ХУЛИГАНЛЫҠ
ултырған бурәнәлек ағастарҙы һанарға тотонған. И. Ғиззәтуллин.
6. Малы, йорт-ҡаралтыһы менән айырым йәшәгән ғаилә (куберәк иҫәпләу берәмеге рәуешендә ҡулланыла). □ Хозяйство. ■ Егет башын юғалтманы; икенсе көндө ук .. атаһы хужалығынан тейгән берҙән-бер байлыҡ — ҡырҡмыш тайҙы колхозға илтеп бирҙе. Д. Исламов. Атаһының ҡартайыуы, хужалыҡтарының таралып ҡалыуы уға [Николайға ] тынғы бирмәй икән. В. Исхаҡов.
ХУЖАЛЫҠ ИТЕҮ (хужалыҡ ит-) (Р.: вести хозяйство; И.: have household; T.: ev işlerini yapmak, bakmak) ҡ.
Хужа булыу; хужалыҡты алып барыу.
□ Вести хозяйство. ■ Был сит ҡатын бара торғас бөтә йортҡа, хатта Зәйнәптең уҙенә лә хужалыҡ итә башланы. М. Ғафури.
ХУЖАЛЫҠЛЫ (Р.: хозяйственный; И.: having household; T.: idareli) с.
1. Хужалыҡ тотҡан, хужалығы булған.
□ Хозяйственный. Хужалыҡлы егет. И Әт-кәйемде төрмәгә ултыртыуҙа, моғайын, ул саҡтағы яңғыҙаҡ хужалыҡлы хәллеләргә һалына торған һәм бер саҡта ла утәй, кутәрә алмаҫлыҡ налог — «ҡаты бойороҡ»то туләмәу ҙә өҫтәлмә һылтау булғандыр. Й. Солтанов.
2. Хужаларса эш иткән, эшкә хужаларса ҡараған; хужалыҡсыл. □ Хозяйственный. Төрлө йунәлештә уңышлы эшләгән алдынғы хужалыҡлы ауылдар. ■ Ғәбит ағай, кешегә ҡаты булһа ла, хужалыҡлы һәм колхоз милкенә ҡул тыҡмай торған кеше ине. К. Мәргән.
ХУЖАЛЫҠСЫЛ (Р.: хозяйственный; И.: calculating; T.: idareli) с.
Эшкә хужаларса ҡараған; хужалыҡлы.
□ Хозяйственный; расчётливый. Хужалыҡсыл етәксе. ■ Ижади кешеләр уҙ мәнфәғәттәрендә генә йәшәй, тиһәләр ҙә, беҙҙең атайыбыҙ эшсән, хәстәрлекле, хужалыҡсыл. Б. Ҡаһарманова. Сәлих тә йортҡа, .. хужалыҡсыл куҙ менән ҡарарға тырышты, ремонт яһап ебәргәс, нисек буласағын куҙ алдына килтереп, кәңәштәр бирҙе. С. Агиш.
ХУЖАЛЫҠҺЫҘ (Р.: бесхозяйственный; И.: uneconomical; T.: idaresiz) с.
Хужалыҡ итеүгә булдыҡһыҙ; бәрәшән. □ Бесхозяйственный. Хужалыҡһыҙ булмау. Хужалыҡһыҙ хужа. М Елтерәгеҙ, елғыуарҙар, хужалыҡһыҙ туң елек! Й. Солтанов.
ХУЖАҺЫҘЛЫҠ (хужаһыҙлығы) (Р.: бесхозяйственность; И.: bad economy; T.: idaresizlik) и.
Хужалыҡ эшенә, хужалыҡтағы мал-мөлкәткә хужаларса булмаған мөнәсәбәт. □ Бесхозяйственность. Хужаһыҙлыҡҡа сик ҡуйыу. Хужаһыҙлыҡты тәртипкә һалыу. ■ Камалов та, башын баҫып, уҙенә тапшырылған эштәрҙе еренә еткереп утәп килде, шуға ла уны бер хужаһыҙлыҡ һаҙлығынан икенсеһенә ташлар булдылар. Р. Вәлиев. Ширкәттең .. хужаһыҙлығына беренсе булып Әухәҙи ғауға кутәрҙе. Р. Өмөтбаев. Ысынлап та, йырылған быуа, туҡтаған тирмән ташы — хужаһыҙлыҡтың бер билдәһе бит. 3. Ураҡсин.
ХУЛИГАН [ингл. hooligan ‘Houlihan фамилияһынан’] (Р.: хулиган; И.: hooligan; T.: külhanbeyi) и.
Йәмәғәт тәртибен боҙған кеше. □ Хулиган. / Хулиганский. Урам хулигандары. Үҫмер хулигандар. М Бандиттар тугел, ябай урам хулигандары төрттөрҙө машинамды! Р. Вәлиев. Беҙҙең аймаҡтың боҙоҡ уҫмер малайҙарын, хулиган һәм бурҙарын шулай уҡ тәбиғи булмаған ҡыҙыҡһыныусанлыҡ өтөп алып бара. Т. Ғиниәтуллин. Тәртип боҙа тип ни, хулиган тугел ул Әшрәф, шаянлығы бар инде. Г. Яҡупова.
ХУЛИГАНЛАНЫУ (хулиганлан ) (Р.: хулиганить; И.: act like a hooligan; T.: kabadayılık etmek) ҡ.
Хулиганлыҡ эшләү, тәртип боҙоу. □ Хулиганить. // Хулиганство. Хулиганланып йөрөу. Я Курше малайҙары хулиганлана тип һөйләнеләр. С. Агиш. Хулиганланыу тугел был, ә юғары етәкселек бойороғон теуәл утәу. С. Агиш.
ХУЛИГАНЛЫҠ (хулиганлығы) (Р.: хулиганство; И.: hooligan action; T.: kabadayılık) и.
Хулигандарса мөнәсәбәт; хулиган ҡылығы. □ Хулиганство. Хулиганлыҡ өсөн штраф һалыу. Хулиганлыҡ ҡылыу. ■ Халыҡ был йыйылыуҙың маҡсатын .. тиҙ төшөндө һәм
401