этюд
ЭТӘЛӘКӘС и. диал. ҡар. ыҙа. Этәләкәс сигеү. Куп этәләкәс куреу. Этәләкәс менән генә йәшәу.
ЭТӘНЛӘҮ (этәнлә-) ҡ. диал. ҡар. эткеләү. Этәнләп тороу. Бер-береһен этәнләү. Арбаны этәнләу.
ЭТӘРГЕС I (Р.: движущий; И.: directive, leading; T.: harekete getiren) c.
Алға ынтылдырыусы, илһам биреүсе. □ Движущий, подталкивающий; направляющий, ведущий. Этәргес хәл. Этәргес ваҡиға. ■ Был тәьҫораттар студенттарға профессиональ театр сәхнәләрендә тырышып эш башларға, ижади һәләттәрен үҫтерергә ҙур этәргес көс буласаҡ. «Киске Өфө», № 23, 2009. Шәмсиямал: «Мин кеше организмына һауығыу өсөн этәргес көс (биоэнергия) бирәм генә», — ти. «Йәшлек», 24 август 2010.
ЭТӘРГЕС II и. ҡар. этәреш. ■ Ошо экскурсия Ғәзизгә, уҙенең һағынышлы уй-хистәренән арынып, ең һыҙғанып эшкә тотонорға этәргес яһаусы ваҡиға булды. М. Иҙелбаев. Ваһап ағай минең күңелемдә ижадҡа тәүге этәргес биреүсе, ынтылыш тыуҙырыусы булараҡ һаҡланып ҡалды. М. Ямалетдинов.
ЭТӘРГЕС III и. ҡар. эткес 2. ■ Мәктәп йәшендәге үҫмерҙәр аяҡ педалдәре, ҡул этәргестәренә ҡәҙәр эшләйҙәр ине. Р. Әхмәтов.
ЭТӘРЕҮ (этәр-) ҡ. ҡар. әтеү. ■ Буран шундай ҡотора, санала киләһең — атты күрмәйһең, һине ат һөйрәйме әллә инде арттан иҫкән ел этәреп алып киләме икәнлеген дә аңламайһың. А. Абдуллин. Ғәлиәхмәт бая этәреп ебәргән ҡара һауытын кире урынына ҡуйҙы ла Мырҙабайға тура ҡараны. Р. Байымов.
ЭТӘРЕШ (Р.: толчок; И.: push; shock; T.: itiş) и.
Алға йүнәлткән, ынтылдырған көс, сәбәп. □ Толчок, движение, ход вперёд. М Миҙхәт Байтурин — бик теремек кеше, кисерештәрен шунда уҡ мускул хәрәкәттәренә өйләндерергә генә тора. Ләкин ул берәй эшкә тотонһон өсөн кемдеңдер бойороғо, этәреш биреүе кәрәк. Б. Рафиҡов. Һалдаттар берҙәм рәүештә һуғыштан ҡотолоу өсөн көрәш
кә ҡалҡһын тиһәң, ойошҡанлыҡ кәрәк, ситтән ниндәйҙер бер ҙур этәреш кәрәк. Д. Юлтый.
ЭТӘРЕШЕҮ (этәреш-) ҡ. ҡар. этешеү.
■ Ғәлим автомашинаны этәрешергә, юл тапарға кереште. Н. Мусин. Минең этә-решеүем ярҙам иттеме, башҡаса булдымы, тик машина, мин килеп йәбешкәс, ҡалты-рана-ҡалтырана алға үрмәләй башланы. Ф. Әсәнов.
ЭТӘҮ (этә-) ҡ. диал. ҡар. әтеү. Этәп ебәреү. Этәп ҡуйыу. Арбаны этәү.
ЭТЮД [фр. etude ‘тикшеренеү, өйрәнеү’] (Р.: этюд; И.: essay; sketch; T.: etüt) и.
1. һынлы сәнғәттә буласаҡ әҫәргә (рәсем, скульптура һ. б.) әҙерлек итеп яһалған һыҙма. □ Этюд. Этюд төшөрөү. ■ Ғәлләмов был минутта келәмдәр менән биҙәлгән стеналағы бер этюдты бик бирелеп ҡарай ине. X. Зарипов.
2. Айырым мәсьәләгә бағышланған бәләкәй күләмле әҙәби йәки фәнни әҫәр. □ Этюд. Шиғыр этюды. Фәнни этюд. ■ 1927 йылда Парижда уның [Н. К. Дмитриевтың] француз телендә «Башҡорт теленең фонетикаһы буйынса этюдтар» исемле мәҡәләһе донъя күрә. М. Зәйнуллин. «Тәүге ямғыр »ҙың жанрын автор йәйәләр эсендә «этюд» тип билдәләгән. «Ағиҙел», № 7, 2013.
3. муз. Башҡарыусының уйнау оҫталығын үҫтереү өсөн бер генә музыка ҡоралында башҡарыуға тәғәйенләнгән музыкаль әҫәр. □ Этюд. Скрипка өсөн яҙылған этюд. ■ Айгөлдөң тиҙ генә уйнап өйрәнгеһе килә, этюдтар уйнап ултырырға түҙемлеге етеңкерәмәй. «Ағиҙел», № 10, 2013.
4. муз. Виртуоз характерҙағы бәләкәй музыкаль әҫәр. □ Этюд. Моцарт этюдтары. Этюд яҙыу. Этюд башҡарыу.
5. Актёрҙың уйнау техникаһын үҫтереү өсөн эшләнгән күнекмә төрө. □ Этюд. Этюд уйнау. ■ Иптәштәрем барыһы ла этюдтар эшләй, сәхнә теленә, дикцияға өйрәнә. «Киске Өфө», № 34, 2009. Аренала милли кейемдәге Изабелла Әсәҙуллина һыбай сығыш яһарға, ә Зәлифә Миңлебаева канат бауы өҫтөндә акробатик этюдтар күрһәтергә тейеш ине. М. Садиҡова.
229