Русско-башкирский словарь, под редакцией З. Г. Ураксина, I том. Страница 209


Поиск по словарям

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

ВЫРАСТИ
ВЫПУЧИТЬ сов.; разг. 1. что безл. бүлтәйтеү, ҡалтайтыу, бүлтәйеп (ҡалтайып) сығыу; у бочки выпучило дно мискәнең төбө ҡалтайған 2. что киреү, алға сығарып ҡуйыу; выпучить грудь күкрәкте киреү; выпучить глаза күҙҙе таҫрайтыу
ВЫПУШКА ж ҡырпыу, ҡайма
ВЫПЫТАТЬ сов. что, у кого; разг. һорашып белеү, һорашып (төпсөнөп) әйттереү; выпытать секрет серҙе һорашып белеү
ВЫПЫТЫВАТЬ несов. см. выпытать
ВЫПЬ ж мөншөгөр, күл буғаһы (ҡош)
ВЫПЯТИТЬ сов. что; разг. 1. алға сығарыу, бүлтәйтеү, киреү; выпятить грудь күкрәк киреү 2. перен. ҡабартып (күпертеп, арттырып) күрһәтеү; выпятить недостатки произведения әҫәрҙең етешһеҙлектәрен ҡабартып күрһәтеү
ВЫПЯТИТЬСЯ сов.; разг. 1. алға сығып тороу, бүлтәйеү, кирелеү 2. перен. ҡабарып (күпереп) күренеү
ВЫПЯЧИВАТЬ несов. см. выпятить
ВЫПЯЧИВАТЬСЯ несов. 1. см. выпятиться 2. страд. от выпячивать
ВЫРАБАТЫВАТЬ несов. см. выработать
ВЫРАБОТАТЬ сов. что 1. (произвести) эшләп сығарыу, етештереү, эшләү; выработать электроэнергию электр энергияһы эшләү 2. (обработать ) эшкәртеү 3. перен. (прийти к чему-л.) эшләү, әҙерләү, төҙөү; выработать план план төҙөү; выработать резолюцию резолюция әҙерләү 4. (воспитать) тәрбиәләү, булдырыу; выработать выдержку и настойчивость сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ тәрбиәләү 5. разг. (добыть трудом) эшләп табыу (алыу), эшләү; выработать тысячу рублей мең һум эшләп алыу 6. горн. (выбрать без остатка) эшкәртеп бөтөрөү, алып (табып) бөтөрөү; прииск выработан прииск эшкәртеп бөтөрөлгән
ВЫРАБОТАТЬСЯ сов. барлыҡҡа килеү, булып китеү; выработалась выносливость сыҙамлылыҡ барлыҡҡа килде
ВЫРАБОТКА ж 1. см. выработать 1—5; ткань ручной выработки ҡулдан эшләнгән туҡыма; установка для выработки кислорода кислород эшләп сығарыу ҡоролмаһы 2. эшләп сығарылған (етештерелгән) продукция, эшләп сығарыу (етештереү) күләме; получать с выработки етештерелгән продукциянан алыу; повысить норму выработки эшләп сығарыу күләмен арттырыу 3. разг. эшләнеш, эшләнеү сифаты; хорошая выработка яҡшы эшләнеш 4. обычно мн. выработки; горн. ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу урыны
ВЫРАВНИВАТЬ несов. см. выровнять
ВЫРАВНИВАТЬСЯ несов. 1. см. выровняться 2. страд. от выравнивать
ВЫРАЖАТЬ несов. что 1. см. выразить 2. (являться отражением) сағылдырыу, кәүҙә
ләндереү; выражать объективную реальность объектив ысынбарлыҡты сағылдырыу
ВЫРАЖАТЬСЯ несов. 1. см. выразиться 2. прост. һүгенеү, әшәке һүҙҙәр әйтеү 3. страд. от выражать
ВЫРАЖЕНИЕ с 1. см. выразить — выражать 2. кәүҙәләнеш, сағылыш; денежное выражение стоимости ҡиммәттең аҡсалата сағылышы 3. (внешний вид чего-л.) сырай, ҡиәфәт, ҡараш; выражение лица сырай; выражение глаз күҙ ҡарашы 4. әйтем; образное выражение образлы әйтем 5. мат. аңлатма; алгебраическое выражение алгебраик аңлатма ♦ без выражения (говорить, читать и т.п.) тәьҫирһеҙ (тойғоһоҙ) (һөйләү, уҡыу һ.б.); с выражением (читать, петь и т.п.) тәьҫирле итеп (тойғо менән) (уҡыу, йырлау һ.б.)
ВЫРАЗИТЕЛЬ м сағылдырыусы, кәүҙәләндереүсе; выразитель идей и настроений крестьянства крәҫтиәндәрҙең идеяларын һәм уй-теләктәрен сағылдырыусы
ВЫРАЗИТЕЛЬНОСТЬ ж асыҡлыҡ, баҙыҡлыҡ, тәьҫирлелек; выразительность фраз һүҙҙәрҙең тәьҫирлелеге
ВЫРАЗИТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое 1. асыҡ, баҙыҡ, матур; выразительное лицо асыҡ йөҙ 2. тәьҫирле, тойғоло; выразительная речь тәьҫирле телмәр 3. разг. мәғәнәле, күп мәғәнәле; выразительный взгляд мәғәнәле ҡараш 4. тасуирлау ...ы; выразительные средства языка телдең тасуирлау саралары
ВЫРАЗИТЬ сов. что 1. күрһәтеү, сағылдырыу, кәүҙәләндереү; выразить нежность наҙ күрһәтеү 2. (высказать, передать словами) әйтеү, әйтеп биреү; выразить мысль коротко фекерҙе ҡыҫҡаса әйтеп биреү 3. (обозначить, исчислить в каких-л. единицах) билдәләү, иҫәпләү, күрһәтеү; выразить цены товаров в денежных единицах тауар хаҡын аҡса берәмегендә күрһәтеү
ВЫРАЗИТЬСЯ сов. 1. (обнаружиться, проявиться ) сағылыу, кәүҙәләнеү, күренеү, беленеү 2. әйтеү, әйтеп биреү; неудачно выразиться яңылыш әйтеү
ВЫРАСТАТЬ несов. см. вырасти
ВЫРАСТИ сов. 1. үҫеү; мальчик за лето сильно вырос малай йәй эсендә ныҡ үҫкән 2. (стать взрослым) үҫеп (буйға) етеү, ир ҡорона инеү 3. перен. (стать зрелым) өлгөрөү, өлгөрөп (үҫеп) етеү; вырасти в мастера мастер булып өлгөрөп етеү 4. из чего; разг. ҙурайыу, һыймай башлау; вырасти из платья күлдәккә һыймай башлау 5. артыу, үҫеү; посевная площадь выросла сәсеү майҙаны артты; выросли доходы населения халыҡтың килеме артты 6. перен. күренеү, үҫеп сығыу, барлыҡҡа килеү; на холме выросло красивое здание ҡалҡыулыҡта матур йорт үҫеп сыҡты 7. перен. ҡалҡып
209