хаҡ


ғәр. 1. Нәмәнең, аҡсалата билдәләнгән ҡиммәте; баһа. Арзан хаҡ. Иген хаҡы. 2. Эшләгән эштең аҡсалата билдәләнгән баһаһы. Эш хаҡы. Ярты хаҡҡа эшләү. ғәр. 1. Хоҡуҡ. Кешелек хаҡы. 2. Тейешле өлөш. Кеше хаҡын ашау. ғәр. 1. Дөрөҫ, ысын. Хаҡ һүҙ. Хаҡты һөйләү. 2. Дөрөҫлөк, тоғролоҡҡа ярашлы; ғәҙел. Хаҡ хөкөм. 3. Ысын, шикһеҙ. Хаҡ мосолман. Хаҡ тәғәлә - Алла.