этимология
ЭТЕШ КӨСӨ (Р.: сила отталкивания; И.: repulsive force; T.: itici güç) и. физ.
Бер төрлө зарядлы еҫемдәрҙең үҙ-ара этәреү процесы. □ Сила отталкивания. M Айҙың Ер менән йыраҡлығы, уның орбита йыраҡлығы шул этеш көсөнә бәйле. М. Ғилванов.
ЭТ ЗЕЛПЕҺЕ (Р.: бересклет; И.: spindle wood; T.: iğağacı) и. диал. ҡар. осҡат.
Аҡлы-аллы ваҡ ҡына сәскә атҡан, ҡы-ҙыллы-һарылы ҡушар-ҡушар емеш биргән ҡыуаҡ ағасы; зелпе, осҡат. □ Бересклет (лат. Euonymus). Эт зелпеһенең емеше. Эт зелпеһе уҫкән ер.
ЭТИК (Р.: этический; И.: ethical; ethic; T.: ahlaki) с. ҡар. әхлаҡи.
Әҙәп-әхлаҡҡа ҡағылышлы. □ Этический. Этик нормалар. Этик тәрбиә. ■ Драматург чиновниктарҙың ниндәйҙер этик ҡағиҙәләрен һанға һуғып бармай, министр кабинетына тура барып инә, нимә уйлағанын ярып әйтә. Р. Камал.
ЭТИКА [гр. ethos ‘йола’] (Р.: этика; И.: ethics, morality; T.: etik, ahlak) и.
1. фәлс. Ижтимағи аңдың бер төрө булған әхлаҡ һәм әҙәп ҡағиҙәләре тураһындағы фәлсәфәүи тәғлимәт. □ Этика. Материалистик этика. ■ Философия ла этиканан башҡа йәшәй алмай. «Киске Өфө», № 32, 2009.
2. Ижтимағи бер төркөмгә, синыфҡа, бер профессия кешеләренә хас әхлаҡ һәм тәртип ҡағиҙәләре. □ Этика. Уҡытыусылар этикаһы. Аралашыу этикаһы. Табип этикаһы. Эш этикаһына ярашлы. ■ Етәксе этикаһы куп йәһәттән дөйөм ҡабул ителгән нормаларға ярашыуҙан ғына хасил була торған нәмә лә тугел. «Киске Өфө», № 42, 2015.
ЭТИКЕТ [фр. etiquette ‘ярлыҡ, яҙыу’] (Р.: этикет; И.: etiquette, courtesy; T.: etiket, teşrifat) и. кит.
Йәмғиәттә ҡабул ителгән әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре. □ Этикет. Ғалимдар этикеты. Хәрби этикет. Этикет һаҡлау. ■ Дворяндар этикетын еренә еткереп, действительный камергер генеральный прокурор менән утә ипле, мөләйем куреште. Ғ. Хөсәйенов.
ЭТИКЕТКА [фр. etiquette ‘ярлыҡ, яҙыу’] (Р.: этикетка; И.: label; T.: etiket) и. ҡар. ярлыҡ 2.
Әйбергә исемен, хаҡын, эшләнгән урынын күрһәтеп йәбештерелгән ҡағыҙ. □ Этикетка. Кулдәк этикеткаһы. Тауар этикеткаһы. ■ Расфасовка булегендә беҙҙең ҡыҙҙар карбамидты махсус тоҡтарға тултыралар, уларға этикеткалар йәбештерәләр. Ә. Бикчәнтәев.
ЭТИЛ [гр. aither ‘эфир, һауа’ + Һу1ё ‘ағас, матдә’] (Р.: этил; И.: ethyl; T.: etil) и. хим.
Органик ҡатышмаларҙағы углерод һәм водород атомдарынан торған төркөм. □ Этил. / Этиловый. Хлорлы этил. ■ Бер тонна этил спиртын алыу өсөн 10 тонна картуф йәки 4 тонна ашлыҡ талап ителә. Ә. Байрамов.
ЭТИЛЕН [гр. ethylene] (Р.: этилен; И.: ethylene; T.: etilen) и. хим.
Углерод менән водородтан торған төҫһөҙ газ (этил спирты, полиэтилен һ. б. алыу өсөн ҡулланыла). □ Этилен. Этилен газы. Этилен етештереу. Хлорлы этилен. ■ Алманы айырым һалырға кәрәк, ул куп итеп этилен газы сығара һәм был йәшелсәләрҙең шыта башлауына килтерә. «Йәшлек», 13 сентябрь 2013.
ЭТИМГӘН (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Әй ҡәбиләһенә ҡараған аймаҡ исеме. □ Этимган (название родового подразделения башкир племени айле). Этимгән аймағы һарт-әйле ырыуына ҡарай. Этимгәндәр йыйыны. Этимгәндәр өмә йыйған.
ЭТИМОЛОГИК (Р.: этимологический; И.: etymologic; T.: etimolojik) с.
Этимологияға мөнәсәбәтле. □ Этимологический. Этимологик тикшеренеуҙәр. Этимологик анализ яһау. ■ Фасмерҙың «Урыҫ теленең этимологик һуҙлеге»н һатып алырмын, ике меңгә яҡын төрки һуҙенең урыҫ халҡы тарафынан уҙләштерелеуен куреп һушым китер. М. Ямалетдинов.
ЭТИМОЛОГИЯ [гр. etymon ‘һүҙҙең ысын мәғәнәһе’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р.: этимология;
221