Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 751 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КУРЬЕРЛЫҠ
А. Таһиров. Икенсе йыл уҡыған курсанттар хәҙер цехтарға практикаға йөрөй. Н. Мусин.
2. Хәрби училищела тәрбиәләнеүсе. □ Курсант. Курсант формаһы. Танк училищеһы курсанты. ■ Отбойҙан һуц курсанттар ял итергә ятты, Мищлеғәле, ҙур швабра менән ҡоралланып, төнө буйы казарма иҙәнен йыуҙы. Я. Хамматов.
КУРСИВ [рус. < лат. cursus 'йүгереү’] (Р.: курсив; И.: italic type; T: italik yazı) и. полигр.
Яҙма хәрефкә оҡшаған баҫма хәреф, шрифт. □ Курсив. // Курсивный. Курсив шрифы. Курсив менән бирелгән һүҙҙәргә иғтибар итергә кәрәк. ■ Һәр хәрефе — нур уҡмашы, һәр бер һүҙе — йондоҙлоҡ, ҡыҙыл юлы — киң Кош юлы, курсивтары — томанлыҡ. Картотека фондынан.
КУРСОВКА [рус.] (Р.: курсовка; И.: voucher for treatment and meals; T: beige) и. мед.
Амбулатор рәүештә шифаханала дауаланыу хоҡуғы биргән документ. □ Курсовка. Курсовка менән ял итеү.
КУРСОР [рус. < ингл. cursor < лат. cursorius 'сапҡын’] (Р: курсор; И.: cursor; T.: kürsör) и. инф.
Киләһе хәрефтең ҡайһы урынға урын-лашыуын күрһәтеүсе, менюҙа команда өсөн хеҙмәт иткән компьютер экранында-ғы билдә (емелдәүсе һыҙыҡ, уҡ һ. б. формаһында ). □ Курсор. Курсор менән күрһәтеү. И Башҡортса хәреф менән яҙыу өсөн курсор яҙыу майҙанында булған саҡта кәрәкле хәрефкә баҫыу етә. Курсорҙыц күренеше системаның торошона һәм башҡарылған операцияға бәйле рәүештә үҙгәрергә мөмкин. Төрткөнөң үҙенең курсоры бар. Г. Ситдикова.
КУРСТАШ (Р: однокурсник; И.: in the same year; T: aynı kursta okuyanlardan her biri, kurstaş) u.
Бер курста уҡыған кешеләр (бер-бере-һенә ҡарата). □ Однокурсник. ■ Тулыбай тиҙ генә таный ҙа алманы курсташтарын, ағарынып баҫып тора башланы, теге һаҡаллы оҙон егет күҙ асып йомғансы ҡойма аша һикерҙе. Д. Бүләков. Кузнецов Вася тигән моҡотораҡ, ләкин зерә лә йылғыр,
сәйәси яҡтан «алдынғы» курсташының бүлмәһенә күсеп торҙо. Ә. Хәкимов.
КУРСТАШЛЫҠ (курсташлығы) (Р: сокурсничество; И.: fellow students’condition; T.: sınıf arkadaşı olma) u.
Курсташ булыу хәле. □ Сокурсничество. Курсташлыҡ осоро.
КУРС ЭШЕ (Р: курсовая работа; И.: yearly essay / project; T: proje) и.
Студенттың билдәле бер темаға яҙған ғилми-тикшеренеү эше. □ Курсовая работа. Курс эшен башҡарыу.
КУРТКА [рус.] (Р: куртка; И.: jacket; Т.: caket) и.
Бил тиңендәге йылы өҫкө кейем. □ Куртка. Ирҙәр курткаһы. Капрон куртка. Күн куртка. Балалар курткаһы. ■ Начальник бөтөнләй яланса кейенеп ебәргән: өҫтә — күн куртка, аяҡта — итек, башта — ябай кепка. Р. Солтангәрәев. Ҡыҙыҡай куртка көләпәрәһенә башын сумдырып, эре-эре аҙымлап китеп барҙы. Т. Ғарипова. Аяҡтағы резина итек һалҡын ысыҡтан ҡотҡарыр, трико тышынан кейелгән буҫтау салбар, куртка, ҡалын фуражка тәүҙә серәкәйҙән, аҙаҡ күгәүендән һаҡлар. Д. Шәрәфетдинов.
КУРЫП (курыбы) [рус. короб] (Р: большой короб; И.: large box; T.: büyük kutu) и.
Сана өҫтөнә ултыртыла торған ҙур ситән һауыт. □ Большой короб (из прутьев). Күмер курыбы. Курып үреү. Курып менән ташыу.
КУРЬЕР [рус. < фр. courtier 'йүгереүсе’ < лат. currere 'йүгереү’] (Р: курьер; И.: messenger, courier; T.: kurye) и.
1. Учреждениеның көндәлек йомош-юлына йөрөгән хеҙмәткәр; йомошсо. □ Курьер. / Курьерский. ■ Шаулы көндәрҙән үҙенә дәрт алған Гәрәев төрлө яҡтарға үҙенең курьерҙарын йүгертте. И. Насыри. Үткән аҙнаны ҡала баҙарынан ҡайтҡан кешеләр Фәү-зиәнең ниндәйҙер бер учреждениела курьер булып эшләүен һөйләнеләр. А. Карнай.
2. Ашығыс рәсми эш менән ебәрелгән кеше. □ Курьер. / Курьерский. Дипломатик курьер. Курьер аша хәбәр итеү.
КУРЬЕРЛЫҠ (курьерлығы) (Р.: курь-ерство; И.: courier; T.: kuryelik) и.
751