дополнить


дополнить

өҫтәү, тултырыу, өҫтәп тултырыу, тулыландырыу

дополнить самовар - самауырға өҫтәү; дополнить статью - мәҡәләне тулыландырыу

быть дополненным, добавленным
өҫтәлеү
дополненная
арттырылған, тулыландырылған, өҫтәлгән
дополненное
арттырылған, тулыландырылған, өҫтәлгән
дополненное издание
тулыландырылған баҫма
дополненный
арттырылған, тулыландырылған, өҫтәлгән
дополнить докладчика
докладсыға өҫтәп һөйләү
дополнить ответ
яуапты тулыландырыу
дополнить самовар
самауырға өҫтәү
дополнить статью
мәҡәләне тулыландырыу
исправленное и дополненное издание книги
китаптың төҙәтелгән һәм тулыландырылған баҫмаһы
В связи с необходимостью проведения ремонтных работ, администрацией Сибая было принято решение дополнить постамент исторической справкой.
Ремонт эштәре үткәреү кәрәклеге менән бәйле, Сибай хакимиәте постаментҡа тарихи белешмә өҫтәргә ҡарар итә.
Триумф гонщиков России дополнил Эдуард Крысов (ЦСКА) — у него серебряная медаль.
Рәсәй уҙышсыларының ҙур ҡаҙанышын Эдуард Крысов (ЦСКА) тулыландырҙы – унда көмөш миҙал.
Картину военных баталий дополнили пиротехнические эффекты, имитирующие взрывы и снаряды.
Шартлау һәм снарядтарҙы һынландырыусы һәр төрлө пиротехник эффекттар хәрби бәрелеш картинаһын тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
В ноябре был получен пакет предложений со стороны украинских ученых, его обсудили в отделениях Академии и дополнили своими научными проектами.
Ноябрҙә Украина ғалимдары тәҡдимдәр ебәрҙе, улар Академия бүлексәләрендә тикшерелде һәм үҙебеҙҙең фәнни проекттар менән тулыландырылды.
Показ хорошо вписался в концепцию фестиваля народных ремесел и дополнил его программу.
Был сара халыҡ һөнәрҙәре фестивале концепцияһына килешеп, программаны тулыландырып торҙо.
А проведенная по завершении фестиваля экскурсия только дополнила их впечатления, сообщила консультант Союза журналистов РБ Мавлида Якупова.
Фестиваль аҙағында уҙғарылған экскурсия уларға ыңғай тәьҫораттар ғына өҫтәне, тип хәбәр итте Башҡортостан Журналистар союзы консультанты Мәүлиҙә Яҡупова.
С конца декабря маршрутную сеть планируется дополнить рейсами в Сочи (дважды в неделю).
Декабрь аҙағынан маршруттар селтәрен Сочиға рейстар менән тулыландырыу ҡарала.
Новый обелиск дополнил мемориал защитников Отечества, сообщил председатель РОО РБ «Башкирский Союз ветеранов боевых действий» Тимерьян Ражапов.
Яңы обелиск Ватанды һаҡлаусылар мемориалын тулыландырҙы, тип хәбәр итте БР «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
Школа, действительно, прекрасно оснащена для занятий спортом — несколько площадок, футбольное поле. В лицее No161 не менее впечатляющий спортблок дополнен полноценным бассейном (25х8, четыре дорожки).
Мәктәп, ысынлап та, спорт менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы йыһазландырылған — бер нисә майҙансыҡ, футбол майҙаны. 161-се лицейҙа спортблок бассейн менән тулыландырылған.
Ежегодник составлен на основе материалов архивных учреждений Башкортостана и сведений, полученных из республиканских органов исполнительной власти и органов местного самоуправления, дополнен информацией из энциклопедических, справочных и периодических изданий.
Календарь Башҡортостандың архив учреждениелары материалдары һәм республиканың башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарынан алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә төҙөлгән, энциклопедия, белешмә һәм ваҡытлы баҫмаларҙан мәғлүмәт менән тулыландырылған.
Состав участников в этом году существенно дополнен .
Ҡатнашыусылар составы быйыл һиҙелерлек артҡан.
Каждый баннер дополнен одним из слоганов: «Наше честное кино», «Наше хорошее кино», «Наше правдивое кино», «Наше красивое кино».
Һәр баннерҙа «Беҙҙең ғәҙел кино», «Беҙҙең яҡшы кино», «Беҙҙең дөрөҫ кино», «Беҙҙең матур кино» слогандарының береһе яҙылған.
Автор дополнил издание списком участников национального движения 1917-1920 годов, фотодокументами, справочной информацией о составе государственных и военных органов автономного Башкортостана.
Автор баҫманы 1917-1920 йылдарҙағы милли хәрәкәттә ҡатнашыусылар исемлеге, фотодокументтар, автономлы Башҡортостандың дәүләт һәм хәрби органдары тураһында мәғлүмәт менән тулыландырған.
Потому что они сделали этот закон тяжелым бременем, дополнив его множеством мелочных правил.
Сөнки улар, Шәмбе көнө хаҡындағы ҡанунға иҫәпһеҙ-һанһыҙ ваҡ-төйәк ҡағиҙәләр өҫтәп, уны көс еткеһеҙ йөккә әйләндергән.
Яркую палитру фольклора дополнили башкирские, татарские, чувашские песни в исполнении Алины Шарипжановой из Татарстана, Рэдика Ефремова из Москвы и Вадима Захарова.
Татарстандан Алина Шәрифйәнова, Мәскәүҙән Рэдик Ефремов һәм Вадим Захаров башҡарыуында башҡорт, татар, сыуаш йырҙары яңғыраны.
Документ дополнен пунктом 4.1, в соответствии с которым «в автобусах, используемых для перевозки пассажиров в междугородном сообщении, места для сидения должны быть оборудованы ремнями безопасности».
Документ 4.1 пункты менән тулыландырылды, уға ярашлы «ҡала-ара пассажирҙар ташыу өсөн файҙаланылған автобустарҙа ултырыу өсөн урындар хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылырға тейеш».
Мы должны всегда быть очень близко, работать, понимая и дополняя друг друга.
Беҙ яҡындан, үҙ-ара аңлашып, бер-беребеҙҙе тулыландырып эшләргә тейешбеҙ.
Музыкальные коллективы и солисты дополнили праздник зажигательными песнями и танцами, а снежинки-барабанщицы — новогодним маршем.
Музыкаль коллективтар һәм солистар дәртле йыр-бейеүҙәре, барабансылар Яңы йыл маршы менән шатландырҙы.