ҡаршы. Тәәссөф белдереу. Тәәссөфтән файҙа юҡ. ■ Мин паспорттың .. , тәәссөфкә ҡаршы, өйҙә онотолоп ҡалғанын һөйләнем. М. Ғафури.
ТӘӘССӨФ ИТЕҮ (тәәссөф ит-) (Р.: раскаиваться; И.: regret; T.: teessüf etmek) ҡ. иҫк. кит.
Ниндәйҙер эш-хәлдең булған йәки булмағанына ҡарата риза булмау, бошоноу хисе кисереү; үкенеү. □ Раскаиваться, каяться; жалеть, сожалеть. Тәәссөф итеп йөрөу. Тәәссөф итеп тороу. Үткәндәрҙе уйлап тәәссөф итеу. Ҡылған гөнаһтар өсөн тәәссөф итеу.
ТӘӘҪҪОР [ғәр. jjfc] и. иҫк. кит.
1. ҡар. тәьҫир. ■ Шул замандан ҡалған тәәҫҫор арҡаһында куҙемә йәш килгәнен һиҙмәй ҙә ҡалам. М. Ғафури.
2. Тәьҫиргә бирелеүсәнлек, хиссәнлек. □ Чувствительность, впечатлительность.
ТӘӘҪҪОРАТ [ғәр. >Îj] и. иҫк. кит. ҡар. тәьҫорат. Көслө тәәҫҫораттар кисе-реу. Ауыр тәәҫҫорат ҡалдырып китте. ■ Артабан инде уның [Кәбирҙең] иғтибарын да ҡаршылыҡлы тәәҫҫораттар биләп алды. Яр. Вәлиев.
ТЮБИК (тюбигы) [рус. < фр. tube] (Р: тюбик; И.: tube; T.: tüp) и.
Вазелин, крем, елем кеүек нәмәне һығып сығарыуға йәтешләп, полиэтилен йәки ҡалайҙан эшләнгән оҙонса һауыт. □ Тюбик. Бер тюбик крем. Бер нисә тюбик. Ҡалай тюбик. ■ Рәссам .. етеҙ хәрәкәттәр менән мольберты янына килде лә тюбиктарҙан таҡтаһына буяуҙар һығып сығара башланы. Ә. Әминев.
ТЮБИКЛЫ (Р: тюбиковый; И.: tube; T: tüplü) с.
Тюбик эсендә булған. □ Тюбиковый, в тюбике. Тюбиклы һабын. Тюбиклы шампунь. Тюбиклы соус. Полиэтилен тюбиклы теш пастаһы.
ТЮБИНГ [ингл. tubing] (Р: тюбинг; И.: tubing; T: boru takımı) и.
1. төҙ. Металл йә тимербетон дуға формаһында бөгөлөп эшләнгән һыу үткәрмәй торған нығытма плита. □ Тюбинг (металлическая или железобетонная дугообразно изогнутая плита, применяемая для водонепроницаемого крепления шахт, тоннелей). / Тюбинговый. Ҡорос тюбинг. Суйын тюбинг. Тимербетондан эшләнгән тюбинг. Тоннелде эшләуҙә тюбинг нығытма файҙаланылды.
2. спорт. Ҡарҙа йәки һыуҙа тын тултырылған ныҡлы резина камераға ултырып шыуыу. □ Тюбинг. / Тюбинговый. Тюбинг өсөн трасса. Тюбинг юлы. ■ [Ял көндәрендә] «Абҙаҡ» тау-саңғы комплексына барып, саңғыла, тюбингыларҙа шыуып ҡайттыҡ. «Атайсал», 10 ғинуар 2014.
ТЮЛЕНЬ [рус.] (Р: тюлень; И.: seal; T: ayıbalığı) и. зоол.
Оҙонса йомро кәүҙәле, ҡыҫҡа муйынлы, ишкәк аяҡлы имеҙеүсе диңгеҙ хайуаны. П Тюлень. / Тюленевый (лат. Рһоса). Тюлень балаһы. Тюлень майы. Тюлень аулау. ■ Айырмаһы ҡайһылай ҙур! Төньяҡ ҡотоптоң тюленен экваторға килтергән кеуек. Т. Сәғитов.
ТЮЛЬ [фр. tulle] (Р: тюль; И.: gauze; T: tül) и.
Үҙенән сыҡҡан биҙәкле бик йоҡа селтәр. □ Тюль. / Тюлевый. Аҡ тюль. Тәҙрәгә тюль элеу. Тюль ҡорма. Тюль пәрҙә. Тәҙрәгә тюль ҡороу. ■_ [Ганя-Таңһылыу — Фәнисәгә:] Теләһә нәмә элгем килмәй тәҙрәмә, капрон тюль хәстәрләйәсәкмен: улар оҙаҡҡа етә. Р. Камал. Шәрәфиҙең дуҫтары юҡ тугел. Улар уға магазиндарҙа ҡасан клеёнка һәм тюль, дөгө ярмаһы һәм шәкәр буласағын алдан хәбәр итеп торалар. Ә. Вәли.
ТЮЛЬПАН [ит. tulipano] (Р: тюльпан; И.: tulip; T: lâle) и. бот. ҡар. ләлә.
Ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, яңғыҙ ҡыңғырау сәскәле, һуған тамырлы гөл. □ Тюльпан. / Тюльпанный (лат. Tulipa). Тюль
809