КЕШШӘ
Кештәк ҡуйыу. □ Шить с ластовицей. Кештәкләп салбар тегеу.
КЕШШӘ (Р.: кыш; И.: shoo!; T.: hişt, hoşt, kış kış) саҡ.
Ҡош-ҡорт ҡыуғанда әйтелә торған һүҙ. □ Возглас, которым отгоняют птиц: кыш.
КЕШӘМЕШ (Р.: лодыжка у лошади; И.: horse’s fetterlock; T.: aşık) и.
Ат аяғының тышау һала торған бәкәлдән юғары ере, тупырсыҡ. □ Лодыжка у лошади (место наложения пута).
КЕШӘН (Р: путы; И.: fetterlock; T.: köstek) и.
1. Йылҡы малының алғы аяғын артҡы аяғының бөгәр өҫтөнә тарттырып бәйләгән бау. □ Путы (для стреноживания лошади). Кешән ҡайыш. • Кешәнле ат ҡәрәгенән ары йөрөмәҫ. Мәҡәл. Атай — кешән менән тышау, инәй — йөрәк менән уҙәк. Мәҡәл. Кешегә ышанма, кешәнгә төшөрһөц. Мәҡәл. Үҙ аҡылың — уҙәк менән бау, кеше аҡылы — кешән менән тышау. Мәҡәл.
2. миф. Яман заттарҙы ҡыуыуҙа ҡатнашҡан предмет. □ Путы (мифологизированный предмет; используется для отпугивания нечистой силы и защиты скота в помещениях для молодняка).
КЕШӘНАТ (Р: необъезженная лошадь; И.: unbroken horse; T.: evcilleşmemiş at) и.
Өйрәтелмәгән ат. □ Необъезженная лошадь.
КЕШӘН ҠЫРҠЫУ и. этн. ҡар. тышау киҫеү.
КЕШӘНЛЕ (Р: с путами; И.: with fetterlocks; T.: köstekli) с.
Кешән менән бәйләнгән. □ С путами. • Кешәнле ат ҡәрәгенән ары йөрөмәҫ. Мәҡәл. Кешәнле атыц — бар атыц, кешәнһеҙ атыц — юҡ атыц. Мәҡәл.
КЕШӘНЛӘНЕҮ (кешәнлән-) ҡ. төш. ҡар. кешәнләү, страд, от кешәнләү. ■ Дөйәләр уртала, шулар эргәһендә ук ҡулдары артҡа бәйләнгән, аяҡтары урәләнгән (кешәнләнгән) баҫмасылар ҙа ҡуйылған. А. Таһиров.
КЕШӘНЛӘТЕҮ (кешәнләт-) ҡ. йөкм. ҡар. кешәнләү, понуд. от кешәнләү. Айғырҙы кешәнләтеу.
КЕШӘНЛӘҮ (кешәнлә-) (Р: накладывать путы; И.: hobble, clot; T: kösteklemek) ҡ.
1. Кешән һалып тышау (йылҡы малын).
□ Накладывать путы. ■ Тамам киреләнгән атты кешәнләп тә артыҡ эш ҡыйрата алманылар. Р. Солтангәрәев. Ә йылҡы малын арҡанлап та, тышап та, бик аҙғандарын кешәнләп тә ҡуйып була. Ж. Кейекбаев. Аттарҙы кешәнләп, улән утларға ебәрҙем. Ә.-З. Вәлиди. • Кеше балаһы кешәнләһәц дә тормаҫ, уҙ балац уҙәгенә типһәц дә китмәҫ. Мәҡәл.
2. диал. ҡар. кеҙәләү I. Кешәнләп бейә һауыу.
КЕШӘН ҺАЛЫУ (кешән һал-) ҡ. ҡар. кешәнләү.
КЕШӘНӘҮ (кешәнә-) ҡ. ҡар. кешнәү.
КЕШӘНӘ и. диал. ҡар. сәтләүек тышы.
Кешәнәһе менән ойошоп тора.
КИ (Р: что; И.: that; T: ki) терк. иҫк.
Эйәртеүле ҡушма һөйләмдә эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә теркәү өсөн ҡулланыла.
□ Союз что, как, который. И Бер заман ул мицә шундай һуҙҙәр әйтте ки, улар минец хәтеремә, ташҡа соҡоп яҙылған кеуек, тәрән инеп урынлаштылар, мейемдә балҡып янған усаҡ тоҡандырҙылармы ни. Д. Юлтый. Ә утрауҙың тәрән эске байлығын өйрәнеу эше, мәғлум ки, тәуҙә уның тәңгәлдәрен билдәләуҙән, унан һуң сик һыҙыҡтарын — өйләндереп алған ярҙарын байҡап барлауҙан башлана. Й. Солтанов.
КИБАР [ғәр. (Р: великий; И.: great; grand; T.: kibar) с. иҫк. кит.
Ҙур, бөйөк. □ Великий, значимый. Кибар кеше. ■ Ғәжәптер: курә тороп, фәҡирҙе куҙенә алмаҫ, вә ләкин байҙарҙы бик куңел туренән кибар итер. М. Аҡмулла. Бик ҙур ғына магазины һалынғас, кибар йорттар булғас, мәскәулеләргә лә туранан-тура уҙе ҡатышып, «господин Ихсанов» тип шөһрәт таҡҡас, иҫке нәмәләрен тамырынан уҙгәртте. М. Ғафури.
КИБАРИ [ғәр. (Р: высокомерный; И.: haughty; T: kibirli) с. иҫк. кит.
Эре, ғорур. □ Высокомерный, важный, гордый, надменный. Кибари йөрөш. Кибари йөҙ.
438