КҮРЕК
КҮРЕК (күреге) (Р.: мех; И.: bellows; T.: körük) и.
1. Утҡа һауа өрҙөрә торған ҡулайлама.
□ Мех, мехи, меха. Тимерсе куреге. Төтәткес куреге. ■ Руда иретеу мейестәренә куректәр менән һауа өрөлә. Ғ. Ибраһимов. Аласыҡ эсендә — өлкән курек, иҙән уртаһында — һандал, көлдөксәлә сукеш, ҡыҫҡыстар ята, бер яҡ ситкә кумер өйөп ҡуйылған. Н. Мусин.
2. Гармундың һуҙылмалы һырлы өлөшө. □ Мех, мехи, меха. И Байназар .. сыңғыратып, гармун куреген өҙә тартып уйнап ебәрҙе. Б. Бикбай. Ҡыңғыраулы, көҙгөлө әллә нисә гармун, куректәре шартларҙай булып, ярһып моң сәсә. Яҙғы кистә шул гармун моңонан да сихырлыраҡ нәмә юҡтыр... М. Кәрим.
3. диал. ҡар. төтәткес. Куреккә сөрөк һалыу. Курек өрҙөрөу.
КҮРЕКЛӘНЕҮ (күреклән-) (Р.: собираться в гармошку; И.: gather fanfold; T.: körüklenmek) ҡ.
Күрек һымаҡ һырлы-һырлы булыу.
□ Собираться в гармошку, гармошкой. Ку-рекләнеп тороу. ■ [Саша] елкәһенә ҡара шинель һалған, ҡунысы курекләнеп торған итек кейгән. X. Ғиләжев.
КҮРЕКЛӘҮ (күреклә-) (Р: продувать; И.: blow through; T.: körüklemek) ҡ.
Күрек йәки шуның кеүек башҡа нәмә менән өрҙөрөү. □ Продувать, прочищать.
■ Иҫке итек ҡунысы менән курекләгәс, [самауыр] оҙон итеп сайылдап тын алды ла шыжларға тотондо. Д. Бүләков. Курше булмәләге әбей, Мария Ивановна, уның ҡайтҡанын белеп торҙо, итек ҡунысы менән самауыр курекләне. А. Таһиров.
КҮРЕЛЕҮ (күрел-) ҡ. төш. ҡар. күреү 2—4, 6, 8. страд, от күреү 2—4, 6, 8. Йәндәй курелгән нәмә. Сара курелде. Хуп курелде.
■ Кукурузды сәсеп бөткәндән һуң, тағы ла уйламаған, курелмәгән эш килеп сығыуы бар. Ф. Әсәнов. Бөтәһенән элек бик тиҙ арала бөтә ҡаланы ҡамап алыу сараһы курелде. Ғ. Ибраһимов.
КҮРЕЛМӘГӘН (Р: невиданный; И.: unseen; T: görülmemiş) с.
Бер ваҡытта ла булмаған. □ Невиданный, невстречавшийся. ■ Тәуҙә Деникин, унан һуң Врангель бандалары килде. Ҡырым тарихында курелмәгән вәхшәттәр башланды. И. Насыри. Хисбулла һис тә бошонмай ҡайтып та киткәс, өйҙә бығаса курелмәгән, ишетелмәгән дауыл ҡупты. 3. Биишева. Тарихта курелмәгән бихисап сиреу туплаған Сыңғыҙхан алайына башҡорт ырыуҙары ун дурт йыл ҡаршы торған. М. Хужин.
КҮРЕЛМӘГӘН-ИШЕТЕЛМӘГӘН с. ҡар. күрмәгән-ишетмәгән. ■ Уға [Раяға] бөгөн уҙен ниндәйҙер курелмәгән-ишетелмәгән яңылыҡ, шатлыҡ көтәлер төҫлө ине. Р. Солтангәрәев.
КҮРЕМ (Р: менструация; И.: menses; T: regl) и. мед.
Балаятҡылыҡтан ай һайын килгән ҡан һәм шул ҡандың килеү мәле; айлыҡ; менструация. □ Менструация. Курем ваҡыты.
КҮРЕМДӘН ҠАЛЫУ (күремдән кал-) (Р: климакс; И.: menopause; T: adetten kesilme) ҡ. мед.
Күрем күрмәй башлау; ырыуҙан ҡалыу. □ Климакс, климактерический период. Ҡатын куремдән ҡалды.
КҮРЕМ КИЛЕҮ (күрем кил-) (Р: менструировать; И.: menstruate; T.: regl olmak) ҡ.
Күрем мәлен кисереү. □ Менструировать. // Менструация. ■ Организмдың ҡайһы бер физиологик хәлдәрендә (ауырға ҡалыу, курем килеу һ. б.) ҡандың сифаты ла, төҙөлөшө лә уҙгәреш кисереуе ихтимал. «Башҡортостан», 28 апрель 2012.
КҮРЕМ КҮРЕҮ (күрем күр-) ҡ. ҡар. күрем килеү.
КҮРЕМСЕ и. диал. ҡар. күрәҙә. Ку-ремсегә барыу.
КҮРЕНГЕЛӘҮ (күренгелә-) (Р: показываться изредка; И.: be seen occasionally; T: bazen görünmek) ҡ.
Һирәк-Һаяҡ күренеү, ваҡыт-ваҡыт күренеп ҡуйыу. □ Показываться, появляться (изредка, время от времени). Ваҡытлы матбуғатта бәхәсле мәсьәләләр куренгеләй. Болоттар араһында ай куренгеләй. ■ Нәсимә институтта Искәндәрҙән өс курс тубән
844