каникулы


каникулы

каникулдар

летние каникулы - йәйге каникулдар

во время каникул, в каникулы
каникул осоронда
Вчера начались летние каникулы
Кисә йәйге каникул башланды
зимние (летние) каникулы
ҡышҡы (йәйге) каникул
зимние каникулы
ҡышҡы каникул
Зимние каникулы начинаются в январе.
Ҡышҡы каникулдар ғинуарҙа башлана.
каникулы кончились
каникул бөттө
Когда начинаются летние (зимние) каникулы?
Йәйге (ҡышҡы) каникулдар ҡасан башлана?
летние каникулы
йәйге каникул, йәйге каникулдар
Летние каникулы начинаются в июне.
Йәйге каникулдар июндә башлана.
начались летние каникулы
йәйге каникул башланды
отпуск, каникулы
отпуск, каникул
отпустить на каникулы
каникулға ҡайтарыу
провести каникулы в деревне
каникулды ауылда үткәреү
распускать учеников на каникулы
уҡыусыларҙы каникулға таратыу
распустить учащихся на каникулы
уҡыусыларҙы каникулға ебәреү
Сколько времени будут длиться зимние каникулы?
Ҡышҡы каникулдар күпме ваҡыт дауам итәсәк?
школьников распустили на каникулы
уҡыусыларҙы каникулға ебәрҙеләр
школьные каникулы
уҡытышлыҡ яллығы
Рустэм Хамитов пообщался с учащимися Центра, которые занимаются в лабораториях, несмотря на каникулы .
Рөстәм Хәмитов каникулдарға ҡарамаҫтан лабораторийҙарҙа шөғөлләнеүсе Үҙәк уҡыусылары менән аралашты.
В свою очередь, африканская страна может принять не только студентов для обучения в местных вузах, но и детей с целью отдыха во время каникул .
Үҙ сиратында, Африка иле студенттарҙы урындағы вуздарҙа уҡытыу өсөн, шулай уҡ балаларҙы каникул ваҡытында ял иттереү маҡсатында ҡабул итә аласаҡ.
Напомним, что региональный этап Всероссийской олимпиады школьников стартовал сразу после зимних каникул .
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы ҡышҡы каникулдарҙан һуң старт алғайны.
Всего же за период летних каникул планируется охватить 401 тысячу ребят.
Йәйге каникулдар осоронда бөтәһе 401 мең баланы ял иттерергә планлаштырыла.
Начинается сезон отпусков и каникул .
Йәйге ял осоро башлана.
Каждое лето студенты подрабатывают в детских оздоровительных лагерях. Кроме того, есть возможность поправить здоровье в санатории-профилактории и провести каникулы на Черноморском побережье, в Санкт-Петербурге и в Абзаково по льготным путевкам.
Унда шөғөлләнеүсе студенттар йәйгеһен балалар лагерҙарында хеҙмәт итә. Бынан тыш, уҡыу осоронда шифахана-профилакторийҙа һаулығыңды нығытыу, каникул мәлендә ташламалы йүнәлтмәләр менән Ҡара диңгеҙ буйында, Санкт-Петербургта, Абҙаҡта ял итеү мөмкинлеге булдырылған.
По словам Артура Насибуллова, средства, полученные от концерта, будут направлены на организацию детского отдыха в период зимних каникул , покупку необходимого инвентаря для воспитанников социальных приютов.
Артур Нәсибуллов һүҙҙәренсә, концерттан алынған аҡса ҡышҡы каникулдарҙа балалар ялын ойоштороуға, социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәргә кәрәкле инвентарь һатып алыуға йүнәлтеләсәк.
1 июня, в День защиты детей, по традиции открывается сезон летних школьных лагерей, и первый день каникул 850 учеников младших классов Кировского района провели на площади перед Конгресс-холлом.
1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, йола буйынса йәйге мәктәп лагерҙары асыла.
Каникулы в Башкортостане
Башҡортостанда ял итәбеҙ
Во время школьных каникул мне очень нравилось служить отпускным пионером (тогда так назывались подсобные пионеры).
Каникул ваҡыттарында миңә отпускылағы пионер булып (ул саҡта ярҙамсы пионерҙар шулай атала ине) хеҙмәт итеү бик оҡшай ине.
Восемь серий будут демонстрироваться в новогодние каникулы на телеканале БСТ с 1 по 8 января.
Яңы йыл каникулдары ваҡытында — 1-8 ғинуарҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында комедияның һигеҙ серияһын күрһәтеү күҙаллана.
начались каникулы
каникул башланды
Дополнительные пассажирские поезда назначаются со станции Уфа на новогодние каникулы . Наиболее высокий пассажиропоток ожидается 29 и 30 декабря, в обратном направлении — 6, 7 и 8 января 2017 года, сообщили в башкирском отделении Куйбышевской железной дороги.
Яңы йыл каникулдарында Өфө станцияһынан өҫтәмә пассажир поездары тәғәйенләнә. 29 һәм 30 декабрҙә, кире йүнәлештә 6, 7 һәм 8 ғинуарҙа пассажирҙарҙың айырыуса күп булыуы көтөлә, тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһендә.
вернемся ближе к каникулам
каникулға ҡаршы ҡайтырбыҙ
Также активно привлекаются учителя и студенты-аграрии, которые не прочь подработать на каникулах .
Шулай уҡ каникул мәлендә өҫтәмә табыш алырға ризалашҡан уҡытыусылар һәм ауыл хужалығы уҡыу йорттары студенттары ла әүҙем йәлеп ителә.
21 марта начинаются школьные каникулы , во время которых планетарий будет работать без выходных, проводя по нескольку сеансов в день.
21 мартта мәктәп уҡыусыларының яҙғы каникулдары башланғанға күрә, был арала планетарий ял көндәрһеҙ эшләйәсәк, көнөнә бер нисә сеанс күрһәтәсәк.
Африканец проводит каникулы в школьном лагере «Тимербатыр» Бурзянского района Башкирии.
Африка вәкиле каникулдарын Бөрйән районының «Тимербатыр» мәктәп лагерында үткәрә.
В течение года жителей страны ожидает несколько затяжных каникул .
Йыл дауамында илебеҙ халҡын бер нисә оҙайлы каникул көтә.
Первая партия монет прибыла в республику сразу после новогодних каникул .
Тәңкәләрҙең тәүге партияһы республикаға яңы йыл каникулдарынан һуң уҡ килтерелде.
В связи с предстоящими длительными новогодними каникулами специалисты прогнозируют рост числа огненных происшествий и количества жертв пожаров.
Алдағы оҙайлы Яңы йыл каникулдары менән бәйле, белгестәр ут сығыу һәм янғын ҡорбандары һаны артыу ихтималлығын күҙаллай.
Помимо новогодних также ожидаются февральские каникулы — с 23 по 25, мартовские — с 8 по 11, майские — с 29 апреля по 2 мая.
Яңы йылдағыһынан тыш февраль каникулдары көтөлә — 23-нән 25-нә тиклем, мартта — 8-нән 11-нә ҡәҙәр, майҙа — 29 апрелдән 2 майға тиклем.
Напомним, учащиеся с 1 по 11 классы находятся на внеплановых каникулах непрерывно уже с 29 января.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1-11 класс уҡыусылары 29 ғинуарҙан пландан тыш каникулда.
Кроме того, проектом предусмотрено выделение средств предприятиям и организациям для частичной и даже полной оплаты путевок для детей в возрасте до 15 лет в расположенные на территории Башкортостана загородные детские оздоровительные лагеря со сроком пребывания не менее 7 дней в период весенних, осенних и зимних школьных каникул и на срок от 18 до 21 дня в период летних каникул .
Бынан тыш, проект менән 15 йәшкә тиклемге балалар өсөн Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан ҡаланан ситтәге балалар сәләмәтләндереү лагерҙарына яҙғы, көҙгө һәм ҡышҡы каникулдар осоронда кәмендә 7 көнгә һәм йәйге каникулдар осоронда 18 көндән 21 көнгә тиклем ваҡытҡа путевкаларҙы өлөшләтә һәм хатта тулыһынса түләү өсөн предприятиеларға һәм ойошмаларға средстволар бүлеү ҡаралған.
Он поздравил ребят с началом летних каникул .
Ул балаларҙы йәйге каникулдар башланыу менән ҡотланы.
Кадеты рассказали, что часть каникул провели в Пензе, где проходили подготовку в оборонно-спортивном оздоровительном лагере.
Кадеттар йәйге каникулдарҙың бер өлөшөн Пензала үткәрҙе, унда улар оборона-спорт сәләмәтләндереү лагерендә булды.