Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 223 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭТ ҠАРАҒАТЫ
ЭТКЕС (Р.: толкач; И.: bank locomotive; T.: itici, arka lokomotif) u.
1. m. юл. Поезды этеп бара торған ярҙамсы локомотив. □ Толкач. Эткес йөрөтөу. Поезд эткесе. Эткес тиҙлеге.
2. тех. Нимәнелер этеп шыуҙырған ҡулайлама. □ Толкач, буксир. Бесән эткес. Эткес яһау. ■ Динар әле быйыл да «МТЗ»-һына эткес тағырға уйлай. «Табын», 5 ғинуар 2013.
ЭТ КЕСЕРТКӘНЕ (Р.: глухая крапива; И.: snakeflower; T.: beyaz ballıbaba) и. диал. ҡар. һаңғырау кесерткән.
Киртләс япраҡлы, оҙон ҡаты һабаҡлы, аҡһыл һары сәскә атыусы күп йыллыҡ сүп үләне. □ Глухая крапива, яснотка белая (лат. Lamium album). Эт кесерткәне баҡсаларҙа, ҡойма тирәһендә, юл буйында уҫә.
ЭТКЕ-ТИПКЕ (Р.: пренебрежительное отношение; И.: disparagement, scant regard; T.: aşağılama) и. йыйн.
Кемдеңдер рәнйетеүе, ҡыйырһытыуы; кемдер тарафынан ҡыйырһытылған, рәнйетел-гән хәл; этке-төрткө. □ Пренебрежительное отношение к кому', притеснение кого-л. Этке-типкелә йөрөу. Этке-типкелә yçey. M Төрлө ғазаптар, аслыҡтар, этке-типкеләр, мең төрлө ауырлыҡтарҙы курмәгән Этҡолдарға ошо йөрәкте тураҡлап ташлай торған моңло, әсе ҡара тарихты төшөнөу ҡайҙа... Ғ. Дәүләтшин.
ЭТКЕ-ТӨРТКӨ и. ҡар. этке-типке. ■ [Егет] йәштән ук кеше тупһаһында, этке-төрткө аҫтында батраклыҡта йөрөп, ауырлыҡта уҫ[те]. И. Көҫәпҡол.
ЭТ КӨПШӘҺЕ (Р.: дягиль; И.: angelica; T.: melek otu) и. диал. ҡар. айыу ҡурайы.
Һабағы оҙон шыма көпшәле, сәскәһе бал бирә торған шифалы үҫемлек. □ Дягиль (лат. Archangelica). Эт көпшәһе йыйыу.
ЭТКӨСӨК (эткөсөгө) (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Ҡыпсаҡ, әй, көҙәй ҡәбиләләренә ҡараған аймаҡ исеме. □ Эткусюк (название родового подразделения племён кыпчак, ай, кудей).
Эткөсөктәр урамы. Эткөсөк аймағы шәжәрәһе.
ЭТ КҮЛДӘГЕ (Р.: обережная рубашка; И.: guarding shirt; T.: koruyucu gömlek) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, һаҡлау көсөнә эйә булған сабый күлдәге (сабыйҙы ен-шайтан-дан, зәхмәттән һаҡлау өсөн тегелгән һәм тәуҙә эткә кейҙереп алынған 3 йәки 7 ҡораманан торған кулдәк). □ Обережная рубашка. доел. Собачья рубашка (для сохранения жизни и здоровья на ребёнка надевали лоскутную рубашку, называемую «собачья рубашка», которую сначала надевали на собаку). ■ Яңы тыуған балаға ғумерле булһын тип, эт кулдәге тегеп кейҙергәндәр. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан. Ышаныуҙар буйынса, «эт кулдәге» кейгән балаға ен-шайтандар яҡын килмәй икән. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЭТКӘ КҮСЕРЕҮ (Р.: магический способ избавления от ячменя; И.: magical way of treating a walleye; T.: arpadan kurtulmanın büyüsel usulü) и. миф.
Арпа ауырыуын кешенән эткә күсереү йолаһы. □ Магический способ избавления от ячменя на глазу. Я Ҡырҡ бер бөртөк арпа менән куҙгә сыҡҡан арпаны төрткөләп, магик һуҙҙәр әйтеп, эткә кусереу йолаһын атҡаралар. Эткә кусереу йолаһында: «Кит, кит, кит, арпа, минән эткә кит, арпа», - тип һамаҡлайҙар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЭТ ҠАҠЫҺЫ (Р.: гулявник лекарственный; И.: kind of herb; T.: çalgıcı otu) и. бот.
Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, бер нисә һабаҡлы, япраҡтары ҡапма-ҡаршы сиратлап урынлашҡан, һары сәскәле дарыу үләне. □ Гулявник лекарственный (лат. Sisymbrium), сухоребрик. Эт ҡаҡыһы юл буйында, яландарҙа уҫә. Эт ҡаҡыһын медицинала ҡулланалар.
ЭТ ҠАРАҒАТЫ (Р.: паслён; И.: nightshade; T.: köpek üzümü) и. бот.
Ҡара емешле, киртләс япраҡлы бер йыллыҡ ағыулы үлән. □ Паслён чёрный (лат. Solanum nigrum). Эт ҡарағаты емеше. Эт ҡарағаты һымаҡтар ырыуы. Эт ҡарағатының емеше ағыулы.
223